Быҙаулыҡ (Ырымбур өлкәһе)

(Бузулук битенән йүнәлтелде)

Быҙаулыҡ (рус. Бузулук) — Ырымбур өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан ҡала. Быҙаулыҡ районының административ үҙәге. Ҡала округы район составына инмәй.

Ҡала
Быҙаулыҡ
рус. Бузулук
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Быҙаулыҡ Ҡала округы

Координаталар

52°46′ с. ш. 52°16′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Немков Николай Николаевич

Нигеҙләнгән

1736

Ҡала с

1781

Майҙаны

54,42[1] км²

Бейеклеге

70 м

Халҡы

82 816[1] кеше (2011)

Этнохороним

быҙаулыҡтар

Телефон коды

+7 35342

Почта индексы

461040

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 412

ОКТМО коды

53 712 000 001

Рәсми сайт

бузулук.рф

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Быҙаулыҡ (Рәсәй)
Быҙаулыҡ
Быҙаулыҡ
Быҙаулыҡ (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Быҙаулыҡ

Ҡала Ырымбур губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙе үҙәге булды. Быҙаулыҡ өйәҙе ҡалаһы (1781 йылда алып) һәм административ үҙәге (1781—1920). 1736 йылда Быҙаулыҡ ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалынған. 1795 йылда Быҙаулыҡта 260 йорт иҫәпләнгән, шул иҫәптән дворяндарға 5 йорт ҡараған, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 138, канцелярия хеҙмәткәрҙәренә — 8, отставкалағы һәм хеҙмәттәге казактарға — 86, сауҙагәр һәм мещандарға — 18, руханиҙарға — 3, крәҫтиәндәргә — 2 йорт. 1811 йылда 1000 кеше йәшәгән, 1897 — 14471 кеше (урыҫтар — 13180, татарҙар — 847 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында халыҡ башлыса сауҙа менән шөғөлләнгән. Йыл һайын 3 йәрминкә ойошторолған. Ҡыңғырау заводы эшләгән. Богородица ҡатын‑ҡыҙҙар һәм Спасо‑Преображение ир‑егеттәр монастыры, 5 сиркәү, 3 класлы ир һәм ҡыҙ балалар өсөн ҡала, 2 мәхәллә училищелары, 2 дауахана булған. 1920 ййылда алып Ырымбур губернаһы составында. 1934 йылға тиклем ҡала Һамар губернаһына һәм Урта Иҙел өлкәһенә ҡараған.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Топоним үҙе ярында урынлашҡан Быҙаулыҡ йылғаһы исеменән барлыҡҡа килгән. Был турала Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев «Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки» тигән китабында ошолай тип яҙа:

  Бузулукская крепость (Бузулук) своё название получила по реке Бузулук, так как крепость была заложена недалеко от впадения Бузулука в реку Самару. Наименование реки тюркское и первоначально звучало как Бузаулык (Базаулык, Бузавлык). Это доказывается таким же названием рек на востоке нашей области, точнее на территории соседней Башкирии.В Гайском районе в Ириклинское водохранилище впадает река Таналык. В верховье этой реки уже на землях Башкирии вливается её приток — небольшая речка Базаулык длиною около 40 км. Базаулык в свою очередь образуется в результате слияния ещё меньших речек, в составе названий которых содержится тоже слово Базаулык: Базаулык елга и Белекей базаулык елга. Слово Базаулык и его варианты во всех приведённых названиях отражают исконное (тюркское), в данном случае башкирское произношение. На старых географических картах эти реки обозначены словом базаулык (см. карту в «Справочнике торфяного фонда СССР») [267]. Но в устной речи русских жителей данной территории в исконном названии Базаулык произошли фонетические изменения (ассимиляция и слияние гласных соседних слогов), и оно зазвучало как Бузулук. Такие же изменения произошли и в первоначальном наименовании притока Самары Бузулук.[2].  

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 БД ПМО Оренбургской области. Город Бузулук
  2. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  3. Башҡорт Википедияһы — ӘМИРХАНОВ Әнүәр Хәбибулла улы (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2022)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә