Башҡорт операһы — башҡорт музыкаль театр сәнғәте төрө.

 
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Башҡорт операһының барлыҡҡа килеүе башҡорт халыҡ музыкаһы, рус классик сәнғәте һәм донъя опера традициялары йоғонтоһо аҫтында бара. ХIХ быуат аҙағында Өфөлә спектаклдәр, шул иҫәптән опералар, ҡуйыу мөмкинлеген биргән театр биналары төҙөлә. 1890—1891 йылдарҙа Өфөлә антрепренёр Семёнов-Самарскийҙың опера труппаһы спектаклдәр күрһәтә, был труппала Ф. И. Шаляпин эшләй. Өфөлә ул солист булараҡ беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға. Өфөлә Н. Н. Алмазовтың опера труппаһы ла спектаклдәр менән сығыш яһай.

Башҡорт йолаларын, риүәйәттәрен, халыҡ йырҙарының поэтик нигеҙен үҙ эсенә алған музыкаль спектаклдәр башҡорт операларының тәү үҫентеләре булып тора. Башҡорт драматургияһы ла башҡорт опера репертуарын формалаштырыуға булышлыҡ итә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйылған опера әҫәрҙәренең бер өлөшө драматик спектаклдәр нигеҙендә ижад ителә.

Башҡорт драма театры спектаклдәре (М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Х. Ибраһимовтың «Башмағым», М. Буранғоловтың «Башҡорт туйы») өсөн яҙылған башҡорт профессиональ музыкаһы ла башҡорт операһын хасил итеүгә тәүшарттар тыуҙырыша.

1930 йылда Ҡазанда һәм Өфөлә Ғ. С. Әлмөхәмәтов, В. И. Виноградов һәм С. Х. Ғәбәшиҙең «Эшсе» операһы (М. Ғафуриҙың шул исемдәге поэмаһы буйынса) премьераһы була. 1932 йылда Ғ. Әлмөхәмәтов инициативаһы буйынса республикала милли артист һәм композитор кадрҙарын әҙерләү маҡсатында Башҡорт опера студияһы асыла. 1940 йылда Өфөлә Аксаков халыҡ йорто сәхнәһендә беренсе башҡорт операһы — М. Вәлиевтең С. Мифтахов драмаһы буйынса ижад ителгән «Һаҡмар» операһы, ә бер нисә айҙан, декабрҙә, А. Эйхенвальдтың «Мәргән» тигән операһы ҡуйыла.

Үҙаллы жанр булараҡ башҡорт операһы Башҡорт АССР-ында ХХ быуаттың 40-сы йылдарында аяҡҡа баҫа.

Ғ. С. Хәбибуллин, Х. Л. Ғәлимов, Б. Н. Вәлиева, З. И. Илбаева, М.  Ғ. Сәлиғәскәрова, М. Х. Хисмәтуллин һәм башҡалар опера спектаклдәрен беренсе башҡарыусылар була. Музыкала башҡорт халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре интонациялары киң ҡулланыла.

Халыҡ легендалары мотивтары буйынса, башҡорт халыҡ көйҙәренә нигеҙләнеп, 1940—1944 йылдарҙа композитор А. А. Эйхенвальдтың[1] «Мәргән» һәм «Ашҡаҙар» (М. Буранғолов либреттоһы) опералары сәхнәгә сығарыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт операһын үҫтереүҙә Өфөгә Мәскәүҙән, Ленинградтан, Киевтан эвакуацияланған музыканттар һәм композиторҙар ҡатнаша. Һуғыш йылдарында башҡорт эпосы мотивтары буйынса Х. Ш. Заимовтың һәм А. Э. Спадавеккианың «Аҡбуҙат» операһы ижад ителә. Башҡортостанда граждандар һуғышы тураһындағы ҡаһарманлыҡ йүнәлеше Р. Ә. Мортазиндың «Азат» (Б. Бикбай либреттоһы, 1949) операһында дауам иттерелә. Башҡортостанда колхоздар төҙөүгә Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһы (Ғ. Әмири либреттоһы, 1949) бағышлана.

50-се йылдарҙа З. Ғ. Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» операһы тыуа, 60-сы йылдарҙа, башҡорт халыҡ йыры һәм риүәйәте мотивтарына таянып, Исмәғилевтең «Шәүрә» (Б. Бикбай либреттоһы) операһы ижад ителә (дирижеры И. М. Альтерман, реж. Хисмәтуллин, 1963).

60 — 70-се йылдарҙа революция һәм граждандар һуғышы темаһына Мортазиндың «Дауыл» (Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса Р. С. Янбулатова либреттоһы, 1969), башҡорт нефтен асыусыларға арнап Х. Ф. Әхмәтовтың «Замандаштар» (Б. Бикбай либреттоһы, 1970), йәштәр тураһында Исмәғилевтең «Ағиҙел тулҡындары» (М. Кәрим либреттоһы, 1972) опералары барлыҡҡа килә[2] .

80 — 90-сы йылдарҙа З. Исмәғилевтең «Урал илселәре» (И. Дилмөхәмәтов либреттоһы, 1982, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы тураһында), Әхмәтовтың «Нәркәс» (И. Х. Йомағолов трагедияһы буйынса, 1994), С. Ә. Низаметдиновтың «Ҡара һыуҙар» (Кәрим поэмаһы буйынса, 1989), Исмәғилевтең «Аҡмулла», Д. Д. Хәсәншиндың «Бөйөк рядовой» («Александр Матросов»), Н. Ә. Дауытовтың «Гөльямал», А. М. Ҡобағошовтың «Шоңҡар», Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә»; балалар өсөн — Р. Х. Ғәзизовтың «Марсҡа осоу», А. Х. Ғабдрахмановтың «Һоро муйын», Дауытовтың «Тараҡан» («Тараканище») опералары донъяға килә[3].

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының 2000-се йылдар репертуарында З. Исмәғилевтең «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә», «Урал илселәре», «Салауат Юлаев», С. Низаметдиновтың «Ай тотолған төндә», «Нәҡи», «Mементо» опералары бар.

  • Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996. Изд. Башкирская энциклопедия. ISBN 5-88185-001-7
  • Давыдова Э. М. Башкирская опера //Музыка композиторов Башкирской АССР (СССР) и округа Галле (ГДР).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә