Баҡы ваҡиғалары (1990)
Баҡы ваҡиғалары (1990) йәки Ҡара ғинуар (әзерб. Qara Yanvar) йәки шулай уҡ Ҡанлы ғинуар (әзерб. Qanlı Yanvar) — Совет армияһы подразделениелары тарафынан Әзербайжан ССР-ы баш ҡалаһы Баҡыла 1990 йылдың 20 ғинуарына ҡараған төндә сәйәси оппозицияны баҫтырыу[1]. Әзербайжан оппозицияһы протест акцияларына тиклем Баҡы әрмән халҡына әзербайжандар яғынан ҡаршы көс ҡулланыла.
Баҡы ваҡиғалары | |
Дәүләт | Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы |
---|---|
Урын | Баҡы |
Ваҡиға ваҡыты | 20 ғинуар 1990 |
Баҡы ваҡиғалары Викимилектә |
Тарих башы
үҙгәртергәРайондарҙағы хәлдәр
үҙгәртергәҠара ғинуар ваҡиғалары үҙгәртеп ҡороу осоронда Ҡарабах конфликты сиктәрендә киң ҡолас ала. 1989 йылдың июлендә Әзербайжанда Әзербайжан Халыҡ фронты (НФА) сәйәси ойошмаһы ойошторола, ул Әзербайжан милли хәрәкәте башына тора. Әлеге хәрәкәттең үҫешеүе туранан-тура Ҡарабах мәсьәләһе менән бәйле[2].
Ҡарабах көрсөгөн хәл итеү өсөн үҙәктең уңышһыҙ маташыуҙары һәм республика етәкселегенең Әзербайжан милли мәнфәғәттәрен яҡлай алмауы, шул уҡ ваҡытта ҡасаҡтарҙың аяныслы хәле һәм күп һанлы башҡа дәғүәләр декабрҙә ӘХФ (НФА) етәкселеге аҫтындағы халыҡ күтәрелешенә килтерә[3]. Әзербайжан ССР-ы Министрҙар Советының элекке рәйесе Аяз Моталибов хәтерләүенсә, 1989 йылдың 25 декабрендә уға Республика Компартия Үҙәк Комитетының беренсе секретары Абдурахман Везиров шылтырата: «Һәләкәт алдында торабыҙ, һәм беҙ Мәскәүҙән ярҙам һорарға тейешбеҙ. Беҙҙең шлемдар һәм күҫәктәр менән ҡоралланған Эске эштәр ғәскәрҙәребеҙ юҡ бит. Улар Мәскәүҙән килгән бойороҡтарға ғына буйһона. Беҙ Эске эштәр министрлығынан һәм Министрҙар Советынан ғәскәрҙәр ебәреүҙе һораныҡ, юғиһә ҙур бәлә булыр ине»[4].
1989 йылдың декабрь аҙағында Нахичевань АССР-ы территорияһындағы совет-иран сигендә көсөргәнешле хәл барлыҡҡа килә. 4-19 декабрь арауығында автономия халҡы һәм башҡа Әзербайжан ҡалаларынан килеүселәр сик буйына сығалар һәм инженер ҡоролмаларын емерәләр. 23 декабрҙә пограничниктар отряды командиры Жуковҡа ультиматум ҡуйыла: ул 31 декабргә тиклем ӘХФ ҡарарҙарына буйһонорға тейеш. Әммә Жуков урындағы телевидениела, ниндәй булһа ла агрессив ғәмәлдәр тыйыласаҡ, тип иҫкәртә. 31 декабргә ҡарата сик буйы зонаһында, СССР КГБ мәғлүмәттәре буйынса, 300-ҙән ашыу яныусы ҡатнашмалы шешәләр, һунар ҡоралы туплана[5].Тәғәйенләнгән көндө, 31 декабрҙә, йыйылған халыҡ Иран менән дәүләт сиген емерә. Меңгә яҡын әзербайжан, үҙҙәренең Ирандағы ватандаштарын менән күреү мөмкинлеге менән илһамланып[6][7] (һуңынан 31 декабрь көнө Бөтә донъя әзербайжандарының теләктәшлек көнө итеп иғлан ителә), Аракс йылғаһы аша кисеп сығалар. Иран яғынан сыуалыштарҙа яҡынса 800 кеше ҡатнаша. 1990 йылдың 10 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан «Нахичевань АССР-ы территорияһында СССР дәүләт сиге буйынса законды тупаҫ боҙоу тураһында» тигән ҡарары ҡабул ителә һәм ҡәтғи рәүештә килеп сыҡҡан хәлде шелтәләй[8]. Әзербайжан халыҡ фронты Нахичевань автономияһында башланған хәрәкәтте республика үҙаллылығы өсөн көрәштең ҡушма өлөшө булараҡ ҡабул итә. Бынан тыш, Совет армияһы частарын Нахичевань АССР-ынан көсләп сығара башлайҙар[3]. Совет-иран сигенең башҡа участкалары ла боҙола. Барыһы 700 километрлыҡ сик буйы емерелә.
29 декабрҙә Джалилабадта Халыҡ фронты активистары партия комитеты бинаһын баҫып ала, бер нисә тиҫтә кеше яралана[4]. 11 ғинуарҙа Халыҡ фронтының радикаль ҡарашлы ағзалары бер нисә административ бинаны яулай һәм, «НКАО буйынса мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүгә Мәскәүҙең иғтибарын йәлеп итеү» өсөн республика көньяғында Ләнкәран ҡалаһында власты үҙ ҡулына алалар[6]. 1989 йылдың көҙөндә — 1990 йылдың башында Халыҡ фронты район бүлектәре КПСС райкомдарының 27 секретарын ҡолата[9].
Баҡыла сыуалыштар
үҙгәртергәРайондарҙан тыш республиканың баш ҡалаһы Баҡыла хәлдәр ҡатмарлаша. 1990 йылдың 3-4 ғинуарында Баҡы төп магистралдәрендә һәм ҡала тирәһе трассаларҙа Әзербайжан халыҡ фронтының тәүге пикеттары барлыҡҡа килә, уларҙың һаны артабан арта бара. Пикет аша үткән бөтә машиналар, шул иҫәптән хәрби машиналары, тикшерелә, шулай уҡ пассажирҙар ҙә тентеүгә дусар ителә[10]. 6-8 ғинуарҙа Фәндәр академияһы бинаһында Халыҡ фронтының 3-сө конференцияһы асыла, уның барышында ойошманың радикалдар лагерында ҡалырға теләмәгән либераль өлөшө бүленеп сыға. 11 ғинуарҙа Халыҡ фронты Баҡыла хөкүмәттең эшһеҙлегенә протест йөҙөнән массауи митинг ойоштора[2]. Халыҡ фронтының 1990 йылдың мартына тәғәйенләнгән Юғары Советҡа һайлауҙарҙа еңеү мөмкинлеге күҙаллана ине[1].
