Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы

революция хәрәкәте эшмәкәре
(Бәхтегәрәй Әғзәм улы Шәфиев битенән йүнәлтелде)

Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (5 февраль 1897 йыл — 19 август 1918 йыл) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.

Бәхтегәрәй Әғзәм улы Шәфиев
Тыуған:

5 февраль 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Мораптал волосы, 1-се Иманғол ауылы[1]

Вафат:

19 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (21 йәш)

Вафат урыны:

Ырымбур губернаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлек төрө:

революционер

Биографияһы

үҙгәртергә

Бәхтегәрәй Әғзәм улы Шәфиев Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Мораптал улусына ҡараған боронғо башҡорт ауылы Иманғолда (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы Беренсе Иманғол ауылы)[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Өс йәшендә үкһеҙ етем ҡала. Яҡын туғаны Әхмәтгәрәй Шәфиев ярҙамы менән Бәхтегәрәй белем ала. Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә (1910—1914), Сәйетҡол рус-башҡорт училищеһында (1914—15) уҡый. Ырымбур земство фельдшер-акушерлыҡ мәктәбенә инә.

1917 йылдан «Ырымбурҙың уҡыусы мосолмандары йәмғиәте» етәксеһе була. Ошо уҡ йылды РСДРП(б) сафтарына инә һәм Ырымбур губернаһының башҡорт, татар йәштәре араһында пропаганда эшен башлай. Рәсәйҙәге 1917 йылғы революциялар осоронда большевиктарҙың идеяларын яҡлап сыға. Башҡа башҡорттарҙан сыҡҡан билдәле большевик-революционерҙар — Кәрим Хәкимов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Баһауетдин Нуриманов һымаҡ Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен контрреволюцион тип иҫәпләй[2].

1918 йылдың ғинуарында Ырымбур мосолман хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың февраленән Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы рәйесе урынбаҫары, «Башҡурдистан» гәзитенең яуаплы секретары, эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары Советының Ырымбур губерна башҡарма комитеты ағзаһы була.

1918 йылдың апреленән — РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты ҡарамағында ойошторолған Үҙәк татар-башҡорт комиссариаты (Мәскәү) ағзаһы, уның юридик бүлеге мөдире. Ул шулай уҡ Мәскәүгә Башҡортостан автономияһы тураһындағы положениеның проектын күрһәтергә алып бара.

1918 йылдың июнендә, граждандар һуғышы башланып торған саҡта, агитация эштәре менән Ырымбур губернаһына ебәрелә. Ул ерле халыҡты, башлыса башҡорттарҙы һәм татарҙарҙы, аҡ гвардиясыларға һәм фетнә күтәргән аҡ чехтарға ҡаршы хәрәкәткә ҡушылырға өгөтләргә тейеш була. Революцияны ҡабул итмәгән Ырымбур казактары атаман Дутов етәкселеге аҫтында баш күтәрә һәм власты ҡулдарына ала. Ҡыҙылдарҙың частары Ырымбурҙы ҡалдырып торорға мәжбүр була, ә Шәфиев ауыл халҡы араһында өгөт-нәсихәт үткәреү өсөн Дутов биләгән төбәктә тороп ҡала. 1918 йылдың июнендә Ырымбур өйәҙенең Ҡабан ауылы эргәһендә Бәхтегәрәй дутовсы казактар тарафынан ҡулға алына һәм Ырымбур ҡалаһындағы төрмәгә ябыла. Аҡ гвардиясылар суды уны үлем язаһына хөкөм итә. Бәхтегәрәй Шәфиев 1918 йылдың авгусында атыла.

Һәләк ителгән сағында Бәхтегәрәй Шәфиевкә егерме бер йәш була.

Өфө, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Мораҡ, Иманғол ауылындарында урамдарға Шәфиев исеме бирелгән. Күгәрсен районының Сәйетҡол мәктәбе Бәхтегәрәй Шәфиев исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районына ҡарай
  2. Кульшарипов М. М. Октябрь 1917 года// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 92. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  • Кузыев Р. У. Бахтигарей Шафиев. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1972.
  • Асабин Е. П. «Под знаменем революции». Уфа, 1991.

Һылтанмалар

үҙгәртергә