Викидатала элемент юҡ

Бәхтейәр — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Бәхтейәр исеме бар.

Этимология

үҙгәртергә

Бәхтейәр — бәхет+йәр, яңы тыуған балаға бәхетле, ырыҫлы, ҡотло булһын тигән теләкте белдереп, шундай исем ҡушҡандар.[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Бәхтейәр Ҡанҡаев (ҡайһы берҙә Бәхтийәр Ҡанаев йәки Ҡаныҡаев; тыуған һәм үлгән ваҡыты билдәһеҙ) — хәрби эшмәкәр, 1773-1775 йылдарҙағы Рәсәйҙәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында Е. И. Пугачевтың көрәштәше, «баш полковник», Ҡаҙан губернаһында улус старшинаһы.<ref>

Хәлитов Бәхтейәр Әсфәндиәр улы (1942 йылдың 7 ғинуарында тыуған) — башҡорт шағиры, иҡтисадсыһы.

Бәхтейәров Рауил Ҡотдос улы (4 ғинуар 1926 йыл — 30 март 2001 йыл) — төҙөлөш алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980).

Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (6 ноябрь 1932 йыл — 1 декабрь 1998 йыл) — театр актёры, 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).

Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы (10 декабрь 1928 йыл — 25 июнь 1995 йыл) — СССР нефтсеһе, хужалыҡ эшмәкәре. 1966—89 йылдарҙа «Краснохолмнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989), БАССР-ҙың атҡааҙанған нефтсеһе (1971), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1987). СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972).

Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы (31 декабрь 1916 йыл — 1978 йыл)- балет артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1972). Тəүге башҡорт балериналарының береһе.

Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (12 июнь 1932 йыл — 5 июль 2009 йыл) — уҡытыусы, прозаик һәм публицист.

Бәхтийәр (рус. Бахтиярово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Пролетарка ауыл биләмәһе составына инә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