13 ғинуарҙа Баҡыла Ленин исемендәге майҙанда митинг башлана, йыйылған халыҡ Әзербайжан ССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Абдурахман Вәзировтың отставкаға китеүен талап итә, сөнки ул Таулы Ҡарабахта һәм уға яҡын яҡын ерҙәрҙә әзербайжан халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итә алмаған[11]. Ошо уҡ митингыла Милли оборона советы булдырыла, уны Эльчибей етәкләй. Халыҡ фронты ағзаһы Хикмәт хажи-заде раҫлауынса, Милли оборона советы республиканың партия етәкселеге рөхсәтенән булдырыла[12]. Шул уҡ көндө Нахичевань АССР-ы Юғары Советы сессияһы Нахичевань АССР-ының СССР составынан сығыуы тураһында ҡарар ҡабул итә һәм үҙ бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә[13]. Шул уҡ көндө Баҡыла әрмәндәрҙе ҡырыу башлана. Кешеләрҙе үрге ҡат балкондарынан ырғыталар, күмәкләп әрмәндәргә ташланалар һәм уларҙы үлемесле хәлгә еткергәнсе туҡмайҙар[4]. Урындағы власть органдары, шулай уҡ ҡалала торған 12-меңлек СССР эске эштәр ғәскәрҙәре контингенты һәм Совет армияһы частары, хөкүмәт объекттарын һаҡлау менән генә сикләнеп, килеп сыҡҡан хәлгә ҡыҫылмайҙар[1]. Версияларҙың береһе буйынса, Әрмәнстандан ҡасҡан әзербайжандар урындағы әрмәндәргә һөжүм итә башлайҙар[14][15].
Профессор, юридик фәндәр докторы В. В. Лунеев фекеренсә, ҡыйралыш Халыҡ фронты митингыһында әзербайжан Мамедовты үлтерелеүе тураһындағы хәбәрҙән башлана, шул уҡ ваҡытта Мамедов иптәштәре менән әрмән Ованесовты фатирынан ҡыуып сығарырға маташа һәм ошо сәбәпле Ованесов ҡулынан һәләк була[16].
Әрмән ҡасаҡтары ҡыйралышта «халыҡ фронты кешеләрен», «һаҡаллы» йәш активистарын ғәйепләй ине[4]. Әзербайжан Халыҡ фронты етәкселеге ҡыйралыштарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүенә ҡараҫтан, быны теләмәй ине һә хатта әрмәндәрҙе ҡотҡарырға тырыша[17]. Халыҡ фронты идаралығы башҡарылған енәйәттәргә үҙ ризалағын белдерә[18]. Халыҡ фронты республика етәкселеген һәм Мәскәүҙе, Баҡыға ғәскәрҙәрҙе индереүен аҡлар өсөн, аңлы рәүештә ҡыҫылмауҙа ғәйепләй[2]. Томас де Ваал, Лейла Юнусова һәм Зардушт Ализаде әрмәндәргә ҡаршы ҡыйралышты ойоштороуҙа яуаплылыҡты Халыҡ фронтының радикаль ҡанатына йөкмәйҙәр[19]. 15 ғинуарҙа Әзербайжандың ҡайһы бер төбәктәрендә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә, әмә ул Баҡыға ҡағылмай. Был мәлгә ҡыйралыштар тамамланаыуға табан бара[1].
17 ғинуарҙа Халыҡ фронты яҡлылары компартия Үҙәк Комитеты бинаһы алдында өҙлөкһөҙ митингыһын башлайҙар, бинаға алып барған бөтә юлдарҙы ҡаплайҙар. Бина алдында дар барлыҡҡа килә, уның ни өсөн ҡуйылыуы билдәһеҙ[4]. 18 ғинуарҙа республикала дөйөм забастовка башлана. Икенсе көнө, Халыҡ фронтының Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы ғәҙәттән тыш сессияһын саҡырыу буйынса ультиматумын властар тыйғандан һуң, типография эшселәре забастовкаға ҡушыла[12]. 17 һәм 18 ғинуарҙа Үҙәк Комитеты бинаһын өс тапҡыр баҫып алырға тырышалар, әммә эске эштәр ғәскәрҙәре уларға ҡаршы ҡорал йәки махсус саралар ҡулланмай[20]. Регуляр хәрби подразделениеларын индереүҙән хәүефләнеп, Халыҡ фронты активистары хәрби казармаларҙы ҡамай башлай. Армия казармалары тирәһендә грузовиктарҙан һәм бетон блоктарҙан баррикадалар төҙөлә[4]. Баҡы гарнизонындағы 60 хәрби казарманан 34 казарма һәм 295-се мотоуҡсылар дивизияһы частары (бында танк паркы һәм частың штабы урынлашҡан була) ҡамауға алына[11].
19 ғинуарҙың иртәһенән Әзербайжан Компартияһы Үҙәк Комитеты бинаһы алдында күп меңлек митинг үтә, унда ҡатнашыусылар ССР Юғары Советы Президиумының 1990 йылдың 15 ғинуарындағы ғәҙәттән тыш хәлде индереү тураһындағы Указға ризаһыҙлыҡ белдерәләр һәм республика етәкселегенең отставкаға китеүен талап итәләр. Был ваҡытта Баҡы тирәһендә пикеттар ойошторола һәм баш ҡалаға юлдар ябыла. Гәзиттәр сыҡмай, һыу менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар башлана, заводтар туҡтай, магазиндар ябыла [20]. Пикетсылар телеүҙәк бинаһын уратып алалар. Сәғәт 12-лә улар әлеге бинаны баҫып алалар һәм үҙәк телевидение каналын һүндерәләр[12]. Шул уҡ көндө Нахичевань АССР-ы Юғары Советы сессияһы Нахичевань АССР-ының СССР составынан сығыуы тураһында ҡарар ҡабул итә һәм үҙ бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә[21]. Кискә табан «Азатлыҡ» Халыҡ фронты гәзите мөхәррире Н. Нәжфаров митингысыларға ӘзССР Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары итеп Әзербайжан КГБ-һы башлығы Вәғиф Гусейновты ҡуйырға фаразлана, тип хәбәр итә. Был яңылыҡ һыҙғырыуҙар һәм «Долой» ҡысҡырыуҙары менән ҡаршы алына. Халыҡ беренсе секретарь итеп Ғасан Ғасановты тәғәйенләүҙе талап итә. Киске сәғәт ете тирәһендә телеүҙәктә энергоблок шартлай (сәбәптәре билдәһеҙ). Әзербайжанда телетапшырыуҙар туҡтатыла. Шартлатыу буйынса төрлө версиялар була. «Ҡалҡан» йәмәғәт ойошмаһының бойондороҡһоҙ хәрби эксперттары «телерадиүҙәк энергоблогы Совет Армияһы махсус төркөмө йәки СССР КГБ тарафынан шартлатылған» тигән һығымтаға килә[22].
