Көнсығыш марка
Көнсығыш марка (нем. Ostmark; лат. Marchia orientalis), шулай уҡ Бавария көнсығыш маркаһы исеме аҫтында билдәле) — IX—XII быуаттарҙа көньяҡ-көнсығыш Германияла булдырылған һәм Австрия герцоглығына тиклем ойошторолған тәүге осорҙағы феодаль дәүләт (марка). X быуат аҙағынан башлап был дәүләт өсөн Көнсығыш марка һәм Австрия маркграфлығы исемдәре тиң дәрәжәлә ҡуллана.
Көнсығыш марка | |||
нем. Ostmark | |||
| |||
976 — 1156
| |||
---|---|---|---|
Дин | |||
Идара итеү формаһы |
монархия | ||
Тарих
үҙгәртергәТәүге тапҡыр славян ерҙәре сиктәрендә буфер маркграфлығын булдырыу ниәте IX быуат башында башҡарыла. Карл Бөйөктөң аварҙар менән һуғыштарынан һуң франктарҙың сиктәре көнсығышҡа табан күсерелә. Дунай буйлап Вена урманына тиклем халыҡтарҙың бөйөк күсенеүенән һуң күбеһенсә славяндар көн күргән территория Бавария герцоглығы составына инә. Был ерҙәрҙә Бавариялы көнсығыш марка формалаша, төп маҡсаты уның немец колонизациялауы, христианлаштырыу һәм славян халыҡтары барымталарынан сиктәрҙе һаҡлау. Көнсығыш марканан көньяҡҡа шулай уҡ маркалар һәм кенәзлектәр — Штирия герцоглығы, Каринтия герцоглығы, Крайна һәм Истрия — булдырылалар, улар Германия һәм көньяҡ славяндар араһында буфер зонаһы булып хеҙмәт итәләр. 870 йылдарҙа Бавариялы һәм башҡа маркалар 896 йылда Изге Рим империяһы императоры булған Арнульф Каринтийский хакимлығы аҫтында берләштереләләр. 892 йылда Урта Дунай буйына империяға славяндарға ҡарағанда етди ҡурҡыныс тыуҙырған венгрҙар күсенә. 907 йылда Пресбург аҫтындағы алышта (хәҙер Братислава) немец ғәсҡәрҙәре венгрҙар армия тарафынан тар-мар ителәләр. Венгрҙар Энса тиклем территорияны баҫыа алалар һәм Бавария маркаһы ҡолатылыуына килтерә. Венгрҙар барымталары X быуаттың уртаһына тиклем дауам итәләр. Тик 955 йылда ғына Лех йылғаһындағы алышта Германия императоры Оттон I Бөйөк хәл иткес еңеү яулай һәм Австрия территорияһын азат итә.
Яҡынса 960 йылда Бавария составынан Көнсығыш марка ҡабаттан бүленеп сығарыла. Был ваҡытта уның территорияһы хәҙерге Түбәнге Австрия көнбайыш өлөшөн һәм Үрге Австрияның көнсығыш өлөшөн биләй. Германия сиктәрен Венгрия ерҙәре менән һөҙөмтәле оборонаһын ойоштороу маҡсатында кенәзлектәр булдырыла.
976 йылда Көнсығыш марка маркграфы 1246 йылға тиклем Австрияла идара иткән Бабенбергтар династияһына нигеҙ һалыусы Леопольд I була. Уның вариҫтары булған саҡта марка территорияһы көнсығыш йүнәлешендә Лейта йылғаһына тиклем венгрҙарҙан тартып алынған ерҙәр иҫәбенә киңәйә. 996 йылда беренсе мәртәбә марканың боронғо немец атамаһы иҫкә алына Ostarrîchi. Ошо һүҙҙән хәҙерге Австрия (нем. Österreich) исеме килеп сыҡҡан.
Көнсығыш маркаһы йәки Австрия макграфы 1156 йылға тиклем император Фридрих I Барбаросса дәүләткә герцоглыҡ статусын һәм Бавариянан иреклек бүләк иткәнгә тиклем Баварияның номиналь сюзеренитеты аҫтында ҡала. Ошо мәлдән Көнсығыш марка исеме Австрияға ҡарата башҡа ҡулланмай.
«Көнсығыш марка» йәки «Остмарк» терминдары Өсөнсө рейхта Австрияға ҡарата 1938 йылдағы аншлюстан һуң ҡуллана, һуңыраҡ Альпы һәм Дунай рейхсгауҙарына алмаштырыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Semple, Ellen Churchill (1915). «The Barrier Boundary of the Mediterranean Basin and Its Northern Breaches as Factors in History». Annals of the Association of American Geographers 5: 27–59. DOI:10.1080/00045601509357037.
- Reuter, Timothy. Germany in the Early Middle Ages 800–1056. New York: Loman, 1991.