Ғафаров Булат Баҡый улы
(Булат Баҡый улы Ғафаров битенән йүнәлтелде)
Ғафаров Булат Баҡый улы (27 август 1938 йыл — 26 ғинуар 2003 йыл) — башҡорт педагог-методисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
Ғафаров Булат Баҡый улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил |
СССР, Россия |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
педагогия фәндәре кандидаты (1978) |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергә- Булат Баҡый улы Ғафаров 1938 йылдың 27 авгусында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Өмбәт ауылында тыуған.
- Ете йыллыҡ мәктәпте тыуған ауылында уҡып, Абзан урта мәктәбен тамамлай.
- 1957—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый.
- 1962—1970 йылдарҙа Баймаҡ районының Түбә ауылының 2-се урта мәктәбендә уҡыта.
- 1970 йылдан алып Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында: 1982 йылдан башлап филология факультеты, 1997 йылдан башлап башҡорт филология факультеты деканы.
- 2003 йылдың 26 ғинуарында Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБулат Ғафаровтың фәнни тикшеренеүҙәре мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған. 120-нән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәреслектәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996);
- БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984);
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979);
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).
- Рәсәй Федерацияһының Махсус педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
- Махсус урта һәм юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Теоретические и методические основы изучения башкирской литературы в школе. — Уфа, 2001.
- Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә төрлө жанрҙағы әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. - Өфө, 1992.
- Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә лексик-стилистик күнегеүҙәр башҡарыу. - Өфө, 1994.
- Лирик әҫәрҙәрҙе өйрәнеү. - Өфө, 1996.
- Әҙәбиәттән яҙма эштәр. - 1994, 1999.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ғафаров Булат Баҡый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ф. Аҡҡужина. Даны һәм эше ҡалды... // Ағиҙел, 2013, 8-се һан.