Баҡыға ашығыс рәүештә КПСС Үҙәк Комитеты секретары Андрей Гиренко, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһына кандидат Евгений Примаков, СССР оборона министры, маршал Дмитрий Язов, ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы, оборона министры урынбаҫары армия генералы Валентин Варенников һәм башҡа юғары вазифалы кешеләр килә[11]. Андрей Гиренко һуңынан ошолай һөйләй: «Беҙ Элчибей һәм Халыҡ фронтының башҡа лидерҙары менән осраштыҡ. Примаков менән уларҙы ҡабул иттек, һөйләштек. Мин, Вәзировтың тулыһынса контролде юғалтҡанын, асыҡ күрҙем. Мин шул төндәге ваҡиғаларҙан алда ғына Халыҡ фронты активистарының береһе менән осраштым. Ғәскәрҙәр бик оҙаҡҡа ҡаланан ситтә тора алмағаны көн кеүек асыҡ ине. Мин унан юлдарҙағы һәм аэродромдарҙағы баррикадаларҙы һүтеп ташлауын, халыҡтың ғәскәрҙәр менән бәрелештән ҡотҡарыуҙы үтендем.»[4]. Халыҡ фронты рәйесе урынбаҫары Этибар Мамедов беледереүенсә, уға Әзербайжан ССР-ы Компартияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары Виктор Поляничко бер нимәгә ҡарамаҫтан ғәскәрҙәр төн уртаһында ҡалаға инәсәге тураһында әйтә. Яуап итеп, Мамедов армияға ҡаршылыҡ күрһәтеләсәк, тип белдерә[12]. Мамедов хәтирәләре буйынса, «Примаков миңә, һеҙ бойондороҡһоҙлоҡтан ике аҙымда ғына», тине, әммә Әзербайжандың СССР-ҙан сығыуына юл ҡуймаясағы тураһында иҫкәртте[4]. Хикмет Ғаджа-заде хәбәр итеүенсә, Халыҡ фронты пикеттарын алырға һәм ғәскәрҙәргә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә ҡарар итә. Әммә Милли оборона Советы ҡапма-ҡаршы ҡарар ҡабул итә[12].
Хәрби подразделениеларҙы индереү
үҙгәртергәБаҡылағы хәлдәрҙе иҫәпкә алып, 12 ғинуарҙа Баҡы аэродромында десант төшөрөлә, әммә бинаға алып барған бөтә юлдар баррикадалар, бензовоздар, ҡораллы кешеләр менән ҡапланған була[23]. 16-19 ғинуарҙа Баҡы ҡалаһы тирәһендә эре оператив төркөм булдырыла, унда Кавказ аръяғы, Мәскәү, Ленинград, башҡа хәрби округтар, хәрби-диңгеҙ флоты, Эске эштәр министрлығы частары составынан дөйөм һаны 50 мең хәрбиҙәр туплана. Баҡы ҡултығы һәм уға яҡын юлдар Ҡыҙыл Байраҡ Каспий флотилияһы караптары һәм катерҙары менән ҡамала. «Һөжүм» исемен алған операцияла 76-сы һауа-десант дивизияһы, 56-сы десант-штурмлау бригадаһы, 21-се айырым десант-штурмлау бригадаһы, генерал-майор Александр Лебедь етәкселегендә 106-сы һауа-десант дивизияһы, шулай уҡ хәрби-уҡыу йорттары, шул иҫәптән, Һарытау юғары хәрби команда училищеһы һәм Ленинград юғары сәйәси училищеһы курсанттары ҡатнаша.
1990 йылдың 20 ғинуарындағы төндә Совет армияһы Баҡы ҡалаһына һөжүм итә, уның маҡсаты — Халыҡ фронтын юҡҡа сығарыу һәм Коммунистар партияһын Әзербайжанда һаҡлап алып ҡалыу[1],[2][24], ҡалала ғәҙәттән тыш хәл индерелә. Телеүҙәктәге энергоблок шартлау сәбәпле телеэфир һүндерелгән була һәм ҡала халҡы бер нимә лә белмәй. Күбеһе ғәҙәттән тыш хәл индерелеүе тураһында иртәнсәк сәғәт алтынсы яртыла радионан һәм вертолеттарҙан ырғытылған листовкаларҙан белеп ҡала, әммә был бик һуң була[1],[19].
Ғәскәрҙәр Баҡыға өс яҡтан индерелә. Бер үк ваҡытта армия частары казармаларҙы ҡамауҙан азат итәләр. Юлда бронетанк колонналары атыуға дусар ителә. Яуап итеп, хәрбиҙәр ҡорал ҡулланалар[11]. Һуңынан СССР оборона министры Д. Язов, боевиктар милли оборона советында автоматик ҡорал менән ҡоралланған 40 мең боевик иҫәптә торған, тип хәбәр итә. Әммә ҡалала булған совет журналистары, күп һанлы ҡорал тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт тапмауҙары, өҫтәүенә барыһы 84 ҡорал берәмеге (башлыса ҡулдан яһалған) конфискацияға эләгеүе тураһында белдерәләр[25]. Армия частарының ҡалаға инеүе күп һанлы тыныс кешеләрҙе үлтереү менән оҙатыла. Һалдаттар әленән-әле автоматтарҙан һәм пулеметтарҙан ут асалар[3]. Ошо уҡ ваҡытта пикеттар ойоштороусыларҙың береһе лә зыян күрмәй[20]. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан итеү мәленә һәләк булғандар араһында бары тик 42 кеше пикеттарҙа ҡатнашҡан була: тағы ла 9 кеше яралыларға ярҙам күрһәткән саҡта үлтерелә[26]. Хәрбиҙәр хатта милиция хеҙмәткәрҙәренә лә аталар[27]. Коммерсантъ гәзите ул көндәрҙә хәбәр итә:
Ғәскәрҙәр, ҡоралды ҡулланып, ҡалаға алып барған Аэропорт шоссеһында, Тбилиси проспектында һәм башҡа юлдарҙағы пикеттарҙы туҙарталар. Бер үк ваҡытта армия подраздлениелары казармаларҙы ҡамауҙан азат итәләр. Әйтергә кәрәк, иң ҡан ҡойошло алыштар Сальян казармалары тирәһендә була. Ваҡиғалар шаһиты Асиф Ғасанов һөйләй: һалдаттар автобустарҙан эшләнгән пикеттарҙы емерәләр, — кеше йәшәгән йорттарҙы утҡа тоталар, 14-16 йәшлек балалар бронетранспортёрҙар аҫтына яталар. Уларҙың бер ҡоралы юҡ ине, бына мин һеҙгә һүҙ бирәм. Әммә «Ъ» корреспонденттары һорау алған хәрбиҙәр, пикетсыларҙа автоматик ҡорал бар ине, тип раҫлайҙар. Башҡа шаһиттар, уларҙа тоҡандырғыс шыйыҡсалы шешәләр, ракетницалар һәм пистолеттар бар ине, тиҙәр. Ҡан ҡойошло алыштар шулай уҡ Баилово районында, «Баҡы» ҡунаҡханаһы янында, ҡала тирәһендәге ҡасабаларҙа йәйелде. Э. Мамедов хәбәре буйынса, Милли оборона советы штабы көслө утҡа тотолдо[12].
