Нүсәйриҙәр (ойоштороусы исеменән; ғәр. نصيريون‎ — Нүсәйриүн, төр. Nusayriler), шулай уҡ ғәлиүиҙәр (ғәр. العلويون‎ — әл-Ғәләүин; рус. Алави́ты) булараҡ билдәле.

Нүсәйриҙәр
ғәр. علويون
Нигеҙләүсе Мухаммад ибн Нусайр[d] һәм Аль-Хасиби[d]
Нигеҙендә эшләнгән Шиғыйҙар
Төр ареалы картаһы
 Нүсәйриҙәр Викимилектә

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең кейәүе һәм ике туған ҡустыһы Али (Ғәли) ибн Әбү Талипты («Али-Аллаһ») илаһлаштырыусылар — синкретик дин эйәрсендәре, уны исламдың фарсы йүнәлешенең (суфыйлыҡ) һәм хатта шиғыйлыҡтың Али культы эзотерик йүнәлеше итеп тә ҡарарға мөмкин[1].

Нүсәйрилек — шиғый-исмәғилиҙәр тәғлимәтенә һәм гностик христианлыҡҡа яҡын ҡайһы бер ислам дини йүнәлештәре, тармаҡтары йәки секталары өсөн ҡулланылған атама[2].

Ҡайһы бер мосолман теологтар, мәҫәлән, Ибн Тәймиә һәм уның фәтүәһе эйәрсендәре нүсәйриҙәрҙе шиғыйлыҡтан да сығып, ислам йүнәлештәренән шул тиклем алыҫлашып, исламдың бер өлөшө тип һаналыу хоҡуғын юғалтҡан, айырым дингә — ислам , христианлыҡ һәм исламға тиклемге көнсығыш инаныуҙары («яһилиәт») ҡатнашмаһына әүерелгән, тип һанай.

Килеп сығыуы үҙгәртергә

Нүсәйрилек IX быуатта барлыҡҡа килә. Традицион рәүештә ағым дин белгесе Мөхәммәт Ибн Нүсәйр (Бәсрала яҡынса 883-тә үлгән) тарафынан нигеҙләнгән тип иҫәпләнә, ул ун беренсе шиғый имамы Хәсән әл-Асҡариҙы илаһи тип, үҙен иһә уның илсеһе (Бәб) тип атаған[2].

Әлеге ваҡытта нүсәйриҙәрҙең шиғый-ун икеселәр менән яйлап яҡынайыуы күҙәтелә. Был процесс Хафеҙ әл-Әсәд тарафынан башланған һәм улы Бәшәр хакимлығы осоронда ла Иран шиғый режимы менән Сүриә нүсәйриҙәренең хәрби-сәйәси шарттарҙа яҡынайыуы дауам итә. Нүсәйри ауылдарында мәсет төҙөлә, рамаҙан һәм башҡа мосолман йолаларын үтәлә.

Билдәле нүсәйриҙәр үҙгәртергә

  • Хафиҙ Әсәд — Сүриә хәрби, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Сүриәнең элекке оборона министры, Сүриәнең элекке премьер-министры, Сүриәнең элекке президенты, генерал.
  • Бәшәр Әсәд — Сүриә дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Сүриәнең ғәмәлдәге президенты, Сүриә ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы һәм Бәғәс партияһының Сүриә төбәк бүлексәһе секретары. Маршал. Хафиҙ Әсәдтең улы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. К. М. Базили в работе «Сирия и Палестина под турецким правительством в историческом и политическом отношении» использует термин «ансарии». В ряде случаев термин «алавиты» (для Турции и, реже, Албании) используется для обозначения бекташей, хотя бекташи близки алевитам, а не алавитам.
  2. 2,0 2,1 Али-заде, 2007

Һылтанмалар үҙгәртергә