Кронштадт ҡәлғәһе
Кронштадт ҡәлғәһе — XVIII—XIX быуаттарҙың архитектура һәм тарих ҡомартҡыһы. Хәҙерге көндә ҡәлғәнең бары тик Кронштадт үҙәгендәге Ихтилал урамы буйлап урынлашҡан Төньяҡ валы ғына һаҡланып ҡалған. Ул XIX быуатта күтәртелгән, әммә бынан алда ҡәлғә үҙгәртеп төҙөлә.
Кронштадт ҡәлғәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 1704 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Пётр I |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Кронштадт |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список объектов культурного наследия Кронштадта (Санкт-Петербург), часть 1[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Указания, как добраться | улица Восстания, 1, 3Б, 5, 7, 7К, 9, 13А, 13Б, 15, улица Зосимова, 3А, 3Б, 15А, 15Б, Ленинградская улица, 2 корпус 1, улица Мануильского, 2Б, 2Ж |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1723 |
Кронштадт ҡәлғәһе Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәАғас ҡәлғә
үҙгәртергә1703 йылдың ноябрендә Санкт-Петербургҡа беренсе сит ил судноһын голланд шкипере Выбес килтерә, унда тоҙ һәм шарап тейәлгән була. Шкипер Выбес батша Петр I иғлан иткән премияны — 500 алтын тәңкә - ала. 1715 йылдың 22 июнендә Петр I Голландия һәм Англия илдәренән килгән 45 сауҙа караптарын тантаналы ҡаршы ала. Караптарға туҡтау һәм уларҙы тиҙ генә бушатыу өсөн киң һәм уңайлы туҡталҡа гавандары төҙөү кәрәклеге бәхәсһе була. Эште тиҙләтеү өсөн Пётр I губернаторҙарҙы үҙҙәренә тәғәйенләнгән участкаларҙағы эштәргә шәхсән яуаплы итеп ҡуя, бының өсөн уларҙы Кронштадтҡа саҡыртып ала. 1719 йылдың мартында Сауҙагәрҙәр гаванының төҙөлөшө тамамлана.
Ҡәлғәләр төҙөлә башлауға егерме йыл үткәндән һуң, кронштадт форттары төҙөлә башлай һәм ул XIX быуат аҙағында тамамлана[3].
Утрауҙағы төҙөлөштөң генераль планына бында ҡала төҙөлөшө индерелә һәм батша Петр I тарафынан1721 йылда раҫлана. Ҡала көнбайыштан, төньяҡтан һәм көнсығыштан бастионға оҡшаған ҡәлғә ҡоймаһы менән уратып алынырға тейеш була. Ҡала көньяҡтан гавандың диуарҙары менән һаҡланырға тейеш була.
7 (18) октябрь 1723 Беренсе Петрҙың үҙе тарафынан ҡлғәнең нигеҙ ташы һалына, ҡәлғәне Кронштадт тип атайҙар. Ҡәлғә фронттарының ҡоймалары Кегорн системаһы (Петр II заманында был фронттарҙы Вобандың яңы бастион схемаһы буйынса төҙөү тәҡдим ителә) буйынса төҙөлә. Ҡәлғәнең валы өсөн тупраҡ материктан ҡул көсө менән сығарылып ташыла. Күтәртелгән ер өҫтөндә фортификация эштәре алып барыла: стена төҙөлә, пушкалар ҡуйыла, казармалар һәм башнялар булдырыла. Ҡәлғәлә 358 пушка, 11 гаубица һәм 19 мортира ҡуйыла, шуларҙың 257-һе фарватерҙы һаҡлап тора. Гарнизонда 71 офицер һәм 2664 түбәнге чиндағы һалдаттар хеҙмәт итә[4].
Ҡала сиктәрендә йөк ташыуҙы еңеләйтеү өсөн канал, шулай уҡ док төҙөгәндәр, шунан һуң ҡала беренсе класлы верфлы ҡалаға әйләнә. Торлаҡ төҙөү өсөн ябай кешеләргә 6 сотый (32х12 м) участка, затлы кешеләргә — шул уҡ оҙонлоҡтағы, әммә киңлеге теләктәре буйынса һайланған ер биргәндәр.