Танкылар баррикадаларҙы емерә һәм ДТП-лар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Британ журналисты Том де Ваал яҙа:
Танкылар баррикадалар аша шыуышалар, юлындағы автомобилдәрҙе һәм хатта тиҙ ярҙам машиналарын тапаталар. Шаһиттар һөйләүенсә, һалдаттар ҡасып барған кешеләргә аталар. яралыларҙы үлтерләрә. Тыныс халыҡ ултырған автобусты утҡа тоталар, һәм күп кенә пассажирҙар, шул иҫәптән ун дүрт йәшлек ҡыҙыҡай, һәләк булалар[19].
Хәрби машиналар юлда осраған теләһә ниндәй автотранспортты, эсендә кемдәр булыуына ҡарамаҫтан, иҙә. Мәҫәлән, Тбилиси проспектында китеп барған саҡта еңел машина утҡа тотола. Танкыларҙың береһе кире яҡҡа борола һәм машинаны тапай. Эсендәге пассажирҙар араһынан 13-йәшлек малай сығып ҡаса, әммә уны арт яҡтан атып үлтерәләр[27].
Дмитрий Фурман һәм Али Аббасов яҙалар:
Ғәскәрҙәрҙең индерелеүе сиктән тыш ҡанһыҙлыҡ менән оҙатыла — ниндәй булһа ла хәрәкәт иткән сәпкә һәм ҡараңғы тыҡрыҡтарға һәм йорт тәҙрәләренә. Радио аша ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән мәлгә, башлыса пикеттарға бер ниндәй ҡыҫылышы булмаған, 82 кеше һәләк булған була инде. Бынан һуң тағы ла 21 кеше һәләк була. Атыу ҡоралынан һәләк булған 82 мәйеттең 44 пуля тишектәре — арҡала, арҡаға штык менән ҡаҙалғандар ҙа бар[28].
Бик күп шаһиттар күрһәтмәләре буйынса, хәрбиҙәр, енәйәттәрен йәшереү маҡсатында тапалған кәүҙәләрҙе йәки кәүҙә өлөштәрен ситкә алып сығалар[29]. Бер һәләк булыусының уң ҡулы ғына табыла, уны шул килеш ерләйҙәр[30]. Кинорежиссер Станислав Говорухин «Мәскәү яңылыҡтары» аҙаналығының 7-се һанында Баҡыға индерелгән ғәскәрҙәр тураһында 1990 йылдың 18 февралендә үҙенең «Репетиция?» мәҡәләһендә түбәндәгеләрҙе яҙа:
«19-нан 20-нә ҡараған төндә ҡалаға ғәскәрҙәр инә. Әммә Совет Армияһы совет ҡалаһына… оккупанттар армияһы һымаҡ инә: төн уртаһында, юлын ут һәм ҡылыс менән таҙартып, танкыларҙа һәм бронемашиналарҙа. Хәрби комендант мәғлүмәттәре буйынса, ул төндә расходланған боеприпастар — 60 мең патрон. Сумгаит юлы ситендә, танк колоннаһын үткәреп, еңел машина тора, уның эсендә — Фәндәр академияһынан өс ғалим, уларҙың береһе — ҡатын-ҡыҙ. Ҡапыл танк колоннанан килеп сыға, тимергә тәгәрмәс сылбырҙарын шығырлатып, бөтә пассажирҙарҙы иҙеп, машинаны тапап үтә. Колонна туҡтамай — „ҡалала йәшенгән“ дошманды ҡыйратырға китә „[31][32].
Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы Президиумы рәйесе Эльмира Кафарова радио ша ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүҙән һуң ҡәтғи протест меннә сығыш яһай, сөнки ғәҙәттән тыш хәл уның ризалығынан тыш эшләнгән[12]. Хәрбиҙәрҙең маҡсаты Баҡы порты була, сөнки унда, разведка мәғлүмәттәренә ярашлы, Халыҡ фронты штабы урынлашҡан була. Оперция алдынан, КГБ спецназы ярҙамында, Баҡы телебашняһынан тапшырыуҙар туҡтатыла. Ихтилал баҫтырылғандан һуң Әзербайжан ҡалаларында совет власы тергеҙелә. Был ваҡиғаларҙы тикшереү буйынса Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы комиссияһы белдереүенсә, әлеге акция «аңлы рәүештә планлаштырылған һәм оятһыҙ рәүештә каратель акцияһы булараҡ башҡарылған һәм Әзербайжанда һм Советтар Союзының башҡа республикаларындағы хәрәкәттәргә ҡурҡытыу һабағы биреү маҡсатында эшләнгән»[28].
Баҡыға ғәскәрҙәрҙе индергәндең киләһе көнөндә үк ҡалала листовкалар һәм яҙыуҙар барлыҡҡа килә. Үҙәк комитет бинаһында «Совет империяһын долой!», «КПСС-ты долой!», «Совет армияһы — фашист армияһы» яҙыуҙары сүкеп яҙыла, ә эске эштәр министрлығы бинаһында «КПСС-ҡа дан!» лозунгыһы бәреп төшөрөлә[12]. 21 ғинуар көнө кисен Әзербайжан ССР-ы юғары Советының ғәҙәттән тыш сессияһы асыла, ул Баҡы ҡалаһына ғәскәрҙәр индереүҙе хоҡуҡһыҙ тип таный һәм СССР Юғары Советы Президиумының ғәҙәттән тыш хәл тураһында Указын туҡтатып тора һәм, әгәр үҙәк властары әлеге ҡарарҙы инҡар итһәләр, Әзербайжан ССР-ының СССР-ҙан сығыумәсьәләһе ҡуйылысаҡ, тип белдерә. 25 ғинуарҙа Баҡы ҡултығын ҡамаған караптарҙә хәрби-диңгеҙ десанты яулап ала, бер нисә көн дауамында Нахичевандә ҡаршылашыу дауам итә, әммә тиҙҙән бында ла Халыҡ фронтының ҡаршылашыуы баҫтырыла[6].
