Аҡбуҙат (опера)
Аҡбуҙат — А. Э. Спадавеккиа менән Х. З. Заимовтың өс шаршаулыҡ операһы. Либреттоһын Баязит Бикбай менән Ҡадир Даян башҡорт эпосы «Аҡбуҙат» нигеҙендә яҙған. Тәүге башҡорт әкиәти-тарихи операларының береһе.
Аҡбуҙат | |
Файл:СалигаскароваМ.jpg Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова һыу аҫты батшаһының ҡыҙы Нәркәс партияһында | |
Композитор | |
---|---|
Либретто авторы | |
Либретто теле | |
Сюжет сығанағы |
«Аҡбуҙат» эпосы |
Күренештәр |
3 Акт |
Яҙылған йылы | |
Беренсе постановка | |
Беренсе постановка ҡуйылған урын |
Тасуирлама
үҙгәртергәБеренсе редакцияһы
үҙгәртергә«Аҡбуҙат» операһының премьераһы 1942 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә була. Опера Октябрь революцияһының 25 йыллығына бағышлана.
Баязит Бикбай менән Ҡадир Даян беренсе редакция либреттоһының авторҙары була.
- Дирижёры — П. М. Славинский;
- Спектаклде ҡуйыусы — Б. Ғ. Имашев;
- Режиссёры — В. А. Нелли-Влад;
- Рәссамдары — Ғ. Ш. Имашева һәм М. Н. Арыҫланов;
- Балетмейстеры — Х. Ғ. Сафиуллин;
- Хормейстеры — Н. А. Болотов.
Ролдәр | Башҡарыусылар |
---|---|
Һәүбән батыр | Хөсәйен Ҡудашев |
Таңһылыу | Баныу Вәлиева |
Ҡәһҡәһә | Ғабдрахман Хәбибуллин |
Нәркәс | Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова |
Шүлгән | Мәғәфүр Хисмәтуллин |
Һомай ҡош | Шәһиҙә Вәлиәхмәтова |
Мәсем хан | Ғата Сөләймәнов |
Тарауыл | Хәбир Ғәлимов |
Күсем бей | Г. Нәбиев |
Икенсе редакцияһы
үҙгәртергә«Аҡбуҙат» операһы икенсе редакцияла 1957 йылдың 31 декабрендә сәхнәгә сығарыла.
Икенсе редакция либреттоһының авторҙары Сәғит Мифтахов менән Ҡадир Даян була.
- Дирижёры — Н. Ғ. Сабитов;
- Ҡуйыусыһы — Б. Ғ. Имашев;
- Режиссёры — М. Хисмәтуллин;
- Рәссамы — М. Н. Арыҫланов;
- Балетмейстеры — Ф. Ә. Ғәскәров;
- Хормейстеры — А. Г. Тихомиров.
Ролдәр | Башҡарыусылар |
---|---|
Һәүбән батыр | Шамил Ҡолбарисов |
Таңһылыу | Баныу Вәлиева |
Ҡәһҡәһә | Ғабдрахман Хәбибуллин |
Нэркэс | М. Сәлиғәскәрова |
Шулгән | С. Русинов |
Һомай ҡош | Шәһиҙә Вәлиәхмәтова |
Мәсем хан | И. Муромцев |
Тарауыл | Сәлих Хөснийәров |
Кусем-бәй | Г. Нәбиев |
Концерт башҡарылышы
үҙгәртергә1994 йылдың 24 ноябрендә опера беренсе тапҡыр концерт башҡарылышында ҡуйыла. Режиссёры — Р. Вәлиуллин, дирижёры В. И. Платонов була. Һәүбән ролен — Раил Көсөков, Нәркәсте — Ләлә Әхмәтйәнова, Таңһылыуҙы — Зөлфирә Фәрхетдинова, Шулгәнде — Фәнәүи Сәлихов, Ҡәһҡәһәне Руслан Хәбибуллин башҡара.
Сюжеты
үҙгәртергәСюжет нигеҙендә «Аҡбуҙат» эпосы һәм уның геройы Һәүбән батырҙың яуыз Мәсем ханға ҡаршы көрәше ята. «Аҡбуҙат» операһында Н. А. Римский-Корсаковтың әкиәттәр һәм эпостар буйынса яҙылған опералары традициялары дауам иттерелә.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Галина Г. С. Аҡбуҙат (опера) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.