Петр I үлгәндән һуң, ҡәлғәләге бөтә эштәр генерал-фельдмаршал Б. К. Миних (1740 йылда отставкаға сыҡҡанға тиклем) етәкселеге аҫтында алып барыла. 1727 йылдан алып был «Рәсәй империяһы фортификацияһының обердиректоры» туранан-тура Хәрби коллегияға буйһондорола. Ул рәсәй ҡәлғәләре өсөн яңы штаттар булдыра, унда Кронштадтҡа айырым иғтибар бүленә.
1734 йылда гавандың ағас ҡоймалары тәжрибә сифатында таш ҡоймалар менән алмаштырыла. Әммә Төркиә менән башланған һуғыш арҡаһында төҙөлөшкә ташсылар етмәй һәм был эште өс йылдан һуң ябалар. 1757 йылдағы октябрь дауылы нығытмаларға байтаҡ зыян килтерә. Яңынан ҡоймаларҙы таштан төҙөү мәсьәләһе алға килеп баҫа, тик етештереү сығымдарының иҫәп-хисаптары күрһәтеүенсә ағас ҡоймаларҙы таш ҡоймалар менән алмаштырыу сығымдары хаҡы 20 тапҡыр ҡыйбат булғас, был эште алдағы сирек быуатҡа кисектереп торалар.
Таш ҡәлғә
үҙгәртергә25 март (5 апрель) 1784 йыл. Адмирал Грейг Екатерины II-нең Указына ярашлы Кронштадт Адмиралтействоһын төҙөү планына ҡул ҡуя. Екатерины II күрһәтмәһе буйынса абруйлы комиссия планды ныҡлап тикшерә һәм 1785 йылдың 18 ғинуарында император ҡатын рескриптҡа ҡул ҡуя һәм Грейгҡа Адмиралтействоны Петербургтан Кронштадтҡа күсерергә бойора. Грейг төҙөгән план буйынса ҡаланың ярҙамсы һәм торлаҡ биналары, складтар һәм госпиталдәре төҙөлә башлай.
Ҡәлғә, ниһәйәт, таштан төҙөлә башлай. Гавань тәрәнәйтелә, төҙөлөш эштәрендә башлыса тотҡондарҙың көсө менән файҙаланғандар.
1824 йылғы һыу баҫыу. Ҡәлғәне тергеҙеү
үҙгәртергә1824 йылдың ноябрендәге һәләкәтле ташҡын ваҡытында утрау бөтөнләй тиерлек һыу аҫтында ҡала, бары тик бер нисә ҡалҡыу ерҙе генә һыу баҫмай ҡалған. 7 ноябрҙең кисендә Кронштадт ҡәлғәһе бөтөнләй тиерлек йәшәүҙән туҡтай. Нығытмалары емерелә, ҡоралдарын тулҡын йыуып алып китә. Афәт ҡапыл ябырыла, һөҙөмтәлә постарында торған күп кенә һалдаттар һәләк була.
Инженерлыҡ департаменты инспекторы граф Сухтелен, Рус ҡораллы көстәренең Генераль штабын булдырыусы, ашығыс рәүештә ҡаланың таш нығытмаларын төҙөү проектын эшләй. Инженер-подполковник Львов етәкселегендә ашығыс тергеҙеү эштәре башлана, ул тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Төп эштәр бары тик 1826 йылдың йәйендә генә тамамланған.
1827 йылда ҡаланың яңы планы раҫлана, ул иҫкеһенән бик аҙ айырыла.
Ҡәлғәнең тасуирламаһы
үҙгәртергәҠаланың оборона нығытмаларын тергеҙеү эштәре тамамланғандан һуң, ҡәлғә дөрөҫ булмаған дүртмөйөштө хәтерләтә. Котлин утрауының ҡоро ере яғынан ул башнялы диуарҙар һәм эскарп менән һаҡланған була.