Йомғаҡтары
үҙгәртергәСовет Армияһы частарын Баҡыға индереү Әзербайжан өсөн фажиғәғә әйләнә. Том де Ваал «1990 йылдың 20 ғинуарында Мәскәү, асылында, Әзербайжанды юғалтты», тип һанай[6]. А. Йоносовтың һүҙҙәренсә, 20 ғинуарҙа Совет армияһы «ябай әзербайжандарҙы ғына түгел, ә бер үк ваҡытта совет идеологияһына ышанысын бөтөрҙө», фажиғә ҡорбандарын ерләүҙе әзербайжандар шулай уҡ «коммунизм һәм совет власының идеалдарын» ерләнеләр[33]. Үҙ сиратында Әбелфәиз Элчибей ҙа һуңғараҡ ошондай уҡ фекер белдерә:
Акция һөҙөмтәһендә йөҙҙән ашыу кеше, башлыса әзербайжандар, һәләк була[1]. Әзербайжан ССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 9 февралгә ҡарата 170 кеше һәләк булған, шул иҫәптән, урыҫтар — 6, йәһүдтәр, татарҙар, лезгиндар — 7[34]. Һуңғараҡ һәләк булыусылар тураһында мәғлүмәттәр башҡаса бирелә: әзербайжандар — 117, урыҫтар — 6, йәһүдтәр — 3, татарҙар — 3[26]. Социаль хәле буйынса 78 эшсе, 24 хеҙмәткәрҙәр, 12 студент, 2 ПТУ уҡыусыһы, 4 мәктәп уҡыусыһы, 3 пенсионер, 6 — ваҡытлыса эшләмәгәндәр.
Тыныс халыҡтан тыш, асыҡланмаған сәбәптәр буйынса, Совет Армияһының 21 һалдаты һәләк булған[4],[22]. Әммә фажиғәле ваҡиғалар ваҡытында һәм уларҙан һуң һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең теүәл һаны аныҡланмаған. Баҡы хәрби коменданты, 14 хәрби хеҙмәткәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары һәләк булған. Әзербайжан ССР-ының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 31 ғинуарға ҡарата 27 хәрби хәҙмәткәр һәм 5 милиционер һәләк булған[27]. «Ҡалҡан» йәмәғәт ойошмаһының бойондороҡһоҙ хәрби эксперттары тикшеренеүенсә, армия 9 кеше юғалтҡан. Улай ғына түгел, әгәр пикетсылар ҡоралланған булһа, ҡала һуғышы шарттарында армия күпкә артығыраҡ юғалтыуҙар кисерер ине, өҫтәүенә, шаһиттар дәлилләүенсә, ғәскәрҙәргә автомат уты номерһыҙ машиналарҙан алып барыла һәм кемдәр ул машиналарҙа ултырыуы, билдәһеҙ, тигән һығымта яһала.
1990 йылдың 20 ғинуарындағы ҡанлы ваҡиғалар әзербайжан социумыма бик көслө тәьҫир итә. Бөтә баҡы халҡы тиерлек 22 ғинуарҙа фажиғә ҡорбандарын ерләүгә сыға[6], улар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш геройҙары булараҡ С. М. Киров исемендәге паркта ерләнә, һуңғараҡ әлеге парк Шәһиттәр аллеяһы тип атала. Мәсет ойоштороу һәм ерләү буйынса мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә ала. Кавказ аръяғы мосолмандары диниә назараты, башлығы, шәйех-уль-ислам Аллаһшөкөр Пашазаде үҙәк ғәмәлдәрен ҡәтғи рәүештә тәнҡитләп сығыш яһаны. Ул шәхсән М. Горбачевты булған фажиғәлә ғәйепләй һәм кисекмәҫтән Баҡынан ғәскәрҙәрҙе сығарыуҙы талап итә[33]. Ҡара ғинуар ваҡиғалары йәмғиәт һәм дин араһындағы мөнәсәбәттәрҙә һынылышлы мәле булып тора. Али Аббасов баһалауы буйынса, «халыҡ хәтере ндә беренсе тапҡыр рәсми Әзербайжан исламы Мәскәүгә ҡаршы сығыш яһаны»[35].
Ерләү көнөндә аэропорт, вокзал, халыҡ-ара телефон бәйләнеше эшен туҡтата һәм матәм көнө буйы сиреналар яңғырай[12]. Тиҫтәләгән мең Әзербайжан коммунистары партбилеттарын күмәк кеше алдында яндырҙылар. Майкл Смит, әзербайжан милли аңына анализ яһап, Ҡара ғинуар ҡорбандары һәм имам Хөсәйенде ерләү араһында сағыштырыу үткәрә. Кешеләр, Хөсәйенде оҙатҡанда ҡайғырып илаған кеүек, әзербайжан халыҡ ерләү йырҙарын йырлайҙар (бәйеттәр). Ҡайһы бер ир-егеттәр күкрәктәренә йоҙроҡ менән һуғалар, ә ҡатын-ҡыҙҙар ҡайғыны күрһәткән ишаралар эшләй. Былар барыһы ла мөхәррәм йолаларын тергеҙә[36].
Әзербайжан Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Вәзиров ғәскәрҙәрҙе республикаға индергәнгә тиклем Мәскәүгә ҡаса. кҮҙәк коитеты Бюроһы республика менән етәкселек итеүҙе Виктор Поляничко һәм Аяз Моталибовҡа йөкмәтә[27]. Милли оборона советы эшмәкәрлеге тыйыла, әзербайжан халыҡ фронты ағзаларын ҡулға алыу башлана. 10 ғинуарға ҡарата Баҡы төрмәләрендә яҡынса 220 кеше тотола, тағы ла 100 кеше Әзербайжандан ситтә булалар . Бер активисты хәрбиҙәр Ләнкәранда ҡулға алалар, әммә 26 ғинуарҙа, уны Баҡыға хәрби транспорт самолетында алып киткән саҡта, уны быуып үлтерәләр. Енәйәт эҙҙәрен йәшереү маҡсатында хәрби прокуратура кәүҙәне билдәһеҙ хәлдә һәләк булған булараҡ моргка ебәрергә маташа[37] (һуңынан уны Ҡара ғинуар ҡорбандары исемлегенә индерелә). Әммә Халыҡ фронты лидерҙары тиҙҙән азат ителә[3].
