Белгород өлкәһе
Белгоро́д өлкәһе — Рәсәйҙен көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Мәскәүҙән 500 км алыҫлыҡта урынлашҡан төбәк.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Белгород өлкәһе | |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Белгород | ||||
67-се | |||||
- Барлығы |
27 134 км² | ||||
- Барлығы |
1 544 068 (2014) 56,9 кеше/км² | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
397,1 млрд. млрд. һум (2010) 209,6 мең һум | ||||
Үҙәк федераль округы | |||||
Үҙәк-ҡара тупраҡ иҡтисад районы | |||||
урыҫ | |||||
Губернатор |
Савченко, Евгений Степанович | ||||
31 | |||||
RU-BEL | |||||
MSD[d] һәм Европа/Москва[d][1] | |||||
Бүләктәре: |
Тарих
үҙгәртергә1708 йылда Рәсәй 8 губернаға бүленә. Белгород крайы Киев губернаһы составына инә. 1719 йылда Киев губернаһы 4 провинцияға бүленә:
- Киев
- Белгород
- Севская
- Орёл
Хәҙерге Белгород өлкәһе территорияһы Белгород һәм Севская провинциялар составында була.
1727 йылда « Белгородское наместничество» ойошторола. 1749 йылда ул Белгород губернаһы тип үҙгәрелә.
6.01.1954 йылда Белгород өлкәһе ойошторола. Курск өлкәһенән Белгород өлкәһенә 23 район бирелә.
Сиктәшлек
үҙгәртергә- Көньяҡ һәм көнбайыштан — Украинаның Луганск, Сум һәм Харьков өлкәләре;
- Көнсығыштан — Воронеж өлкәһе
- Төньяҡтан — Курск өлкәһе
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Дубовицкая Татьяна Дмитриевна (31.05.1959), ғалим-психолог. 1983 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, артабан академияһы һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005—2008 йылдарҙа һәм 2011 йылдан — кафедра мөдире. Психология фәндәре докторы (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Губкин ҡалаһынан[2].
- Севостьянов Сергей Александрович (5.11.1960), спортсы. Күреү йәһәтенән инвалид спортсыларҙың еңел атлетика буйынса — 1983 йылдан СССР, 1992 йылда БДБ, (1992), 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1992). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Паралимпия уйындары чемпионы (2 тапҡыр 1992; 1996, 2000), күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры; шулай уҡ күп тапҡыр донъя, Европа, СССР, БДБ, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), Почёт (2002), Дуҫлыҡ (1996) һәм «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000), Салауат Юлаев (2004) ордендары, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006) кавалеры. Валуйки ҡалаһынан[3].
Дәүләт ҡоролошо
үҙгәртергәБелгород өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
Башҡарма власть
үҙгәртергә- Белгород өлкәһе Губернаторы — Белгород өлкәһе башлығы һәм Белгород өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Белгород өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.
Белгород өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Белгород өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.
1993 йылдын 18 декабренән өлкәлә берҙәм-бер губернатор — Савченко Евгений Степанович.
Суд власы
үҙгәртергәБелгород өлкәһе суд системаһы составында:
- Белгород өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен Юғары судының түбәнге инстанция суды
- Белгород өлкәһе арбитраж суды , Рәсәйҙен Юғары судының түбәнге инстанция суды
Закондар сығарыу власы
үҙгәртергә- Белгород өлкәһе өлкә думаһы.
Иҡтисад
үҙгәртергәЭре ойошмалар:
- Лебединский тау-байыҡтырыу комбинаты
- Стойленский тау-байыҡтырыу комбинаты
- Оскольский электрометаллургия комбинаты
- Оскол металлургия машиналар төҙөү заводы
- Осколцемент
- Белгород цементы
- «СУМ ЦММ» ААЙ («Специализированное управление механизации Центрометаллургмонтаж»)
- «Стройметаллком» тимер конструкциялар заводы
- «Осколпласт» пластмасса заводы[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Дубовицкая Татьяна Дмитриевна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 май 2019)
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Севостьянов Сергей Александрович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2020)
- ↑ Старооскольский завод пластмасс 2013 йыл 15 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт губернатора и правительства Белгородской области 2020 йыл 10 декабрь архивланған.
- Белгородская областная Дума. Официальный сайт 2012 йыл 2 ғинуар архивланған.
- Законодательные и нормативные акты Белгородской области
- Евгений Савченко. Персональный сайт и видеоблог губернатора Белгородской области 2013 йыл 23 ноябрь архивланған.
- Карты населённых пунктов Белгородской области