Хафиҙ әл-Әсәд (ғәр. حافظ الأسد‎; 6 октябрь 1930, Ҡәрдәхә — 10 июнь 2000, Дамаск) — Сүриә дәүләт, сәйәси һәм хәрби эшмәкәре, Сүриә президенты (19712000), Сүриә премьер-министры (19701971), Бәғәҫ (рус. Баас^ ғәр. البعث‎ ) партияһының Сүриә төбәк бүлексәһе төбәк командованиеһы секретары, Бәғәҫ партияһының милли командованиеһының генераль секретары (сүриәсел фракция) (1970 - 2000), Сүриәнең оборона министры (19661972), генерал.

Хафиҙ Әсәд
ғәр. حافظ الأسد
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Сүриә
Тыуған көнө 6 октябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Кардаха[d], Государство Алавитов[d], Французский мандат в Сирии и Ливане[d]
Вафат булған көнө 10 июнь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][3][4][…] (69 йәш)
Вафат булған урыны Дамаск, Сүриә
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Кардаха[d]
Атаһы Али Сулейман Асад[d]
Бер туғандары Jamil al-Assad[d] һәм Асад, Рифат[d]
Хәләл ефете Аниса Махлуф[d]
Балалары Басиль Асад[d], Бәшәр Әсәд, Бушра Асад[d], Мәһир Әсәд һәм Маджд Асад[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы Президент Сирии[d] һәм премьер-министр Сирии[d]
Уҡыу йорто Военная академия в Хомсе[d]
Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Баас[d]
Участвовал в выборах 1985 Syrian presidential election[d], 1971 Syrian presidential election[d], 1978 Syrian presidential election[d], 1999 Syrian presidential election[d] һәм 1991 Syrian presidential election[d]
Хәрби звание генерал[d]
Һуғыш/алыш Шестидневная война[d], Война на истощение[d], Чёрный сентябрь в Иордании[d], Война Судного дня[d] һәм Гражданская война в Ливане[d]
Ғәскәр төрө Вооружённые силы Сирии[d] һәм Военно-воздушные силы Сирии[d]
Алмаштырылған Бәшәр Әсәд
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Хафиҙ Әсәд Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1963 йылда Әсәд Сүриәлә Бәғәҫ партияһын власҡа алып килгән хәрби түңкәрелештә ҡатнаша һәм Һауа-десант көстәре командующийы итеп тәғәйенләнә. 1966 йылда ул партияға нигеҙ һалыусыларҙыдәүләт менән идара итеүҙән ситләткән яңы түңкәрелештә генерал Сәләх Жәдит файҙаһына ҡатнаша. Яңы хөкүмәттә оборона министры вазифаһын биләп, Хафиҙ 1970 йылда сираттағы түңкәрелеш һөҙөмтәһендә Жәдитте бәреп төшөрә.

Власҡа килгәс, Әсәд партияның сәйәсәтен радикаллектән сығарған - шәхси милеккә контролде кәметкән һәм элекке хакимдар реакцион тип иҫәпләгән илдәр менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртҡан.

Һалҡын һуғыш осоронда ул, төбәктә ғәрәп мәнфәғәттәрен сағылдырыусы роленә дәғүә итеп, Израилгә ҡаршы тороуҙа ярҙам алыу маҡсатында СССР яғына баҫҡан, ләкин панғәрәбилек (панарабизм) идеологияһынан баш тартҡан.

Көслө президент власы булған бер партиялы режим урынлаштыра, ил етәкселеген дини принцип буйынса бүлә (сөнниҙәр номиналь рәүештә сәйәси институттар, ә нүсәйриҙәр ҡораллы көстәр, разведка һәм махсус хеҙмәттәр менән етәкселек итә) һәм уның элекке кәңәш биреү функцияларын ҡыҫҡарта.

Хафиҙ баштан уҡ үҙенең вариҫы итеп ҡустыһы Рифатты һайлай, ләкин 1983-1984 йылдарҙа, Хафиҙҙың һаулығы насарайғас, Рифат власты үҙ ҡулына алырға маташа һәм илдән ҡыуыла.

Киләһе вариҫы Хафиҙҙың улы Басил була, тик ул 1994 йылда автомобиль һәләкәтендә һәләк була. Сираттағы вариҫы - кесе улы Бәшәр, тик уның сәйәси тәжрибәһеҙлеге арҡаһында президент ҡарарын тәнҡитләүселәр табылған, тик ҡайһы берәүҙәр вазифаһынан төшөп тә ҡалғас, тауыш тынған. 2000 йылда Хафиҙ Әсәд йөрәк өйәнәгенән вафат була. Бәшәр Әсәд уның уның урынына килгән.

1983-1984 йылдарҙағы мираҫ кризисы үҙгәртергә

Ил менән бер үҙе етәкселек итеп, Хафиҙ баштан уҡ коррупционер репутациялы ҡустыһы Рифатты вариҫ итеп һайлай, ләкин 1983-1984 йылдарҙа, Хафиҙҙың һаулығы насарайыу сәбәпле, Рифат власты үҙ ҡулына алырға маташа.

1983 йылдың ноябрендә шәкәр диабетынан яфаланған Әсәд флебит менән ҡатмарланған йөрәк өйәнәге кисерә, был вариҫлыҡ кризисын тыуҙыра[5]. 13 ноябрҙә Хафиҙ дауаланған госпиталдә булғандан һуң, Рифат ағаһының артабан да ил менән идара итәсәгенә ышанмай, үҙенең кандидатураһын президент һайлауҙарында ҡуясағы тураһында белдерә, әммә президент тирәһендәгеләрҙең хуплауын тапмай.

Рифат һөргөнгә ебәрелә, Сүриәгә 1992 йылда ғына ҡайта, әммә бер ниндәй ҙә сәйәси роль уйнамай[6].

Оборона бригадаларының һаны 30-35 мең кешегә ҡыҫҡартыла, уларҙың функциялары республика гвардияһына тапшырыла, уның командующийы Аднан Мәхлүф генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә. Хафиҙҙың улы Басил, майор, гвардияла ҙур йоғонтоға эйә була[7].

Галерея үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #46790521 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  4. 4,0 4,1 Hafez al-Assad // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Thomas Collelo, ed. 1982 – 1987 Political Developments. Syria: A Country Study.. Washington: GPO for the Library of Congress (1987). Дата обращения: 8 октябрь 2012. Архивировано 8 октябрь 2012 года.
  6. Batatu, 1999, p. 235
  7. Batatu, 1999, p. 236

Һылтанмалар үҙгәртергә


  Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.