Баҡаев Михаил Иванович
Баҡаев Михаил Иванович (12 сентябрь 1902 йыл—25 октябрь 1962 йыл) — СССР Хәрби-Диңгеҙ Флоты хеҙмәткәре, контр-адмирал (1949). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Баҡаев Михаил Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 сентябрь 1902 |
Тыуған урыны | Бәләбәй, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 25 октябрь 1962 (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | контр-адмирал[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәМихаил Иванович Баҡаев 1902 йылдың 12 сентябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй ҡалаһында аҙ тәьмин ителгән яңы суҡындырылған татар ғаиләһендә тыуған. Анкетала үҙен урыҫ тип яҙа. Ғаиләлә тәүге бала була. Бала сағында башланғыс белем генә ала алған, 1913 йылда ул сиркәү-мәхәллә мәктәбен тамамлай. Ун ике йәшенән типографияла эшләй башлай. 1919 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә китә. Граждандар һуғышында 5-се армия составында ҡатнаша. 1919 йылда йәш ҡыҙылармеецты, элекке наборщик эшен иҫәпкә алып, армия сәйәси бүлеге типографияһына күсерәләр. Шул уҡ йылда, 5-се армия штатын ҡыҫҡартҡандан һуң, демобилизациялана. Граждандар һуғышы тамамланғас, уҡыуын дауам итә һәм 1922 йылда өйәҙ совпарт мәктәбен тамамлай. Продинспектор итеп — Шаран улусына, өлкә мәктәбен тамамлағандан һуң Белорет кантонына комсомол кантоны комитеты секретары итеп ебәрелә. 1924 йылдың апреленән йәнә хәрби хеҙмәттә, сәйәси хеҙмәткәр. 1925 йылда — ВКП (б) ағзаһы. 1933 йылда Ленинградта РККА Хәрби-сәйәси академияһының беренсе курсын тамамлай. Сәләмәтлек торошо буйынса уҡыуын дауам итә алмай. Хәрби-Диңгеҙ флотына күсә: инструктор, Ҡырым районы батареяһының хәрби комиссары булып хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башында Амур флотилияһының Хәрби советы ағзаһы вазифаһын биләй. 1943 йылда шәхси үтенесе менән фронтҡа алына, Новороссийск хәрби-диңгеҙ базаһының сәйәси бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Бер нисә тапҡыр Бәләкәй Ерҙә (Малая Земля) була, частар менән осраша, моряктар менән әңгәмәләшә, партия билеттары тапшыра, тәьминәтте, ҡайнар аш биреүҙе ойоштороуҙы, ялан госпиталдәренең торошон тикшерә. Новороссийскиҙы азат иткән десант командиры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
Новороссийск дессант операцияһы тәжрибәһе Совет Армияһы һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының төп сәйәси идаралығы тарафынан дөйөмләштерелә һәм 1943 йылдың октябрендә айырым «Новороссийск десант операцияһында партия-сәйәси эш» китабы менән баҫтырыла. Ул бөтә флоттарға һәм флотилияларға таратыла, хәрби операцияларҙа партия-сәйәси эште яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай.
1944 йылдың апреленән сентябренә тиклем Ҡара диңгеҙ флоты Севастополь хәрби-диңгеҙ базаһының сәйәси бүлеген етәкләй.
1944 йылдың сентябренән 1945 йылдың декабренә тиклем Хәрби-Диңгеҙ Флотының юғары хәрби-сәйәси курстарында уҡый. Уҡыуын тамамлағандан һуң Төньяҡ флотҡа сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары итеп ебәрелә.
1948 йылдың сентябрендә Ҡара диңгеҙ флотының сәйәси бүлеген етәкләй.
1949 йылда контр-адмирал званиеһы бирелә. 1952 йылдың ғинуарынан — Ленинград хәрби-диңгеҙ флотының сәйәси бүлеге начальнигы, 1956 йылдың мартынан — Ленинград хәрби-диңгеҙ округы командующийының сәйәси подразделениеһы буйынса урынбаҫары[1].
Кронштадт ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 250 йыл тулыу уңайынан СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ Флотының баш командующийы адмирал Михаил Иванович Баҡаевты алтын тирәсле хәрби-диңгеҙ кортигы менән бүләкләй[2].
1960 йылдың сентябрендә һаулыҡ торошо буйынса отставкаға сыға. Санкт-Петербургтың Киров районы Красненькое зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин Ордены (1947);
- Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1944, 1945, 1953);
- I дәрәжә ватан һуғышы ордены (1944);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943).
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы ()
Хәтер
үҙгәртергә- Бәләбәйҙә элекке типография бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған;
- Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге контр-адмирал М. И. Баҡаев исемен йөрөтә (1975);
- Дунай флотилияһының элекке хәрби бронекатерына «Адмирал Баҡаев» исеме бирелә[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Некролог//«Ҡыҙыл йондоҙ». 27.10.1962;
- Некролог//«Ленинградская правда». 26.10.1962;
- Некролог//«Совет моряк». 26.10.1962.