Боронғо Башҡортостан
Боронғо Башҡортостан (Әл-Башғырд, Фиәфе-Башҡырт, Башғырдия, Баскардия) – Башҡортостан йөмһүриәтенең һәм сиктәш өлкәләренең ерендә 588-1236 йылдарҙа урынлашҡан боронғо башҡорт[14][15] дәүләте. Көнбайышта Иҙел буйы Болғары һәм көньяҡта Дәште Ҡыпсаҡ дәүләттәре менән сикләгән. [16]
Боронғо Башҡортостан | |
558 — 1236
| |
---|---|
Баш ҡала | |
Эре ҡалалары | |
Рәсми тел | |
Дин | |
Майҙаны |
яҡынса 547 000 км² |
Халҡы |
200 мең тирәһе кеше (башҡорттар, мажарҙар, фин-уғыр ҡәбиләләре) |
Идара итеү формаһы |
иртә иҡтағ мәликиәт |
Хан | |
• VII б. | |
• XIII б. |
Туҡһаба[13] |
Тарих
үҙгәртергәБоронғо башҡорт дәүләтенең ерҙәренең йәғрәфи тасуирламаһын биргән иң тәүге сығанаҡта, Мәхмүт Ҡашғариҙың "Диуан лөғәт әт-төрк" китабында, харитаға «Фиәфе Башҡорт» (башҡорт далалары) тип аталған төбәк төшөрөлгән. Йәғрәфи яҡтан тейешле мәғлүмәт булмауға ҡарамаҫтан, харитаһында ысынлап та башҡорттарҙың Хәзәр диңгеҙе һәм көнбайышта Иҙел үҙәне, төньяҡ-көнбайышта Урал тауҙары һәм көнсығышта Иртеш үҙәне менән сиктәш ерҙә йәшәүе күрһәтелгән, был урындағы яҡынса мәҡәлә бирә.[17]
Бине Рөстә, билдәле көнсығыш ғалимы-ҡамусы ғөлүмсеһе, башҡорттарҙы Иҙел, Сулман, Тубыл араһындағы Урал тау һыртының ике яғында һәм Яйыҡ йылғаһы ағымы буйлап өҫтәрәк урынлашҡан бойондороҡһоҙ халыҡ тип һүрәтләй.[18]
Әхмәт ибн Фаҙлан, Джиованни дель Плано Карпини, Гильом де Рубрук Көнсығыш Аурупа һәм Асия халыҡтарының тормошон һүрәтләгән билдәле тарихсылар, шулай уҡ Башҡорт шәжәрәһе башҡорттарҙың үҙаллы дәүләте булған тип раҫлай. Был тарихсылар үҙ халҡы менән идара иткән һәм үҙ ғәскәре булған башҡорт хакимдәрен һүрәтләй. Улар шулай уҡ башҡорттарҙың башҡа халыҡтарҙан айырып торған үҙ мәҙәниәте, теле һәм йолалары булыуын телгә ала[19][20]. Күренекле АҠШның ғалиме, төркиәтсеһе Питер Голден башҡорттарҙың боронғо ижтимағи ҡоролошон өйрәнгәндән һуң улар тураһында былай ти:
Был дәүләтте хатта хаҡанлыҡ тип тә атарға мөмкин, сөнки биләгән ере, унда йәшәгән халыҡтың ҡеүәте буйынса ул бындай билдәләмәгә тулыһынса тап килә. |
Боронғо башҡорт ҡалалары башлыса ҡышлау, йәғни ҡышҡыһын йәшәгән урын булараҡ ҡулланылған. Яҙын малсылыҡ хужалығын алып барған башҡорттар йәйләүгә сыға, унда йәй һәм көҙ буйына була. Ошондай уҡ йола күрше Иҙел буйы Болғарында ла булған. Был хаҡта шул осор мосаннифтәре (Бәлхиҙең «Ашкал әл-билад» әҫәрендә, Истахриҙең «Китаб мәсәлик әл-мәмәлик» китабында һ.б.) шаһитлек итә. С. И. Руденко фекеренсә, 1236 йылда башҡорт дәүләте тулыһынса Мағул хаҡанлығы тарафынан яулап алына.