Реакция
үҙгәртергәБашта Кремль хәрби акция әрмән халҡын яҡлау маҡсатында үткәрелде, тип иғлан итә, әммә 26 ғинуарҙа СССР оборона министры Дмитрий Язов пресс-конференцияла асыҡтан-асыҡ хәрби операцияның төп маҡсаты коммунистар партияһын яҡлау булып торҙо, тип белдерә[2]. Әрмән милли хәрәкәте (АОД) шулай уҡ Совет Армияһы ғәмәлдәрен тәнҡитләй:
Оҙайлы икеләнеүҙәрҙән һуң үҙәк властар ағымдағы йылдың 20 ғинуарында Әзербайжанда, килеп сыҡҡан хәлде үҙ контроле аҫтына алыу өсөн, радикаль саралар ҡулланырға ҡарар иттеләр. Быларреспубликалағы әрмән халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн эшләнмәне, ә совет власына етди хәүефте булдырмаҫ өсөн эшләнде. Әлеге ваҡиғалар, шулай уҡ башҡа союздаш республикалары яҙмышына ла кире йоғонто яһай алырлыҡ, Әзербайжан республикаһының суверен хоҡуҡтарын боҙоу тип баһаланырға тейеш[27].
КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһының элекке ағзаһы Гейдар Алиев (артабан Әзербайжан президенты) фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле Әзербайжан ССР-ының даими вәкиллегендә Мәскәүҙә пресс-конференция үткәрә, унда ул Баҡыға ғәскәрҙәрҙе индереүҙе хөкөм итә һәм Грбачевты Конститутцияны боҙоуҙа ғәйепләй[38].
Көнбайышта, киреһенсә, башҡа фекерҙә булалар. АҠШ президенты Джордж Буш, мәҫәлән, Баҡыға ғәскәрҙәрҙе индереү кәрәк ине, тип һанай, сөнки Горбачев «тәртип һаҡларға» тейеш була[3]. Төркиә сит ил эштәре буйынса министры Мәсүт Йылмаз «был ваҡиғаларҙы беҙ Советтар Союзының эске эше тип ҡарауҙы дауам итәбеҙ» тип белдерә[20].
СССР һәм Әзербайжан Хоҡуҡ һаҡлау органдары
үҙгәртергәбашта 20 ғинуар ваҡиғаларының тикшереүен СССР Прокуратураһы алып бара, ул хәрбиҙәр ғәмәлдәрендә енәйәт составын тапмай һәм эш туҡтатыла. 1992 йылдың 14 февралендә бойондороҡһоҙ Әзербайжан прокуратураһы ул саҡтағы Енәйәт Кодексына ярашлы 94.4 һәм 94.6, шулай уҡ 149, 168, 255 статьялары буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатаа[39].
1994 йылдың ғинуарында Генераль прокуратураһы Ҡара ғинуар ваҡиғалары буйынса тикшереүҙе тамамлай һәм фажиғәлә ғәйепле тип Әзербайжандың элекке президенты Аяз Моталибовты, Республика Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары Абдул-Рахман Вәзировты тышҡы разведка директоры Е. М. Примаковты, СССР Президенты М. С. Горбачевты, Оборона министры Дмитрий язовты һәм СССР КГБ рәйесе Владимир Крючковты иғлан итә[40]. Прокуратура шулай уҡ Әзербайжан ССР-ы КГБ рәйесе Вағиф Гусейновты республикаға ғәскәрҙәр индереүгә булышлыҡ итеүҙә ғәйепләй[41].
1994 йылдың февралендә Әзербайжан Прокуратураһы экс-президент Аяз Моталибовты ҡулға алыу буйынса ордер бирә[42]. Шул уҡ йылдың 29 мартындағы ҡарарына ярашлы ҡалған ғәйепләнеүселәр булған фажиғә өсөн яуаплылар, тип иғлан ителә[39]. Кафарова һәм Поляничкоға ҡарата еәнәйәт эше уларҙың вафатына бәйле туҡтатыла.
2003 йылдың мартында Әзербайжан прокуратураһының айырыуса ауыр енәйәттәр буйынса тикшереү идаралығы СССр-ҙың элекке Президенты М. С. Горбачевҡа СССР Конституцияһының 119 статьяһын һәм Әзербайжан Конституцияһының 71 статьяһын боҙған өсөн ҡаршы енәйәт эшен ҡуҙғата[43].
20 ғинуар Әзербайжанда Дөйөм халыҡ матәм көнө тип иғлан ителгән[44]. Был көндө меңдәрсә кеше Шаһиттәр аллеяһына бара, ҡәберлектәргә сәскәләр һала[45]. рәсми визит меннә Әзербайжанға килеүселәр ҙә Аллеяға киләләр.
Баҡы метрополитенындағы «11-се ҡыҙыл Армия» станцияһы «20 ғинуар» тип үҙгәртелә.
2010 йылда Баҡы ҡалаһының Ясамал районы территорияһында «20 ғинуар» станцияһы янында һәйкәл ҡуйыла. Был урында совет сосронда 11-се Ҡыҙыл Армияһы хөрмәтенә һәйкәл торған[46].
2015 йылдың 19 ғинуарында «Ҡанлы ғинуар» нәфис фильмы презентацияһы үтә (режиссеры Вәхит Мостафаев).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Баҡыла әрмән ҡыйралышы (1990)
- Алматыла декабрь ваҡиғалары
- Тбилиси ваҡиғалары (1989)
- Фирғәнә ҡыйралыштары
- Дүшәмбе сыуалыштары (1990)
- Вильнюстағы ваҡиғалары (1991)
- Ригала 1991 йылдың ғинуар ваҡиғалары (1991)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Playing the „Communal Card“: Communal Violence and Human Rights (рус.), Human Rights Watch. 2016 йыл 3 март архивланған.Оригинал текст (инг.)
"Black January," the bloody, violent suppression of the political opposition by Soviet troops in Baku, Azerbaijan in January 1990, left over one hundred, mostly Azeri civilians dead.
<....>
On the night of January 19, 1990, Soviet forces, under the authority of a state of emergency decree that would only be announced hours later, stormed Baku in an effort to crush the anti-Moscow Azerbaijani Popular Front and safeguard the rule of the Azerbaijani Communist Party. <....>
While the government did not instigate these pogroms, central authorities, including the local militia and 12,000 Soviet Ministry of Interior troops in Baku, did little to stop the violence; they mostly occupied themselves with protecting Communist Party and government buildings. <....>
The action resulted in over one hundred civilian, mostly Azeri, deaths because of the unjustified and excessive use of force. - ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Сванте КОРНЕЛЛ. Конфликт в Нагорном Карабахе: динамика и перспективы решения (рус.), sakharov-museum.ru. 2018 йыл 29 сентябрь архивланған.Оригинал текст (рус.)
