Вишик Марко Иосифович

Марко (Марк) Вишик Иосифович (19 октябрь 1921, Львов — 23 июнь 2012, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй математигы.

Вишик Марко Иосифович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Львов, Польша Республикаһы[d]
Вафат булған көнө 23 июнь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d] һәм функциональ анализ
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто Тбилисси дәүләт университеты[d]
РФА-ның математика институты[d][2]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Векуа Илья Несторович һәм Люстерник Лазарь Аронович[2]
Аспиранттар Эфендиев, Месуд Ариф оглы[d], Шубин, Михаил Александрович[d], Alexander Shnirelman[d][2], Alexandr Borisovich Shapoval[d][2], Alexander Ilich Komech[d][2], Yulii Andreevich Dubinskii[d][2], Sergei Igorevich Sobolev[d][2], Sergey Aleksandrovich Lomov[d][2], Andrey L. Pyatnitskii[d][2], Armen Rafik Shirikyan[d][2], Aleksandr Sergeevich Demidov[d][2], A. V. Babin[d][2], V. V. Chepyzhov[d][2], A. Yu. Goritskii[d][2], S. M. Kozlov[d][2], A. V. Marchenko[d][2], Sergey V. Zelik[d][2], Almas Akhmedova[d][2], Romen Linaritovich Shakhbagyan[d][2], Mikhail Leontievich Krasnov[d][2], Grigory Ivanovich Makarenko[d][2], Z. B. Berkaliev[d][2], Arnold S. Dikanskiy[d][2] һәм Сергей Борисович Куксин[d]
Уҡыусылар Nikita Ratanov[d][2]
Ойошма ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d][3]
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы үҙгәртергә

8 йәшендә атаһын юғалта, әммә, матди хәлдәре ауыр булыуға ҡарамаҫтан, классик гимназияны тамамлауға өлгәшә.

Иван Франко исемендәге Львов милли университетының физика-математика факультетында уҡый башлай (1939), унда был осорҙа Стефан Банах, Юлиус Шаудер, Станислав Мазур, Бронислав Кнастер һәм Эдвард Шпильрайн уҡыталар. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бәйле эвакуацияға китә, өлөшләтә йәйәү, өлөшләтә транспортта Краснодарға тиклем барып етә, бында эшкә инә. Һуңынан — Махачҡалала педагогия институтында уҡый. Көнбайыш Украина өлкәһендә йәшәүсе булараҡ Ҡыҙыл Армияға алынмай.

1942 йылда Тбилисиға күсә. Тбилиси университетын отличие менән тамамлай (1943).

1943—1945 йылдарҙа ул Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының А. М. Размадзе исемендәге Тбилиси математика институты аспирантураһында И. Н. Векуала уҡый. 1945 йылда СССР Фәндәр академияһының Математика институты аспирантураһына күсә. 1947 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, Л. А. Люстерник ғилми етәксеһе була. 1951 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Мәскәү энергетика институтының математика кафедраһы профессоры (1953—1965).

Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы профессоры (1965—1993), 1993 йылда дөйөм идара итеү проблемалары кафедраһына күсә.

1966—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының механика проблемалары институтында эшләй. Рәсәй Фәндәр академияһының мәғлүмәттәрҙәрҙе тапшырыу мәсьәләләре институтының баш ғилми хеҙмәткәре (1993).

Хеҙмәттәре дифференциаль тигеҙләмәләр һәм функциональ анализ өлкәһенә ҡарай.

41 фән кандидаты әҙерләй, шуларҙың 10-һы докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

236 ғилми мәҡәлә һәм 3 монография авторы.

1964 йылдың яҙынан М. И. Вишик мехматта киң халыҡ-ара танылыу алған дифференциаль тигеҙләмәләр буйынса семинар алып бара.

Ҡатыны — Ася Моисеевна Вишик.

 
Дон зыяратында ҡәбере

2012 йылда вафат була. Дон зыяратында ерләнгән (4 уч.)[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Америка фән һәм сәнғәт академияһының почетлы ағзаһы (1990)[5]
  • И. Г. Петровский исемендәге премия лауреаты (1992)
  • Берлин Ирекле университетының Почетлы докторы (2001)

Библиография үҙгәртергә

  • Бабин А. В., Вишик М. И. Аттракторы эволюционных уравнений. — М.: Наука, 1989.
  • Вишик М. И., Фурсиков А. В. Математические проблемы статистической гидромеханики. — М.: Наука, 1980.
  • Вишик М. И. Фрактальная размерность множеств

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә