Бәшәр Әсәд
Бәшәр Хафиҙ әл-Әсәд (ғәр. بشار حافظ الأسد; 11 сентябрь 1965, Дамаск) — Сүриә дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 2000 йылдың 17 июленән ғәмәлдәге Сүриә президенты, Сүриә Ҡораллы көстәре юғары баш командующийы һәм 2000 йылдың 24 июненән Бәғәҫ партияһының Сүриә төбәк бүлексәһе секретары.
Биографияһы
үҙгәртергәСүриәнең элекке президенты, 1971 йылдан 2000 йылға тиклем ил менән идара иткән Хафиҙ Әсәдтең улы. Маршал.
Бәшәр Әсәд Хафиҙ Әсәд һәм уның ҡатыны Әнисә ғаиләһендә өсөнсө бала була. Бынан тыш, ғаиләлә тағы ла дүрт малай була: өлкән ағаһы Басил, кеселәре Мәһир, Мәжит һәм Йәмил, шулай уҡ апаһы Бүшрә.
2000 һәм 2007 йылдарҙа альтернативаһыҙ һайлауҙарҙа президент вазифаһына һайлана, 2014 йылдың 3 июнендә беренсе альтернатив һайлауҙарҙа рәсми һөҙөмтә буйынса 88,7 % тауыш менән президент итеп ҡабат һайлана[11][12].
2014 йылғы һайлауҙар граждандар һуғышы һәм оппозиция тарафынан бойкот шарттарында уҙа[13][14][15].. Һөҙөмтәләр айырым дәүләттәр тарафынан ғына таныла. 2021 йылда президент Бәшәр Әсәд президент һайлауҙарында 95,1 процент тауыш йыя (ҡатнашыусылар 78 процент тәшкил итә)[16].
Бәшәр Әсәд ғәрәп теленән тыш, шулай уҡ инглиз һәм француз телдәрендә һөйләшә[17].
Галерея
үҙгәртергә-
Бәшәр Әсәд һәм Дмитрий Медведев, 2010 йыл
-
Бәшәр Әсәд һәм Рәсәй Президенты Владимир Путин, 20 октябрь, 2015 йыл
-
Хафиҙ Әсәд ҡатыны һәм ғаиләһе менән
-
Бәшәр һәм Әсмә Әсәдтәр, 2003 год
Ғаиләһе
үҙгәртергә2001 йылдың 1 ғинуарында Бәшәр Әсәд ике— Британия һәм Сүриә гражданлығы булған Әсмә Әл-Әхрасҡа өйләнә, ул Хомс ҡалаһындағы абруйлы сөнни ғаиләнән[18]. Уның атаһы Фәүүәз Ахрас — танылған Сүриә кардиологы[19].
Әммә Бәшәр әле Англияла сағында уҡ уға ғашиҡ була.
Был никахта 2001 йылда улы Хафиҙ, 2003 йылда ҡыҙы Зәйн, ә 2004 йылда тағы бер улдары Кәрим тыуа[20].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Сүриәнең дәүләт ҡоролошо
- Нүсәйриҙәр
- Сүриә тарихы
- Хафиҙ Әсәд
- Мәһир Әсәд
- Әсәд Әсмә
- Нүсәйриҙәр
- Сүриә тарихы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ LIBRIS — Национальная библиотека Швеции, 2013.
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Baschar al- Assad // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Bachar el-Assad // Roglo — 1997.
- ↑ https://eur-lex.europa.eu/LexUriServ/LexUriServ.do?uri=OJ:L:2011:136:0045:0047:EN:PDF — 2001. — Б. 2.
- ↑ https://www.theguardian.com/world/2001/jan/03/1 (ингл.)
- ↑ https://www.theguardian.com/world/live/2024/dec/07/syria-rebels-reach-damascus-bashar-al-assad
- ↑ Syrian President Bashar al-Assad and his wife Asma test positive for Covid-19 (ингл.) — CNN, 2021.
- ↑ Syrian president and wife recover from COVID-19 (ингл.) — Reuters, 2021.
- ↑ Сирия переизбрала президентом Башара Асада . Дата обращения: 8 сентябрь 2020. Архивировано 1 ғинуар 2017 года.
- ↑ Башар Асад вновь переизбран президентом Сирии . Дата обращения: 16 ноябрь 2020. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
- ↑ В США назвали фарсом предстоящие выборы в Сирии 2014 йыл 6 июнь архивланған. — KM.ru
- ↑ США и ЕС не признали результаты выборов в Сирии 2016 йыл 5 март архивланған. — Rambler
- ↑ «Друзья Сирии» призвали не признавать предстоящие выборы в Сирии 2020 йыл 13 август архивланған. — РИА Новости
- ↑ Власти Сирии заявили о победе Башара Асада на президентских выборах в стране. Он занимает этот пост с 2000 года . Дата обращения: 29 май 2021. Архивировано 2 июнь 2021 года.
- ↑ Башар Асад: по стопам отца (рус.), // BBC (31 май 2002). 3 ғинуар 2012 тикшерелгән.
- ↑ Калинина О., Новиков К.. Биографические Страницы (рус.), // Еженедельник «Коммерсантъ» (8 март 2004). 16 ноябрь 2020 тикшерелгән.
- ↑ Ахмедов В. М. Современная Сирия: история, политика, экономика. — Ключ-С, 2010. — С. 80. — ISBN 978-5-93136-099-7.
- ↑ Bashar al-Assad (инг.), // nndb.com. 4 ғинуар 2012 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Асад, Башар — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Башар Асад в программе «Формула власти» (Россия-24) — [1] (ИТАР ТАСС, 2005); [2] (ИТАР ТАСС, 2008)
- Густерин П. В. Сирия без Асада — Сирия без суверенитета // arabinform.com
- Сирийский лев. Президент Сирии Башар Асад отметит 20-летие во главе страны. // Лента. Ру, 17 июля 2020
- д/ф «Башар аль-Асад: властвовать или погибнуть» / Bachar El-Assad, le pouvoir ou la mortt (2017, Франция, реж. Кристоф Видманн / Christophe Widemann)
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.