Урал илселәре (опера)

башҡорт операһы, 1981 йылда композитор Заһир Исмәғилев Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһына яҙа

Урал илселәре — башҡорт операһы, 1981 йылда композитор Заһир Исмәғилев Ишмулла Дилмөхәмәтов либреттоһына яҙа.

Опера
Урал илселәре
Композитор

Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Либретто авторы

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы

Либретто теле

башҡортса‎

Сюжет сығанағы

Живая земля[d]

Күренештәр

3 Акт

Беренсе постановка

30 март 1982

Һүрәтләү үҙгәртергә

З. Ғ. Исмәғилевтың «Урал илселәре» операһы И. И. Дилмөхәмәтовтың «Тере тупраҡ» драмаһы буйынса яҙылған, 3 өлөштән тора.

Операның премьераһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә 1982 йылдың 30 мартында ҡуйыла.

Музыкаль етәксеһе һәм дирижер — Г. Г. Александров;
Ҡуйыусы режиссёр — Р. И. Тихомиров;
Балетмейстер — Ф . М. Саттаров;
Хормейстер — Л . Х. Исхаҡова.

Төп партияла: Н. З. Абдеев (Юлтый), Р. Ф. Кучуков (Аҡсәсән), Ф. Ә. Килдейәрова (Һарыласәс), Ф. М. Латипов (Һөйөндөк), С. Т. Ғәлимова (Ҡуйһылыу), М. Ғ. Ғәлиев (Ҡаһирбей), Р. А. Бәшәров (Иван Грозный).

Операның икенсе редакцияла ҡуйылған премьераһы 2007 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә була.

Музыкаль етәксеһе һәм дирижер — Р. Э. Лютер;
Ҡуйыусы режиссёр — Г. Г. Исаакян;
Балетмейстер — Ф. М. Саттаров;
Хормейстер — Э. Х. Ғәйфуллина.

Төп партияла: Ф. З. Сәлихов (Юлтый), Я. А. Абделмәнов (Аҡсәсән), А. Р. Ғәбиҙуллина (Һарыласәс), И. Ф. Вәлиев (Һөйөндөк), С. Р. Арғынбаева (Ҡуйһылыу), О. З. Килмөхәмәтов (Ҡаһирбей), С. Ә. Асҡаров (Иван Грозный).

«Урал Илселәре» операһы өсөн Заһир Исмәғилевҡа 1982 йылда СССР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелә.

Сюжет үҙгәртергә

«Урал илселәре» операһы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына арнала.

Операның музыкаһы милли колоритҡа бай, башҡорт халыҡ музыкаһына (һыҡтау, оҙон көй, ҡобайыр, таҡмаҡ) яҡын. Иван Грозный булған сәхнәлә сиркәү йырҙары яңғырай.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Галина Г. С. Загир Исмагилов. Өфө, 1997.

Һылтанмалар үҙгәртергә