Гейдар Алиев Халыҡ-ара аэропорты
Гейдар Алиев Халыҡ-ара Баҡы аэропорты (әзерб. Əliyev Heydər beynəlxalq hava limanı) — Әзербайжанды хеҙмәтләндереүсе алты халыҡ-ара аэропорттың береһе. Элек ул Баҡының ҡала яны буйынса «Бина Халыҡ-ара аэропорты» атамаһын йөрөтә. 2004 йылдың 10 мартында Әзербайжандың өсөнсө президенты, дөйөм милли лидер Гейдар Алиев хөрмәтенә үҙгәртелә. Баҡынан 25 километр көнсығышта урынлашҡан, ҡала менән 2008 йылда файҙаланыуға тапшырылған заманса автострада бәйләй[6]. Милли «Әзербайжан авиалиниялары» авиакомпанияһының база аэропорты.
Гейдар Алиев Халыҡ-ара аэропорты | |
әзерб. Heydər Əliyev adına Beynəlxalq Hava Limanı | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Bakou-Heydar Aliyev |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Гейдар Алиев |
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Баҡы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 10 фут |
Рәсми асылыу датаһы | 1933 |
Пассажирҙар ағышы | 358 000[1], 653 000[1], 946 000[1], 1 230 000[1], 2 729 611, 2 856 371, 2 857 000, 2 966 725, 2 585 525, 3 000 000, 3 260 000, 3 260 000[2], 4 060 000[3], 4 430 000, 4 730 000[4] һәм 1 030 700[5] |
Хеҙмәтләндерелгән ҡала | Баҡы |
Регулярные рейсы в | Берлин-Тегель[d] |
Рәсми сайт | airport.az |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Осоу-ултырыу һыҙаты | 16/34 һәм 17/35 |
ИАТА аэропорты коды | GYD |
ИКАО аэропорты коды | UBBB |
Гейдар Алиев Халыҡ-ара аэропорты Викимилектә |
Беренсе терминалда пошлинаһыҙ сауҙа магазиндары (дьюти-фри) эшләй, өҫтәүенә, күп халыҡ-ара аэропорттарҙан айырмалы, магазиндар осоу зонаһында ғына түгел, килеү зонаһында ла бар. Аэропорттың юғары стандарттарына тап килеү һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү өсөн, пошлинаһыҙ сауҙа магазиндары алдан заказ биреү сервисына — MyDutyFree тоташтырылған[7]. Пластик карточкаларҙан тыш, түләүгә ҡулаҡса: әзербайжан манаты, АҠШ доллары, евро һәм Рәсәй һумы ҡабул ителә.
Аэропорт халыҡ-ара стандарт талаптарына яуап бирә. Үҙенең уңайлы географик урынлашыуы менән аэропорт төбәктә Көнбайыш менән Көнсығыш, Төньяҡ һәм Көньяҡ араһында транзит рейстар өсөн беренсе аэропорт булып тора[8]. Аэропорттың рәсми сайты — www.airport.az
Терминалдар
үҙгәртергәГейдар Алиев Халыҡ-ара аэропортында ике пассажир һәм ике йөк терминалы эшләй.
Советтар заманында төҙөлгән иҫке пассажирҙар терминалы тулыһынса һүтелеп, уның урынына яңы халыҡ-ара 1-се Терминал төҙөлә. Өс мөйөш формаһындағы эстән ярым үтә күренмәле ҡыйыҡлы дүрт ҡатлы инженер концепцияһы 2010 йылда «Arup» компанияһы тарафынан эшләнелә. «AUTOBAN» төрөк фирмаһы эшләгән интерьер имән шпонлы кокондар рәтенә эйә.
1-се Терминалда багаж эшкәртеү буйынса «Lande Van Der» фирмаһының техникаһы, багажды ентекле тикшереү техникаһы бар. «L-3» фирмаһы томографтары объекттың эске структураһының ҡатлы һүрәтен ҡарау өсөн тәғәйенләнгән.
1-се Терминалдың телескопик траптары бер үк ваҡытта 12 самолетты ҡабул итә ала. Ике трап донъялағы иң ҙур — Airbus A380 пассажир самолетын ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән.
1-се Терминалдың бөтөн бинаһы буйынса «Schindler» компанияһының 30 эскалаторы һәм 21 лифты ҡуйылған. Терминал процестарҙы һәм операцияларҙы автоматлаштырыу өсөн «BMS» (System Building Management) системаһы менән йыһазландырылған. Шулай уҡ 1-се Терминал электр, яҡтылыҡ, вентиляция, йылытыу, кондиционирование, канализация һәм һыу менән тәьмин итеүҙең айырым системаһына эйә.
1-се Терминал 2014 йылдың 1 апрелендә файҙаланыуға тапшырыла. Уның дөйөм майҙаны 65 мең квадрат метр, йылына 6 миллион пассажирға иҫәпләнгән. Бөгөнгә ул йылына 1 миллиондан 3 миллионғаса пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Парковканың дөйөм майҙаны-20 000 квадрат метр, 600 автомобилгә иҫәпләнгән.
