Башҡорт Ҡансураһы

Башҡорт Ҡансыраһы (Ҡансура; рус. Башкирское Канчерово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл
Башҡорт Ҡансураһы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Ҡыуандыҡ

Координаталар

51°34′ с. ш. 57°03′ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1773

Элекке исеме

Ҡансура

Халҡы

210[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 224 804 002

ОКТМО коды

53 714 000 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Башҡорт Ҡансураһы (Рәсәй)
Башҡорт Ҡансураһы
Башҡорт Ҡансураһы
Башҡорт Ҡансураһы (Ырымбур өлкәһе)
Башҡорт Ҡансураһы

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.

Ҡансыра (Ҡансура, Ғәбйәлил) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1773 йылда[2][3] телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән һәм Ҡара Ҡыпсаҡ улусы составында була.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
1795 1834 1859 1866 1889 1892 1900 1917 1920 1926
186 226 402 380 434 297 326 395 327 163
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
210

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 91 % тәшкил итә[6].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. 2,0 2,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 3,0 3,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  6. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.