Көнбайыштан ҡала эскарп стена менән һаҡлана. Был стена алдында Кронверк каналы соҡоп ҡаҙылған, ҡала төньяҡтан һәм көньяҡтан батардо менән бикләнеп тора.
Төньяҡтағы ҡала оборона ҡоролмалары дүрт төньяҡ оборона казармаларынан ғибәрәт, был казармалар 1831—1871 йылдар араһында төҙөлгән, уларҙың ҡайһы берҙәрендә ярым манаралар күтәртелгән була. Көнсығышында бишенсе казарма, Көнсығыш казармаһы торған.
Диңгеҙ яғынан ҡала пушкалар урынлаштырыу өсөн төҙөлгән майҙанлы молдар һәм «Кенәз Меньшиков» батареяһы менән һаҡланған, улар Урта һәм Сауҙагәрҙәр гаванын һаҡлап торған.
Конверктан көнбайышҡа табан люнеттар урынлашҡан булған, әлеге ваҡытта улар эргәһендә контейнер терминалдары булдырылған.
Әлеге ваҡытта байтаҡ казармалар һәм ҡәлғәнең Төньяҡ валы өлөшләтә һаҡланған һәм ул Ихтилал урамы буйынан һәм өлөшләтә Зосимов урамы буйлап Кронштад ҡапҡаһына тиклем һуҙылған.
Мортира батареялары комплексы
үҙгәртергәКронштадт ҡәлғәһенең мортира батареяһы комплексы Котлин утрауының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан һәм ул мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Комплекс үҙ эсенә алған:
- Демидов батареяһы. 1902—1905 йылдарҙа инж. Н. В. Баранов төҙөгән.
- Көньяҡ мортира батареяһы. 1902—1905 йылдҙа инж. Н. В. Баранов төҙөгән.
- Алыҫ йыраҡлы павильонлы № 1 мортира батареяһы 1893—1902 йй. Инж. В. А. Кухарский, Н. П. Капица.
- № 2 мортира батареяһы. 1902—1906 йй. Инж. В. Ф. Вальтер, Н. П. Юденич.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәТарих һәм архитектура ҡомартҡылары исемлегендә, дәүләт һаҡлауында тора, ҡоролма эсенә түбәндәгеләр инә:
- Ихтилал урамындағы оборона урамы стеналары;
- Ихтилал урамындағы Төньяҡ № 1-5 оборона казармалары;
- Ихтилал урамындағы Төньяҡ № 1-3 ярым манаралары;
- Зосимов урамындағы Көнбайыш № 1- оборона казармалары ;
- Һаҡлағыс быуа № 1;
- Ер валдар, оборона соҡорҙары, эскарп стеналары, Кронверк каналы эргәһендәге Зосимов урамындағы көньяҡ һәм төньяҡ батардолары;
- Мануильский урамындағы көнсығыш оборона казармаһы һәм төньяҡ-көнсығыш манара;
- Ленинград урамындағы гауптвахта бинаһы
Транспорт
үҙгәртергә№ 2, 3, 175 автобусында барырға мөмкин. Кронштадт ҡапҡаһы аша Кронштадт юлына № 101, 215 ҡала яны автобустары йөрөй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Форты Кронштадта
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
- ↑ Атлас крепостей Российской империи (ок. 1830)
- ↑ Кронштадт. О. Котлин. План города и острова. Издание: ООО «Еврокарта». 2010 год.
- ↑ Раздолгин А. А., Скориков Ю. А. Кронштадтская крепость. — Л.: Стройиздат. Ленинградское отделение, 1988. — 420 с.ил. ISBN 5-274-00232-3
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — СПб.: Норинт, 2002. — 353 с. — ISBN 5-7711-0019-6.
- Зодчие Санкт-Петербурга. XX век / сост. В. Г. Исаченко; ред. Ю. Артемьева, С. Прохватилова. — СПб.: Лениздат, 2000. — 720 с. — ISBN 5-289-01928-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кронштадт ҡәлғәһе 2016 йыл 4 март архивланған.
- Кронштадт ҡәлғәһе буйынса Аудиогид