Шулай уҡ Юлиан мәлигенең хисабәтендә былай тиелә:
Мағулдар менән башҡорттар араһында һуғыш 14 йыл дауам итә... Башҡорттар бик күп алыштарҙа еңә һәм, ахыр сиктә, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй, шунан һуң мағулдар артабанғы яулап алыуҙар өсөн башҡорттар менән иттифаҡ төҙөй |
Ошоноң менән бәйле Алтын Урҙаның күренекле тарихсыһы Герман Федоров-Давыдовтың фекерен килтереү мөһим:
Башҡорттарҙың үҙ ханы булыуы тураһында һөйләгәндә, ул был башҡорттарға бирелгән айырым өҫтөнлөк булыуын күрһәтә, сөнки улар үҙ ирке менән мағул хакимлеген ҡабул итә; ғәҙәттә монголдар үҙҙәренең көсө менән яулап алған халыҡтарҙың элекке хакимдәрен бер ҡасан да тере ҡалдырмаҫ ине. |
Әл-Иҙриси башҡорт иле тураһында мәғлүмәтте ул ваҡытта билдәле булған ғәрәп сәйәхәтселәре китаптарынан ала. Башҡорт иле тураһында бындай мәғлүмәттәр ғәрәп донъяһына Әл-Иҙриси осоронан күпкә алдараҡ үтеп инә: VIII быуатта болғарҙар һәм башҡорттар араһында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәһенең дағилыҡ эшмәкәрлеге тураһында уның тере сағында уҡ хәбәр ителгән сығанаҡтар бар. Урта быуат ғәрәп сығанаҡтарында шулай уҡ Ғәрәп хәлифәлегендә юғары хакимлектәрҙең таныуына өлгәшкән һәм ҙур хәрби вазифалар биләгән башҡорттарҙан ҡайһы бер мәмлүктәр телгә алына. Мысыр әмирҙәренең береһе мәмлүк Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди була.
Ғәскәр
үҙгәртергәX быуаттың беренсе яртыһында башҡорттар башлығы Башҡорт хан ике мең һыбайлыһы менән Ҡымаҡ хаҡанлығы сигендә Хәзәр хаҡанлығы ғәскәрендә хеҙмәт итә. Башҡорт яугирҙәренең ҡорамалдары һөңгө, ҡылыс, уҡ һәм ҡорман, киҫән, төрлө ҡалыптағы ҡалҡандарҙан, ә һуңыраҡ утлы ҡоралдан торған. Ҡайһы бер яугирҙәр алыш алдынан лата һәм ҡалҡан кейгән. Башҡорт ғәскәре меңдәргә, йөҙҙәргә, иллегә һәм ундарға бүленә, уларҙың һәр береһенең башында түрәләр тора. Башҡорттарҙың хәрби тактикаһы атлы ғәскәрҙең төп роле менән айырылып тора һәм яйлап күрше күсмә халыҡтар менән даими бәрелештәрҙә үҫешә. Шулай уҡ Әл-Истахри, Ғардизи башҡорттарҙы тасуирлап, был халыҡтың ике меңгә тиклем атлы яугире бар тип яҙа.[21]
Идара ҡоролошо
үҙгәртергәБашҡалаһы әлеге Өфө урынында урынлашҡан Башҡорт ҡалаһы булған[22][23][24]. Тағын Нәмәгән, Мәрмәр, Ҡорған, Ҡараҡыя тигән ҡалалар урынлашҡан[25][26][27].
Хакимдәр
үҙгәртергә- Башҡорт (IX б.)
- Баба-Түкләс (XI б.)
- Тырма (XI б.)
- Ҡаҙансы (XI б.)
- Ислам-ҡыя (XII б.)
- Ҡара-ҡыя (XII б.)
- Ҡотло-ҡыя (XII б.)
- Туҡһаба (XII б.)
- Уйшын-Майҡы (1210-1220)
- Мөйтән (1220-1230)
- Алсаҡ (1220-1230)
- Шаҡмаҡлы (яҡынса 1230)
- Болғайыр (1230-1240)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Антонов И. В. Ал-Идриси о башкирах и стране башкир // Проблемы истории, филологии, культуры. 2010.
- Овсянников В.В., Псянчин А.В. Документы и материалы по истории башкирского народа. 2012
- Валиди А.-З. История башкир. Уфа: Китап, 2010.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Документы и материалы по истории башкирского народа (с древнейших времен до середины XVI в.) . Библиотека исторической литературы. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Ал-Идриси о башкирах и стране башкир . cyberleninka.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ ФАЗЛЛАЛЛАХ РАШИД АД-ДИН. ОГУЗ-НАМЕ. DrevLit.Ru - библиотека древних рукописей . drevlit.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Белавин Андрей Михайлович, Крыласова Наталья Борисовна, Данич Андрей Васильевич Венгерские (мадьярские) черты погребального обряда средневековых могильников Предуралья // Археология евразийских степей. — 2018. — В. 6. — С. 8–12. — ISSN 2587-6112.
