Биксән
Биксән (рус. Биксяново) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 513 кеше булған[1]. Һайран ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453225, ОКАТО коды — 80231860003.
Ауыл | |
Биксән Биксян | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәАуылдың тәүге күскенсеһе — Биксән Яҡупов. Ул 1790 йылда Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрен завод хужаһы Дарья Пашковаға һатыуҙа ҡатнаша.
XIX быуат башында 14 йорт була, унда 75 кеше йәшәй. 50 йылдан һуң 31 йортта 235 кеше йәшәй. 1920 йылда ауылда 286 кеше йәшәй һәм 55 ихата була. Халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, сана, тәгәрмәс, туғын яһау менән шөғөлләнгәндәр.
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында» Законға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[2].
Ауыл бөгөн
үҙгәртергәАуылда урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 286 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 266 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 398 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 428 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 464 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 513 | 250 | 263 | 48,7 | 51,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Милли составы: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[4].
Географик урыны
үҙгәртергәБиксән Бишағас йылғаһы Һәләүек йылғаһына ҡойған ерҙә урынлашҡан.
Алыҫлығы:[5]
- Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 25 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һайран): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ ): 40 км
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[6]:
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Шәйәхмәтова Әлфирә Биктимер ҡыҙы (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1986—2001 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 54-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы тәрбиәсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1996), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1995)[7].
Иҡтисады
үҙгәртергә- Игенселек;
- Малсылыҡ.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биксән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан 2011 йыл 4 сентябрь архивланған.
- Страница Биксяново на портале «Генеалогия и Архивы»
- вконтакте сайтында Биксяновский-Сдк Биксян
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
- ↑ Биксән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡолғона ауылы
- ↑ Салават. Энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2018. — 536 с.: илл. ISBN 978-5-88185-397-6. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 март 2021)