Богоров Вениамин Григорьевич

Богоров Вениамин Григорьевичв (11 (24) декабрь 1904, Мәскәү — 15 апрель 1971 йыл, Кишинёв) — СССР океанологы һәм гидробиологы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1958).

Богоров Вениамин Григорьевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 11 (24) декабрь 1904
Тыуған урыны Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 15 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)
Вафат булған урыны Кишинёв, Молдавия Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Изображение могилы
Һөнәр төрө океанолог
Эш биреүсе Институт океанологии имени П. П. Ширшова РАН[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Уҡыу йорто Биологический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены медаль «В память 800-летия Москвы»
В. Г. Богоровтың тыуыуының 75-йыллығына арналған СССР почта конверты .

БиографияһыҮҙгәртергә

Беренсе гильдия сауҙагәре (1908 йылдан), «Г. В. Богоров һәм Ко урман сәнәғәте ширҡәте» рәйесе Григорий Вениаминович (Евзель-Гирш Бениаминович) Богоров (1875—1923) һәм Фани Львовна (Фейга Лейбовна) Богорова (1878—1953) ғаиләһендә тыуған[2][3]. Уның апайҙары Сара (Александра, 1903—1988) һәм Эсфирь (1907—1996) була. Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетының биология бүлегендә юғары белем ала. Уҡыуын 1926 йылда тамамлай. Уҡыуын тамамланғанға тиклем үк Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтының «Персей» экпедиция судноһында фәнни эштәр башҡара (1924).

1930 йылдан Бөтә Союз балыҡ хужалығы һәм океанография институтында эшләй. 1940 йылда «Биологические сезоны в планктоне полярных морей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1941 йылда СССР Фәндәр академияһының Океанология институты директорының фән буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. Шулай уҡ 1946 йылдан ул Мәскәү дәүләт университетының география факультеты профессоры булып эшләй.

1961 йылда Океанология институтында планктон лабораторияһы мөдире вазифаһына күсә. 1964 йылдан Мәскәү дәүләт университетының гидробиология кафедраһы мөдире.

 
Богоровтың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында ҡәбере.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

ҒаиләһеҮҙгәртергә

  • Ҡатыны — Эсфирь Львовна Минц (1904—1988), юрист, «Экспортхлеб» хеҙмәткәре.
    • Улы — Богоров Григорий Вениаминович (1938—1997), океанолог, геоморфолог, СССР Фәндәр академияһының А. Н. Андреев исемендәге Акустика институты ғилми хеҙмәткәре; химик В. А. Каргиндың кейәүе.
  • Улы — Лев Вениаминович Богоров (1944 йылда тыуған), микробиолог, рәссам (1994 йылдан — АҠШ-та)[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреҮҙгәртергә

- Ленин ордены

- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 10.06.1945)

- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

- миҙалдар

- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — океанология өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн

ХәтерҮҙгәртергә

 
«Профессор Богоров» фәнни-тикшеренеү судноһы һәм В. Г. Богоров портреты төшөрөлгән СССР Почта маркаһы

- Япон диңгеҙенең һыу төбөндә һыу аҫты һырты (Богоров һырты, координаталары: 42°40′ с. ш. 136°20′ в. д.HGЯO), «Витязь» фәнни-тикшеренеү судноһының 6-сы рейсында табылған (1951 й.)[5] һәм СССР Фәндәр академияһының фәнни-тикшеренеү судноһы («Профессор Богоров») В. Г. Богоров хөрмәтенә аталған.

- 1979 йылда СССР Почтаһы В. Г. Богоровтың тыуыуының 75-йыллығына арналған почта конверты сығара.

Фәнни ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә

Диңгеҙҙәр һәм океандар планктонын, океандың биологик етештереүсәнлеге проблемаларын, унда географик зоналарға бүлеүҙе өйрәнә. Л. А. Зенкевич менән бергә океандың биологик төҙөлөшөн өйрәнеү өҫтөндә эшләй.

«Витязь» судноһында экспедиция начальнигы була.

Хеҙмәттәре исемлегеҮҙгәртергә

  • Вертикальное распределение зоопланктона и вертикальное расчленение вод океана // Труды института океанологии АН СССР. 1948. Т. 2.
  • Жизнь моря. М., 1954.
  • Продукция планктона и характеристика биогеографических областей океана // Доклады АН СССР. 1958. Т. 118. № 5.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • С. И. Кан, Г. В. Богоров, Л. В. Богоров. Вениамин Григорьевич Богоров, 1904—1971. — Москва: Наука, 1989.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Богоров Вениамин Григорьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Богоров Вениамин Григорьевич // Участники рейсов «Витязя». Музей мирового океана.
  • Биографические сведения на сайте «Летопись Московского университета»