Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары

Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө һәм башҡа губерналар башҡорттарының съездары
(Бөтә башҡорт ойоштороу съезы битенән йүнәлтелде)

Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары — 1917 йылдағы революциялар осоронда үткән Ырымбур, Пермь, Һамар, Өфө һәм башҡа губерналар башҡорттарының съездары. Улар башҡорт халҡының милли үҫешенең артабанғы стратегияһын билдәләгән.

Ҡоролтайға башҡорттар күпселекте тәшкил иткән волостарҙан икешәр делегат һайлана. Ҡоролтайҙарҙа крайҙың башҡа милләт вәкилдәренә ҡатнашыу рөхсәт ителә.

III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы делегаттары. Каруанһарай (Ырымбур). 1917 йылдың декабре.

I Бөтә башҡорт ҡоролтайы

үҙгәртергә

1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән Бөтә башҡорт ҡоролтайында, Өфө, Ырымбур, Һамар һәм Пермь губерналарынан 70 тирәһе вәкил ҡатнаша. Нәҡ I Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан автономияһын булдырыу өсөн Башҡорт милли хәрәкәте барлыҡҡа килә.

Ҡоролтай 6 кешенән (Ш. Манатов, Ғ. Мутин, И. Мутин, С. Мерәҫов, У. Ҡыуатов, Х. Йомағолов) торған Башҡорт үҙәк (өлкә) шураһын (советын) һайлай. Бирелгән тауыштар һөҙөмтәһендә Шәриф Манатов алға сыға һәм уны шураның беренсе рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Ҡоролтайҙа Рәсәй федератив демократик республика составында милли-территориаль автономия булдырыу, улус советтарының (шура) эшмәкәрлеге, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына һайлауҙарҙа ҡатнашыу, аннексияларһыҙ һәм контрибуцияларһыҙ Беренсе донъя һуғышын бөтөрөү, милли ҡораллы формированиелар ойоштороу, башҡорттарҙан тартып алынған ерҙәрҙе, Каруанһарайҙы халыҡҡа ҡайтарып биреу, башҡорт халҡының иҫәбен алыу, милләт валютаһын һәм мөлкәт фондын булдырыу, бөтә халыҡҡа түләүһеҙ урта белем биреү, ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы тураһында резолюциялар ҡабул ителә[1]. Һуңғы резолюцияны индереүгә Һамар губернаһынан килгән делегат Ҡушаева Рабиға Йәнғол ҡыҙының доклады йоғонто яһаған[2].

Шулай уҡ киләһе ҡоролтайҙы Өфөлә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

II Бөтә башҡорт ҡоролтайы

үҙгәртергә

II Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 25-29 августа Өфөлә үтә. Унда йөҙгә яҡын делегат ҡатнаша. Ҡоролтай Рәсәйҙең федератив-демократик ҡоролошло булырға тейешлелеген билдәләй һәм Башҡорт мәркәз шураһын ҡабаттан һайлай: уның составы 12 кешегә арта, Шураның рәйесе итеп шул уҡ Ш. Ә. Манатов, ә урынбаҫары итеп Ә. Ә. Вәлидов һайлана. Н. Таһиров, Х. Ғәбитов, К. Кәбиров, А. Ғүмәров, Ғ. Хәсәнов, М. Смаҡов, Ф. Дәүләтшин, Ш. Бабич, С. Атнағолов, С. Мерәҫов — шура ағзалары, Ғ. Ғирфанов, Ю. Бикбов, Ш. Бикҡужин, А. Әлимғолов кандидаттар булып китәләр. Ҡоролтай Башҡорт Хөкүмәтенең даими резиденцияһын Каруанһарайҙа (Ырымбур ҡалаһында), уның секретариаттары Өфөлә (секретариат башлығы — Әхмәҙуллин Фәтхей Әхмәҙей улы) һәм Силәбелә (башлығы —Таһиров Нуриәғзәм Таһир улы) ойошторола. Ҡоролтайҙа башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын булдырыу мәсьәләһе күтәрелә: «Башҡорттар алдында милли-мәҙәни автономиянан тыш тағы ла ауырыраҡ маҡсат — милли-территориаль автономияны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡуйыла»[3].

Съезда башҡорттарҙың милли берҙәмлеге һәм уларҙың социаль, мәҙәни һәм сәйәси тергеҙелеүе; милли-территориаль автономияһын булдырған саҡтағы Башҡорт милли хәрәкәтенең тулыһынса һаҡланғанлығы тураһында резолюциялар ҡабул ителә. М. Ғ. Ҡорбанғәлиев етәкселегендәге Силәбе өйәҙе делегаттары төрки-татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһын булдырыу буйынса ынтылыштарын ихтирам итеү һ. б. тураһында сығыш яһай. Шулай уҡ съезда Ырымбур,Пермь, Һамар һәм Өфө губерналары исеменән Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаттарына кандидаттар исемлеге раҫлана.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары һөҙөмтәһендә Башҡорт мәркәз (үҙәк) шураһы (советы) һайлана[4] һәм «Башҡорт» гәзитен сығара башларға ҡарар итәләр.

