Безансон
Безансон (франц.Besançon; классич. лат. Bysantium; урта-быуаттар. лат. Vesontio; нем.Bisanz) — Франция көнсығышындағы ҡала, Ду йылғаһының бөгөлөндә урынлашҡан. Ду департаментының һәм Фран-конте төбәгенең административ үҙәге. Машиналар төҙөү, сәғәт, туҡыма һәм тегеү сәнәғәте үҫешкән. 2013 йылда халыҡ һаны 116 952 кеше тәшкил иткән.
Тарихы
үҙгәртергәБорон Vesontio тип аталған[12] һәм секвандарҙың галлия ҡәбиләләре үҙәге булараҡ б.э. тиклем 58 йылда Юлий Цезарь тарафынан яулап алына[13]. IV быуаттан алып Безансон епископтары билдәле була, улар ваҡыт үтеү менән архиепископ булып китә һәм ҡала менән идара итеүҙе үҙ ҡулына ала. 1654 йылға тиклем ул Изге Рим империяһы составында ирекле ҡала булып ҡала.
Безансон Габсбургтар ваҡытында ныҡ үҫешә, урындағы кешеләрҙең береһе, кардинал Гранвела империяның тышҡы сәйәсәте эштәрен алып бара. Утыҙ йыллыҡ һуғыш йомғаҡтары буйынса Безансон француздарға күсә һәм Людовик XIV бойороғо буйынса Вобан тарафынан тулыһынса нығытыла. Ғәйәт ҙур ҡәлғәне төҙөү 30 йыл биләй, 1814 йылда уны австриялылар утҡа тота, әммә, дөйөм алғанда, Вобандың ижади емеше беҙҙең көндәргә тиклем һәйбәт һаҡланғанлыҡта килеп етә[14].
1676 йылда бында Доль ҡалаһынан Франш-Конте идара итеү органдары күсерелә. 1671 йылда Долдән Безансонға XV быуатта «Ике Бургундия университеты» булараҡ асылған Франш-Конте университеты күсә.
XVIII быуат аҙағында Швейцариянан ҡасаҡтар килә, улар Безансондың сәғәт сәнәғәтенә нигеҙ һала. XIX быуатта ҡала ярайһы уҡ эре сәнәғәт үҙәге була. Бында шағир Виктор Гюго, социалистар Фурье һәм Прудон, шулай уҡ ағалы-ҡустылы Люмьерҙар тыуған. Стендаль «Ҡыҙыл һәм ҡара» романындағы ваҡиғаларҙың бер өлөшөн Безансонда урынлаштыра.
1960 йылда хәҙерге ҡаланың иң тығыҙ йәшәгән районы — Плануаз төҙөлә
Климаты
үҙгәртергәБезансон климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 16,8 | 21,7 | 24,8 | 29,1 | 32,2 | 34,6 | 40,3 | 38,3 | 33,5 | 30,1 | 23 | 20,8 | 40,3 |
Уртаса максимум, °C | 5 | 7 | 11 | 14,3 | 19 | 21,9 | 24,8 | 24,6 | 20,7 | 15,4 | 8,9 | 5,8 | 14,9 |
Уртаса температура, °C | 2,1 | 3,1 | 6,7 | 9,7 | 15,2 | 17,9 | 20 | 20,2 | 16,9 | 13,4 | 8,8 | 4,1 | 11,5 |
Уртаса минимум, °C | −0,8 | 0 | 2,5 | 4,5 | 8,7 | 11,7 | 13,9 | 13,6 | 10,6 | 7 | 2,4 | 0,3 | 6,2 |
Абсолют минимум, °C | −20,7 | −20,6 | −14 | −5,2 | −2,4 | 2,1 | 4,5 | 3,4 | −0,1 | −6,1 | −11,3 | −19,3 | −20,7 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 88,8 | 82,9 | 77,6 | 94,3 | 109,7 | 101,7 | 85,1 | 78,1 | 103,1 | 105,2 | 107,1 | 103,9 | 1137,6 |
Сығанаҡ: [15] |
Транспорты
үҙгәртергәҠалала автобус һәм трамвай хәрәкәте бар (2014 йылдың 30 авгусынан )[16] .
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Вобан проектлаған Безансон ҡәлғәһе. Үҙ эсенән цитаделде, ҡала диуарҙарын һәм Гриффон фортын ала. 2008 йылда был нығытмалар Вобандың 12 нығытмаһы иҫәбендә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.
- Боронғо рим ҡалдыҡтары: Ҡара ҡапҡалар, амфитеатр, һыу үткәргестәр, антик күперҙәр фрагменты
- Сен-Жан соборы XI—XIII быуаттарҙа төҙөлгән, әммә XVIII быуатта яңынан үҙгәртеп ҡорола.
- Кардинал Гранвела йорто (1534—40)
- Музейҙар, аквариумдар, зоопарк
- Ваҡыт музейы
- Вобан цитаделендә «Францияның Ҡаршылыҡ Хәрәкәте һәм депортация» музейы.
- Франш-Конте традициялары музейы
- Тәбиғәт музейы: зоопарк, аквариум, инсектарий, «мышариум»[17], климатология.
- Бальнеологик курорт
- Безансон синагогаһы
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәФотоһүрәттәр галереяһы
үҙгәртергәВобан яры буйы | Иҫке Безансон ҡыйыҡтары | Безансон ҡәлғәһе. |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://www.insee.fr/fr/information/3363419
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 https://www.insee.fr/fr/information/2560698 — 2017.
- ↑ Sandre
- ↑ Populations légales 2021 — Национальный институт статистики и экономических исследований Франции, 2023.
- ↑ 6,0 6,1 Национальный институт статистики и экономических исследований Франции — 1946.
- ↑ 7,0 7,1 база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции, 2015.
- ↑ 8,00 8,01 8,02 8,03 8,04 8,05 8,06 8,07 8,08 8,09 8,10 8,11 8,12 Les villes partenaires
- ↑ база данных о французских коммунах — Национальный географический институт Франции.
- ↑ Base officielle des codes postaux — La Poste, 2018.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 https://lannuaire.service-public.fr/bourgogne-franche-comte/doubs/mairie-25056-01
- ↑ Везонцио // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Безансон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Безансон // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ climat_france?73928.path=climatnormales%252FREG20 Météo France .(недоступная ссылка)
- ↑
- ↑ Noctarium 2009 йыл 11 февраль архивланған. (фр.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Безансон // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)