11 января НФА организовал в Баку массовый митинг, чтобы выразить протест против бездеятельности правительства, а 13 и 14 января азербайджанские беженцы из Армении устроили погром армян, который привел к гибели по крайней мере 88 человек. Советская милиция в основном повела себя, как до этого в Сумгаите, и ничего не предпринимала. НФА осудил погромы, обвинив республиканское руководство и Москву в сознательном невмешательстве для того, чтобы оправдать введение войск в Баку и не допустить НФА к власти в Азербайджане. Правдивость этих заявлений подтвердились менее чем через неделю, так как 20 января 1990 года свыше 29 000 солдат Советской Армии действительно вошли в Баку.... 26 января советский министр обороны Дмитрий Язов открыто заявил на пресс-конференции, что военная оккупация столицы Азербайджана была предпринята для того, чтобы не дать НФА свергнуть власть коммунистической партии.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Зверев А. Этнические конфликты на Кавказе, 1988—1994 г. // Спорные границы на Кавказе / Под ред. Бруно Коппитерса. — М.: «Весь мир», 1996. — С. 26—27. — ISBN 5777700039.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 4,8 Том де Ваал. Глава 6. 1988-1990 г.г. Азербайджанская трагедия (рус.), Русская служба Би-би-си (8 июль 2005).
- ↑ (рус.) // Аргументы и факты : газета. — 6-12 января 1990. — № 1 (482). — С. 8.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Том де Ваал. Глава 6. 1988-1990 гг. Азербайджанская трагедия (рус.), Русская служба Би-би-си (8 июль 2005).
- ↑ Пространство и время в мировой политике и международных отношениях (рус.), МГИМО-Университет (8 июль 2005). 2011 йыл 8 август архивланған.
- ↑ Хрестоматия по истории отечественного государства и права: форма государственного единства в отечественной истории XX века. — Юрайт, Высшее образование, 2009. — С. 419. — ISBN 978-5-9916-0092-7, 978-5-9692-0523-9.
- ↑ Ализаде З. Азербайджанская элита и массы в период распада СССР (Статья-мемуары о бурном времени) // Азербайджан и Россия: общества и государства / Отв. ред. и сост. Д. Е. Фурман. — М.: Летний сад, 2001. — С. 203. — ISBN 5-94381-025-0.
- ↑ Чёрный январь, 1990, с. 108
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 Ввод советских войск в Баку в ночь с 19 на 20 января 1990 года (рус.), РИА Новости (17 ғинуар 2011).
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 12,7 12,8 БАКУ: ХРОНИКА СОБЫТИЙ (рус.), Журнал «Власть» (29 ғинуар 1990).(недоступная ссылка)
- ↑ Нахичевань (рус.), vexillographia.ru.
- ↑ Summertime in Soviet Baku, And the Living Is Uneasy | csmonitor.com . www.csmonitor.com. Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- ↑ New York Times. Upheaval in the East; Troops Seek to Calm Azerbaijan; Soviets Debate Cause of Violence . query.nytimes.com. Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- ↑ В. В. Лунеев (д.ю.н.). Российская академия наук. Институт государства и права. Преступность XX века : мировые, региональные и российские тенденции — Изд. 2-е, перераб. — Wolters Kluwer Russia, 2005 — ISBN 5-466-00098-1. Стр. 715 Оригинал текст (рус.)
Подстрекательскую позицию занимали различные рвущиеся к власти националистические объединения. // 13 января 1990 к армянину Ованесову (Баку, ул. Ханлара, д.4, кв. 31) пришли азербайджанцы Гаджиев, Мамедов и др., чтобы выгнать его из квартиры. Ованесов с сыном нанесли топором Гаджиеву и Мамедову телесные повреждения. От полученных травм Мамедов скончался, о чем было объявлено на многотысячном митинге Народного фронта Азербайджана в Баку, что послужило поводом к самым масштабным массовым беспорядкам антиармянской направленности, которые проходили в Баку с 13 по 19 января и были подавлены союзными войсками.
- ↑ Фурман Д. Е. Несостоявшаяся революция. Политическая борьба в Азербайджане (1988-1993 годы) (рус.) // Дружба народов. — 1994. — № 4. — С. 157.Оригинал текст (рус.)
Руководство НФА, хотя и создало благоприятную для возникновения погрома психологическую обстановку, безусловно, его не хотело и даже организовало спасение армян.
- ↑ Чёрный январь, 1990, с. 78
- ↑ 19,0 19,1 19,2
Ваал де Т. Чёрный сад. Армения и Азербайджан между миром и войной. Глава 6 . www.library.cjes.ru. Дата обращения: 14 ғинуар 2019.. 1988—1990 гг. Азербайджанская трагедия. Оригинал текст (рус.)
Существуют различные мнения по поводу роли Народного фронта в кровопролитии. Армянские беженцы из Баку в своих рассказах о «черном январе» единодушно обвиняют в погромах «людей из Народного фронта» — его бородатых молодых активистов. Активисты из Народного фронта противопоставляют этому то, что они помогали армянам спастись.
На самом деле, обе версии, вероятно, верны, поскольку Народный фронт тогда представлял собой многочисленную и довольно аморфную массу. Отколовшиеся от Народного фронта Ализаде и Юнусова выдвигают более конкретные обвинения против лидеров радикального крыла, возлагая на них вину за отказ от попыток остановить надвигающееся насилие. Ализаде говорит, что за несколько дней до начала погромов перед штабом Народного фронта на улице Рашида Бейбутова были вывешены списки с адресами армянских семей. Когда их сняли, кто-то повесил их снова. Ализаде продолжает:
«После того, как закончилось заседание совета, все пошли на митинг Народного фронта, где собрался весь город. На митинге постоянно слышались призывы к антиармянским акциям, последний призыв был такой: „Да здравствует Баку без армян!“ Этот лозунг прозвучал на митинге Народного фронта. Во время митинга и начались антиармянские погромы в Баку. Ответственны ли за это лидеры Народного фронта? Думаю, да».
- ↑ 20,0 20,1 20,2 20,3 Чёрный январь, 1990
- ↑ Нахичевань (рус.), vexillographia.ru.
- ↑ 22,0 22,1 Общее заключение независимых военных экспертов общественной организации «Щит» на события в г. Баку 13-25 января 1990 г. // Обращения, заявления, мероприятия (рус.), Управление делами Президента Азербайджанской Республики. Президентская библиотека. 2013 йыл 7 сентябрь архивланған.