- ↑ https://xn----7sbiew6aadnema7p.xn--p1ai/sity_id.php?id=200
- ↑ Ал-Идриси о башкирах и стране башкир . cyberleninka.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Документы и материалы по истории башкирского народа (с древнейших времен до середины XVI в.) . Библиотека исторической литературы. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Академия наук СССР, Башкирский филиал, Институт истории, языка и литературы – Письменные памятники Башкирии (Историко-филологические исследования), Уфа-1982 .
- ↑ Идиатуллов Азат Корбангалиевич "священные" объекты татар и башкир Среднего Поволжья и Приуралья // Вестник Томского государственного университета. История. — 2018. — В. 52. — С. 89–94. — ISSN 1998-8613.
- ↑ Валиди Тоган Ахметзаки. История башкир . Библиотека исторической литературы. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Уметбаев М. И. Башкиры.
- ↑ Абд ал-Латифа б. Абдаллаха ал-Аббаси Гуджарти -- «Латаиф ал-Лугат»
- ↑ Раиль Гумерович Кузеев. Происхождение башкирского народа. — Наука, 1974. — 584 с.
- ↑ Ал-Идриси о башкирах и стране башкир . cyberleninka.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Раиль Гумерович Кузеев. Происхождение башкирского народа. — Наука, 1974. — 584 с.
- ↑ Белавин Андрей Михайлович, Крыласова Наталья Борисовна, Данич Андрей Васильевич Венгерские (мадьярские) черты погребального обряда средневековых могильников Предуралья // Археология евразийских степей. — 2018. — В. 6. — С. 8–12. — ISSN 2587-6112.
- ↑ Иван Иванович Умняков|Умняков И. И, "Самая старая турецкая карта мира". Труды Самаркандского государственного педагогического института. 1940. Т.1, вып.1. с. 103—131.
- ↑ Историческая этнография башкирского народа - Кузеев Р.Г.. — 1978.
- ↑ Lib.ru/Классика: Карпини, Джованни Плано. История Монголов, которых мы называем Татарами . az.lib.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Путешествие Вильгельма Рубрука в Восточные районы (Лондон, 1900, ISBN 0-8115-0327-5) . www.hist.msu.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Валиди Тоган Ахметзаки. История башкир . Библиотека исторической литературы. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ «Mercator and Hondius (loth Ed., 1630) and N. Sanson (1650) show Jorman on the south of the Kama R., Pascherti in the position of Ufa, the present head-quarter of the Bashkirs, Sagatin (= Fachatim of the text) at the head of the Ufa River, Marmorea on the Bielaya south of Ufa». — Cathay and the Way Thither: Being a Collection of Medieval Notices of China, Chʻeng-wen Publishing Company, 1967. Henri Cordier
- ↑ Документы и материалы по истории башкирского народа (с древнейших времен до середины XVI в.) . Библиотека исторической литературы. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Ал-Идриси о башкирах и стране башкир . cyberleninka.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ ФАЗЛЛАЛЛАХ РАШИД АД-ДИН. ОГУЗ-НАМЕ. DrevLit.Ru - библиотека древних рукописей . drevlit.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Белавин Андрей Михайлович, Крыласова Наталья Борисовна, Данич Андрей Васильевич Венгерские (мадьярские) черты погребального обряда средневековых могильников Предуралья // Археология евразийских степей. — 2018. — В. 6. — С. 8–12. — ISSN 2587-6112.
- ↑ Ал-Идриси о башкирах и стране башкир . cyberleninka.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.
- ↑ Р. Г. Кузеев. Башкирские шежере. — Рипол Классик, 2013. — 301 с. — ISBN 978-5-458-39571-7.
- ↑ Бартольд В.В. Сочинения. Т. VIII. Работы по источниковедению. М., 1973.
- ↑ Раиль Гумерович Кузеев. Происхождение башкирского народа. — Наука, 1974. — 584 с.
- ↑ Р. Г. Кузеев. Башкирские шежере. — Рипол Классик, 2013. — 301 с. — ISBN 978-5-458-39571-7.
- ↑ Хусаинов Г. Б. Духовный мир башкирского народа. Уфа, 2003. С. 45.; Аннинский С. А. Известия венгерских миссионеров XIII-XIV вв., о татарах и Восточной Европе // Исторический архив III. М., 1941. С. 81. ebook.bashnl.ru. Дата обращения: 19 декабрь 2023.