III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы

үҙгәртергә
 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Постановления Учредительного курултая (рус.)

III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үтә, Башҡортостандың Ойоштороу ҡоролтайы тип исемләнә. Уның эшендә 223 делегат, шул иҫәптән 194 хәл иткес һәм 29 — кәңәш биреү тауыштары менән делегаттар ҡатнаша. Делегаттарҙың күпселеге башҡорт була, 44 урыҫ, сыуаш, татар һәм мариҙар берешәр делегат ебәрә.

Ҡоролтай Төркөстан һәм Ҡаҙағстандың Алаш автономияларының милли-территориаль автономияларын иғлан ителеүен ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡаршы ала. Артабан Башҡорт АССР-ы, Башҡортостан Республикаһы исемдәрен алған Башҡортостандың милли-территориаль автономияһын булдырыу III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайының һөҙөмтәһе булып тора.

Съезда киләһе ваҡытта «Оло Башҡортостан» территорияһы күләменә тиклем киңәйтеү шарттары менән «Кесе Башҡортостан» территорияһы сиктәрендә Башҡортостан автономияһы иғлан итеү; йыл һайын 15 ноябрь көнө автномия иғлан итеү Көнөн байрам итеү; федератив Рәсәй составына инеү; федератив Рәсәй сиктәрендә Башҡортостан, Ҡаҙағстан һәм Төркөстан араһында союздаш дәүләт төҙөү мөмкинлеге; Башҡорт үҙәк шуроһы вәкәләттәре; Башҡорт ғәскәрен һәм милицияны булдырыу тураһында резолюциялар ҡабул ителә.

1917 йылдың 8-20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында үткән III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайының «Башҡортостандың автономияһын раҫлау һәм уның хөрмәтенә» ҡарарынан[5]:

Ҡоролтай 15 ноябрҙә Үҙәк Башҡорт Шуроһы иғлан иткән «Башҡортостан милли-территориаль автономияһын бер тауыштан раҫлай». Башҡортостан хөрмәтенә бер юғары мәҙрәсә (университет), бер ҙур музей асырға һәм уларға Башҡортостан исемен бирергә. Башҡорт хөкүмәте өсөн кеше әҙерләү маҡсатында юғары уҡыу йорттарына егерме стипендия тәғәйенләргә. Ун стипендияны — Рәсәй эсендә, ҡалғандарын сит илдәрҙә ҡулланырға. Ошо сараларҙы тәьмин итеү өсөн Башҡортостан халҡы араһында яҙма йөкләмә ойошторорға һәм милли "фонд"ты булдырырға. Киләсәктә азатлыҡ иғлан итеү көндәренә тура килтереп Башҡортостан милли-территориаль автономияһының тантаналы байрамдарын билдәләргә. Территориаль автономия байрамын Рамаҙан ғәйетенән һуң Күгиҙел йылғаһы буйында Орск өйәҙенең төньяҡ өлөшөндә үткәрергә (20 декабрь көнө 18-се ултырышта раҫланды).

.

Шулай уҡ кантон идаралығын, ерҙе, мәҙәниәтте, мәғарифты һәм фәнде дөйөмләштереү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителә.

Съезда Башҡортостан Предпарламентының составы — Кесе Ҡоролтай һайлана Башҡорт Хөкүмәтенең составы раҫлана[6][7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Юлдашбаев Б. Х. Учредительный курултай как вершина Башкирского национального движения// Этнополитическая мозаика Башкортостана. В 3 т.. — М., 1992. — Т. II.
  • История башкирского народа : в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов ; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
  • Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с.
  • Еникеев З. И. Правовой статус Башкортостана в составе России. — Уфа: «Гилем», 2002. — 374 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Касимов С. Ф. Всебашкирские курултаи // Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т.2. — Уфа: Башкирская энциклопедия., 2006, С.153.
  2. В частности, она в своём докладе потребовала предоставить башкирским женщинам политические и гражданские права наравне с мужчинами. Несмотря на противодействие консервативной части курултая, многие предложения делегатки вошли в итоговую резолюцию съезда.
  3. Из постановления II Областного съезда башкир «О национально-культурной автономии», г. Уфа, 25-30 августа 1917 г.
  4. Касимов С. Ф. Башкирское областное (центральное) шуро (совет). // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 160. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  5. постановления III курултая башкир г. Оренбург. 8-20 декабря 1917 г.
  6. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 53. — 304 с.
  7. Постановление III Всебашкирского учредительного курултая от 20 декабря 1917 года

Һылтанмалар

үҙгәртергә