- ↑ Хлыстун Виктор. 10 баллов по шкале Политбюро (рус.), Газета Труд, № 20 (1 февраль 2001).
- ↑ ХРОНОЛОГИЯ КОНФЛИКТА (рус.), Мемориал. 2012 йыл 5 март архивланған.Оригинал текст (рус.)
В ночь на 20.01.90 года для спасения коммунистического режима, а не защиты армянского населения, как это официально утверждалось, в Баку были введены войска, при этом погибло большое количество мирных жителей.
- ↑ BILL KELLER. UPHEAVAL IN THE EAST: SOVIET UNION; Force as a Last Resort: Armed Power Salvages Moscow's Facing Authority (рус.), The New York Times (29 ғинуар 1990).
- ↑ 26,0 26,1 Дашдамиров А. Карабахский конфликт в контексте перестройки: в преддверии распада. Карательная акция в Баку // Вестник аналитики. — 2008. — № 2(32). — С. 199—212.
- ↑ 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 Как был взят Баку // Страна и мир. — Мюнхен, 1990. — № 2. — С. 46. — ISSN 0178~5036.
- ↑ 28,0 28,1 Дмитрий ФУРМАН, Али АБАСОВТ. Азербайджанская революция (рус.), http://www.sakharov-center.ru. 2011 йыл 21 февраль архивланған.
- ↑ Как был взят Баку // Страна и мир. — Мюнхен, 1990. — № 2. — С. 45. — ISSN 0178~5036.
- ↑ Садыгов Юсиф Аллахверди оглы // Жертвы трагедии (рус.), Официальный сайт Посольства Азербайджанской Республики в Пекине. 2010 йыл 4 июль архивланған.
- ↑ Estonia. Kultuuriministeerium,Fr. R. Kreutzwaldi nim. Eesti NSV Riiklik Raamatukogu. Eesti. Artiklite ja retsensioonide kroonika, выпуски 7-10 . books.google.ru. Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- ↑ Летопись газетных статей, выпуски 1-13. Всесоюзная книжная палата . books.google.ru. Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- ↑ 33,0 33,1 Юнусов А. С. Ислам в Азербайджане. — Баку: Заман, 2004. — С. 190.
- ↑ Черный январь. Баку - 1990: Документы и материалы. — Б.: Азернешр, 1990. — С. 287.
- ↑ Али АБАСОВ. [http://old.sakharov-center.ru/publications/azrus/az_009.htm Ислам в современном Азербайджане: образы и реалии] (рус.), Sakharov-center.ru. 2013 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Смит М. Память об утратах и азербайджанское общество // Азербайджан и Россия: общества и государства / Отв. ред. и сост. Д. Е. Фурман. — М.: Летний сад, 2001. — С. 105—106. — ISBN 5-94381-025-0.
- ↑ Как был взят Баку // Страна и мир. — Мюнхен, 1990. — № 2. — С. 47. — ISSN 0178~5036.
- ↑ Николай Зенькович. Самые закрытые люди: энциклопедия биографий. Алиев Г. А. — Олма-Пресс, 2002. — С. 15. — ISBN 5948500357, 9785948500355.
- ↑ 39,0 39,1 Р.Миркадыров. Шквал дежурных заявлений (рус.), Zerkalo.az (20 ғинуар 2010).(недоступная ссылка)
- ↑ АЗЕРБАЙДЖАН в январе 1994 года, МЕЖДУНАРОДНЫЙ ИНСТИТУТ ГУМАНИТАРНО-ПОЛИТИЧЕСКИХ ИССЛЕДОВАНИЙ (ғинуар 1994).
- ↑ ЮЛИЯ Ъ-ПАПИЛОВА. Россия не выдает Азербайджану генерала (рус.), Газета «Коммерсантъ» (23 ноябрь 1996).
- ↑ Николай Александрович Зенькович. Самые закрытые люди: энциклопедия биографий. — Olma Media Group, 2002. — С. 393. — ISBN 5948500357, 9785948500355.
- ↑ Против Горбачева возбуждено уголовное дело, Газета Ленинградская правда (2 февраль 2003).
- ↑ President of Azerbaijan. Azerbaijan. Bloody Memories . Дата обращения: 14 ғинуар 2019. Архивировано 5 октябрь 2007 года. 2007 йыл 5 октябрь архивланған.
- ↑ В канун годовщины «Черного Января» Аллею шехидов посещают тысячи людей . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.(недоступная ссылка)
- ↑ В Баку открыт памятник «20 Января» . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гусейнов В. А. Больше, чем одна жизнь. 2019 йыл 29 сентябрь архивланған. В 2-х книгах. — М.: «Красная звезда», 2013.
- Чёрный январь. Баку — 1990: Документы и материалы. — Баку: Азернешр, 1990. — 288 с.
- Qulu Kəngərli. Qara Yanvar Şəhidləri. — Bakı: Gənclik, 1992. — 155 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Заявление Комиссии Верховного Совета Азербайджанский ССР по расследованию событий, имевших место в городе Баку 19—20 января 1990 года . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Лебедь А. И. За державу обидно… Чёрный январь в Баку . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Александр Сафаров. Чёрный январь . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Воспоминания очевидцев об армянских погромах в Баку в январе 1990-го года . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Вячеслав Морозов. Белая книга России . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- 20 января: Трагедия или массовый подвиг? Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Султанов Чапай Али оглы Кровавый горбачёвский удар по Баку 20 января 1990 года . Дата обращения: 14 ғинуар 2019. 2010 йыл 13 декабрь архивланған.
- Воспоминания очевидца, участника ввода войск . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Воспоминания очевидца событий ночи с 19 на 20 января . Дата обращения: 14 ғинуар 2019. 2010 йыл 22 ғинуар архивланған.
- День всенародной скорби . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Агрессия. Баку, 20 января 1990 года . Дата обращения: 14 ғинуар 2019.
- Михаил Бурдуковский. Конечный результат.
- Видеоматериалдар
- 20 Января 1990 Документальные кадры тех дней . Дата обращения: 14 ғинуар 2019. (на русском)
- 20 Января 1990 Документальные кадры тех дней-2 . Дата обращения: 14 ғинуар 2019. (на русском и азерб.)
- Интервью шейх-уль-ислама Аллахшукюра Пашазаде от 20 января 1990 г. Дата обращения: 14 ғинуар 2019. (на русском)
- Пресс-конференция Гейдара Алиева и Лалы Шовкет в представительстве Азербайджанской ССР в Москве, 21 января 1990 г. Дата обращения: 14 ғинуар 2019. (на русском)
- Огонь на себя Документальный фильм о межнациональных конфликтах во время перестройки.
- Сергей Ефимичев — Моего слепого отца убили штыком (на русском)