Бирмингем (Алабама)
Бирмингем (ингл. Birmingham [ˈbɜrmɪŋhæm]) — Америка Ҡушма штаттарының Алабама штатындағы ҙур ҡала . 2010 йылда ҡала халҡы 212 237 кеше тәшкил итә, ә агломерацияһындағы халыҡ һаны — миллиондан ашыу кеше.
Бирмингем | |
ингл. Birmingham | |
Флаг | |
![]() | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1871 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Birmingham |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Джефферсон[d] |
Административ-территориаль берәмек | Джефферсон[d] һәм Шелби[d] |
Хөкүмәт башлығы | Randall Woodfin[d] |
Халыҡ һаны | 212 237 кеше (2010) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 196 ± 1 метр һәм 187 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC−6[d] |
Туғандаш ҡала | Рош-ха-Аин[d], Аньшань[d], Кобан[d], Маэбаси[d], Пльзень, Помильяно-д’Арко, Секешфехервар[d], Винница һәм Гверу[d] |
Милке | Legion Field[d] һәм Regions Field[d] |
Сиктәш | Бессемер[d] |
Майҙан | 384,944955 км²[1] |
Почта индексы | 35201 |
Рәсми сайт | birminghamal.gov (инг.) |
![]() | |
![]() | |
Категория с картами на Викискладе | Maps of Birmingham, Alabama |
Урындағы телефон коды | 205 |
![]() |
Бирменгем 1871 йылда, АҠШ-та Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң нигеҙләнгән. Ҡаланың исеме Британияның Бирмингем ҡалаһы, Берләшкән короллектең иң эре сәнәғәт үҙәге, хөрмәтенә аталған. Бирмингем ҡалаһы Көньяҡ Американың мөһим индустриаль үҙәге иҫәбендә тора. Ғәҙәттә, Бирмингем сәнәғәтенең нигеҙен металлургия тәшкил итә, шунлыҡтан ҡалаға «Көньяҡ Питтсбург» (ингл. Pittsburgh of The the South) ҡушаматы бирелгән. Бирмингемдың икенсе ҡушаматы — «Магик ҡала» (ингл. The City Magic).
ГеографияһыҮҙгәртергә
АҠШ статистика бюроһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡаланың дөйөм майҙаны — 393 км², шуның 388 км² ҡоро ергә тура килә һәм 5,2 км² — һыу ресурстары. Ҡала майҙанының барлығы 1,34 процентын һыу биләй. Бирмингем ҡалаһы Кахаб йылғаһы янында урынлашҡан.
Бирмингемда дымлы субтропик климат. Бирмингем (Cfa Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһына ярашлы) йәй эҫе, ҡышы йомшаҡ, йыл дауамында ямғырҙар мул яуа.
- Йыллыҡ уртаса температура — +17,3 C°
- Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 2,7 м/с
- Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 70 %
Климат Бирмингем | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 27,2 | 28,3 | 32,2 | 33,3 | 37,2 | 41,1 | 41,7 | 40,6 | 41,1 | 34,4 | 29,4 | 26,7 | 41,7 |
Һауа температураһы, °C | 12,1 | 14,7 | 19,3 | 23,6 | 27,5 | 30,9 | Йылылығыудельная 32,7 | 32,6 | 29,5 | 24,1 | 18,6 | 13,3 | 23,2 |
Уртаса температура, °C | 6,6 | 8,7 | 12,9 | 16,9 | 21,4 | 25,4 | 27,3 | 27,1 | 23,7 | 17,8 | 12,4 | 7,8 | 17,3 |
Уртаса минимум, °C | 1,0 | 2,8 | 6,5 | 10,3 | 15,4 | 19,8 | 21,9 | 21,6 | 17,9 | 11,6 | 6,4 | 2,4 | 11,5 |
Абсолют минимум, °C | -21,1 | -23,3 | -16,7 | -3,3 | 2,2 | 5,6 | 10,6 | 10,6 | 2,8 | -2,8 | -15 | -17,2 | -23,3 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 123 | 115 | 133 | 111 | 127 | 111 | 122 | 100 | 99 | 87 | 123 | 113 | 1364 |
Сығанаҡ: һауа торошо һәм климат |
ХалыҡҮҙгәртергә
2010 йылда алынған халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса[2] халыҡ һаны— 212 237 кеше, (кеше тығыҙлығы — 561 кеше/км²).
БиналарҮҙгәртергә
2014 йылға ҡарата Алабама штатында бейеклеге 80 метрҙан ашыу 15 бина бар: шуларҙың етәүһе Бирмингемда тора.
Туғанлашҡан ҡалаларыҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 2016 U.S. Gazetteer Files — Бюро переписи населения США, 2016.
- ↑ Quick Facts: Birmingham city, Alabama. Census.gov. 4 апрель 2016 тикшерелгән.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- ҘРЭ|Бирмингем|3|551
- Ҡаланың рәсми сайты (инг.)
- Бирмингем тураһында вики-сайт (инг.)