2018 йылдың майында 1-се Терминалға бөтөн донъяла төрлө авиакомпаниялар һәм аэропорттар күрһәткән хеҙмәтәтрҙең сифатын өйрәнеү буйынса махсуслашҡан «[./https://ru.wikipedia.org/wiki/Skytrax Skytrax]» йоғонтоло Британия консалтинг компанияһынан «йондоҙ» бирелә[9].
Әлеге ваҡытта урындағы авиарейстарҙы һәм халыҡ-ара рейстарҙы хеҙмәтләндереүсе 2-се Терминалдың проект авторы архитектор Денисов Виктор Васильевич. Проект 1981 йылда 1-се премияға лайыҡ була. 1989 йылда тормошҡа ашырыла.
Һауа караптарының ҡабул ителеүсе төрҙәре
үҙгәртергәАэропорт барлыҡ пассажирҙар һәм йөк, шул иҫәптән донъяның иң эре Airbus A380 һәм Ан-225 («Мрия») Классификацион һаны (PCN) ОСОУ — 150 17/35/F/A/W/T, 16/34 (PCN) 150/F/B/X/T һауа судноларын ҡабул итә.
Ташыусылар һәм тәғәйенләнгән пункттар
үҙгәртергәЙөк ташыу
үҙгәртергәАвиакомпания | Тәғәйенләнгән пункт |
---|---|
Cargolux [10] | Бангкок, Бейрут, Гонконг, Тайбэй, Люксембург, Сингапур, Шанхай |
Silk Way Airlines[11] | Актау, Атырау, Багдад, Баграм, Басра, Дубай, Кабул, Кувейт, Тбилиси, Эрбиль |
Silk Way West Airlines | Алматы, Амстердам, Багдад, Бишкек, Будапешт, Вена, Гонк-Конг, Дакка, Дели, Дубай, Стамбул, Кабул, Кандагар, Киев, Куала-Лумпур, Льеж, Люксембург, Маастрихт, Милан, Осака, Сеул, Сингапур, Синьчжэн, Тель-Авив, Тяньцзинь, Франкфурт-Хан, Чикаго, Шанхай |
Инфраструктураһы
үҙгәртергәОтелдәр
Аэропорт территорияһында 250 номерлы 5 йондоҙло Sheraton отеле урынлашҡан.
Балалар
Аэровокзалдың халыҡ-ара терминалында Әсә һәм бала бүлмәһе, балалы пассажирҙар өсөн уйын зонаһы, шулай уҡ балаларҙы биләү өҫтәлдәре бар.
Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн шарттар
Аэропортта һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙарға шәхси ярҙам күрһәтелә, махсус парковка, мәғлүмәт һәм теркәү урындары булдырылған, тәүлек әйләнәһенә медицина пункты эшләй, кәрәк булған осраҡта пассажирҙы һауа судноһы бортында ташыу өсөн амбулифт бирелә. Аэропорт хеҙмәткәрҙәре теркәү үткән пассажирҙы залға һәм артабан самолетҡа сыҡҡанға тиклемоҙата.
Транспорт
үҙгәртергәАвтобустар һәм таксиҙар
«28 май» метро станцияһынан Баҡы аэропортына тиклем BakuBus компанияһының H1 маршруты автобустары тәүлек әйләнәһенә йөрөй. Хәрәкәт интервалы — көндөҙ 30 минут, төнөн 1 сәғәт. Баҡы аэропортына (һәм киреһенсә) шәхси такси менән яҡынса 20 минут эсендә барып етергә мөмкин.
Автотранспорт һәм парковка
Аэропортҡа автомобиль менән Гейдар Плиев проспекты аша аэропорт шоссеһы йәки Нобель проспекты аша Зыхский шоссеһы буйынса барырға мөмкин. Һәр терминал алдында туҡталҡа бар, дөйөм алғанда улар 1600-дән ашыу автомобилгә иҫәпләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://elib.shpl.ru/ru/nodes/24090-sssr-v-tsifrah-po-godam-kratkiy-statisticheskiy-sbornik-m-1960-1991
- ↑ http://www.airport.az/site/assets/files/1032/gyd_stats2016_total_eng.doc
- ↑ http://www.ato.ru/content/passazhiropotok-aeroporta-baku-v-2017-godu-vyros-na-chetvert
- ↑ http://www.airport.az/en/about-us/press-release/azerbaijans-airports-set-new-record-in-2019/
- ↑ http://interfax.az/view/829239
- ↑ Завершено строительство 17-километрового участка автотрассы проспект Нобеля — аэропорт
- ↑ DutyFree.az . dutyfree.az. Дата обращения: 7 ноябрь 2018.
- ↑ 70-летний юбилей гражданской авиации в Азербайджане
- ↑ https://azertag.az/ru/xeber/Mezhdunarodnomu_aeroportu_Geidar_Aliev_vruchena_samaya_prestizhnaya_premiya_v_mire-1160377
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 11 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 16 декабрь 2010 года. 2010 йыл 16 декабрь архивланған.
- ↑ ::Silk Way Airlines::… Дата обращения: 25 июль 2010. Архивировано из оригинала 16 июль 2010 года. 2010 йыл 16 июль архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1] — Официальный сайт Аэропорта Гейдар Алиев