Бекетов Василий Семёнович

Бөйөк Ватан һуғышы яугире

Бекетов Василий Семёнович (25 март 1924 йыл — 18 сентябрь 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар взводы командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Бекетов Василий Семёнович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 25 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Андреевка ауылы, Заречье ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР[1]
Вафат булған көнө 18 сентябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Салауат
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Семёнович Бекетов 1924 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Андреев утарында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Андреевка ауылы) тыуған.

Ҡыҙыл Армия сафына 1943 йылдың март айында Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың июленән. 1-се Белоруссия фронтында 8-се гвардия армияһы 57-се гвардия уҡсылар полкы гвардия уҡсылар дивизияһының 170-се уҡсылар взводы командиры була. Көнбайыш Буг һәм Висла йылғаларын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 20 июлендә Бекетов үҙенең взводы менән тәүгеләрҙән булып Волын өлкәһе Любомль ҡалаһы районында Көнбайыш Буг йылғаһын аша сыға һәм, көслө ут аҫтында дошмандың траншеяларына бәреп инә һәм бер нисә дошман һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 1 авгусында Бекетов Василийҙың взводы тәүгеләрҙән булып немецтарҙың көслө артиллерия-миномет уты аҫтында Магнушев ҡалаһы (Польша) районы эргәһендәге Висла йылғаһын аша сыға һәм дошманды уларҙың беренсе оборона һыҙығынан ҡыуып сығара. Һуғыштың ҡыҙған мәлендә, яралы рота командирын алмаштырып, Бекетов Василий яугирҙәрҙе өс тапҡыр һөжүмгә күтәрә, йылдам һөжүм менән немецтарҙың совет подразделениеларын флангынан һөжүм итергә һәм кисеү районынан өҙөргә маташыуына ҡамасаулай.

1955 йылдан алып КПСС ағзаһы. 1957 йылда Бекетов В. С. Кемлян (Мордва) ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Күмертау ҡалаһында төҙөлөш идаралығында баш механик, Салауат авторемонт заводында өлкән мастер, механик, Йомағужа районының «Ҡыҙыл маяҡ» колхозында баш инженер, участка начальнигы, Салауат ҡалаһының транспорт предприятиеларында өлкән мастер булып эшләй.

Бекетов Василий 1991 йылдың 18 сентябрендә вафат була. Салауат[2] ҡалаһының 2-се зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  • Салауат ҡалаһында ерләнгән (Башҡортостан).
  • Салауат ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында В. С. Бекетовтың батырлығына арналған бүлек асылған.
  • Салауат ҡалаһында бер урам В. С. Бекетов исемен йөрөтә.
  • Башҡортостан Республикаһы Мораҡ ауылының төньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә бер урам В. С. Бекетов исеме менән аталған.
  • Салауат ҡалаһының Мәңгелек ут мемориалында батырға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Надгробный памятник на могиле В. С. Бекетова на кладбище № 2 города Салавата.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 29/5, л. 2, 70, 71).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.
  • Андреев С. А. Совершенное ими бессмертно. — М.,1976. / стр.210—211;
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1966, кн.2. / стр.205—209.

Һылтанмалар үҙгәртергә