Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы

Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы (20 ноябрь 1922 йыл — 7 октябрь 2015 йыл[1]) — башҡорт опера йырсыһы (меццо-сопрано). Башҡорт АССР-ының (1949) һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955), Башҡорт АССР-ының (1951) һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1957).

Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы Сәлиғәскәрова
Файл:СалигаскароваМ.jpg
Төп мәғлүмәт
Тыуған

20 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Саҡмағош районы) Иҫке Ихсан ауылы

Үлгән

7 октябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (92 йәш)

Үлгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы,

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы

Йырлау тауышы

меццо-сопрано

Наградалар

РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1957 РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1955 «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы Сәлиғәскәрова Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Иҫке Ихсан ауылында тыуған.

1938 йылдан хор артисы була.

1938—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

1941—1942 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Башҡорт опера студияһында шөғөлләнә, унда уҡыған сағында театрҙа эшләүен дауам итә. Өфө музыка училищеһы уҡытыусыһы Римма Лазаревна Фишерҙан вокал дәрестәре ала[2].

1947 йылда Бөтә Рәсәй театр йәштәре смотрында ҡатнаша һәм «Кармен» операһынан Хабанераны башҡарған өсөн беренсе премия менән бүләкләнә. Һуңынан Прагала үткән Бөтә донъя демократик йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты була.

1953 йылдан КПСС ағзаһы. 3-сө саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты[3].

Ижады үҙгәртергә

Театрҙағы дебют сығышы 1941/42 йыл миҙгелендә П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһындағы Ольга партияһы була. Театрҙың төп солистарының береһенә әүерелә. Жорж Бизеның «Кармен» операһындағы Кармен партияһы Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙының иң яҡшы партияларының береһе була. Йырсының концерт репертуарында сит ил, рус һәм башҡорт композиторҙарының ариялары һәм романстары, шулай уҡ халыҡ йырҙары була.

20-нән ашыу партия башҡарған:

  • Ольга, Няня («Евгений Онегин»), Любовь («Мазепа»), Полина («Пики дамаһы», бөтәһе лә — П. И. Чайковскийҙыҡы);
  • Нәркәс («Аҡбуҙат», Х. Ш. Заимов, А. Э. Спадавеккиа);
  • Любаша («Батша кәләше», Н. А. Римский-Корсаков);
  • Яубикә («Шәүрә»), Көнбикә («Салауат Юлаев», икеһе лә З. Ғ. Исмәғилевтеке);
  • Ҡоншаҡ ҡыҙы («Кенәз Игорь», А. П. Бородин);
  • Амнерис («Аида»), Азучена («Трубадур», икеһе лә Дж. Вердиҙыҡы);
  • Туғыҙаҡ («Алтынсәс», Н. Г. Йыһанов);
  • Аксинья («Тымыҡ Дон», И. И. Дзержинский);
  • Ульяна («Йәш гвардия», Ю. С. Мейтус);
  • Айһылыу («Һаҡмар», М. М. Вәлиев);
  • Яланбикә («Дауыл», Р. Ә. Мортазин).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Салигаскарова Магафура Галиулловна // Театральная энциклопедия. — М., 1965. Т. 4. С. 816.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Башкирский государственный театр оперы и балета с прискорбием сообщает. bashopera.ru (7 октябрь 2015). Дата обращения: 9 октябрь 2015.
  2. Культура РБ 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Салигаскарова Магафура Галиулловна // Музыкальная энциклопедия. — М., 1982. Т. 6. С. 906.

Һылтанмалар үҙгәртергә