Әбү Зайд Әхмәт ибн Сахл әл-Бәлхи (850(0850)934) — мосолман ғалим-энциклопедисы: математик, астроном, табип, географ булараҡ киң билдәле. Сығышы менән Балх тирәһенән, Хөрәсән; Бағдадта әл-Кинди һәм уның уҡыусыларында уҡый.

Бәлхи
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ Сәмәниҙәр дәүләте
Тыуған көнө 850[3]
Тыуған урыны Балх[d], Балх[d], Афғанстан
Вафат булған көнө 934[2][3][4][…]
Вафат булған урыны Балх[d], Балх[d], Афғанстан
Һөнәр төрө географ, физик, математик
Уҡыусылар Абу-ль-Хасан аль-Амири[d][5]
Кемдә уҡыған Аль-Кинди[d][6]

Төп хеҙмәте — Ашкал ал-билад («Ил төрҙәре»), унда халҡы 10 000 кеше иҫәпләнгән Болғар ҡалаһы ентекле тасуирлана. Шулай уҡ китапта хазар, болғар, буртас, башджар халыҡтарының тасуирламаһы бар. Хеҙмәте шулай уҡ башҡа исем аҫтында билдәле — Сувар ал-акалим («Климаттар картаһы»), Таквим ал-булдан («Ҡалалар бүленеше»). Дөйөм фекер буйынса был китап 920—921 йылдарҙа яҙылған. Әммә был дата бер аҙ шик тыуҙыра. Эш шунда, Ибн Фаҙлан, 922 йылда болғар илендә шәхсән булған булһа ла, уларҙың ниндәй ҙә булһа ҡалаһы булыуы тураһында яҙмай. Әл-Бәлхи Болғар, Сувар һәм Тышҡы Болғар, шулай уҡ йәмиғ мәсеттәр тураһында иҫкә ала. Б. Н. Заходер был хәбәрҙе Ибн Фаҙлан әл-Бәлхигә еткереүсе булыуы мөмкинлеге тураһында фараз әйтә. Бәлки, әл-Бәлхи үҙенең әҫәрҙәрен 922 йылдан һуң ижад иткәндер. Ибн Фаҙлан үҙ яҙмаларында ҡалалар тураһында телгә алмаһа ла, был әл-Бәлхиҙең, Ибн Фаҙландан айырмалы рәүештә, Иҙел болғарҙарында йәй, улар ҡаланан «кейеҙ йорттарҙа» йәшәргә сыҡҡан ваҡытта булған, башҡа сығанаҡтары булыуы тураһында һөйләй.

Урыҫ теленә тәржемәләре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Record #2147904944379090892, Record #1239159234083203370542 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 BALKHĪ AL- // Encyclopædia Universalis (фр.)Encyclopædia Britannica, 1968.
  4. Aḥmad ibn Sahl al-Balkhī // LIBRISНациональная библиотека Швеции.
  5. https://plato.stanford.edu/entries/al-kindi/#Leg
  6. https://www.google.fr/books/edition/The_Theology_of_Ab%C5%AB_l_Q%C4%81sim_al_Balkh%C4%AB/9nwJDAAAQBAJ?hl=fr&gbpv=0 — Б. 11.

Һылтанмалар

үҙгәртергә