Төп менюны асырға

Башҡорт балы — Башҡортостанда етештерелгән бал. «Башҡорт балы» исеме сауҙа маркаһы менән һаҡланған[1].

ИсемеҮҙгәртергә

2005 йылдан «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы Рәсәй Федерацияһы территорияһында үҙ продукцияһын «Башҡорт балы» тип исемләргә хоҡуғы булған берҙән-бер учреждение.

СолоҡсолоҡҮҙгәртергә

Төп мәҡәлә Солоҡсолоҡ

Солоҡ — ҡырағай бал ҡорттары өсөн үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһаған умарта.

Башҡортостан — солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған, солоҡ балы (ҡырағай урман балы) табыла торған Ер шарында берҙән-бер урын.

Солоҡсолоҡ, кәсеп булараҡ, боронғо Башҡортостан территорияһында бик күптән булған. Был турала 1500 йыл элек ерләнгән, Бөрө ҡәберлегендә 1902 йылда табылған солоҡсолоҡ кәрәк-яраҡтары һөйләй.

Башҡорттарҙа солоҡсолоҡ үҫеше XVIII быуатҡа тура килә. Рәсәй фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты П. И. Рычков Көньяҡ Уралда башҡорттарҙың көнкүрешен өйрәнеп былай тип яҙа: «…бөтә ерҙә бал ҡорттары булған урман», башҡорттарҙың төп табышы «йылҡысылыҡ, малсылыҡ һәм солоҡсолок… Урманлы урында йәшәгән башҡорттар солоҡтан бик ҙур табыш ала. Улар ҡорттарҙы үрсетергә бик оҫта, урманда бер нисә мең солоҡ ағасы, бер ағаста ике, ҡайһы саҡта өс солоҡ ояһы булған ағастар бар. Урманда йәшәп мөлкәтһеҙ булғандар бик һирәк. Бер солоҡтан ботҡа яҡын, ҡайһы саҡта күберәк, йә аҙыраҡ балауыҙлы бал алалар».

Бөрйән ҡортоҮҙгәртергә

Башҡорт балының үҙенсәлегенә, Башҡортостандың Бөрйән районының урманында йәшәгән Башҡорт ҡыр (бөрйән) бал ҡорто ла үҙ өлөшөн индерә. Башҡорт бал ҡорттары үҙҙәренең ҡышҡа бирешмәүсәнлектәре, һәм дә ҡыҫҡа бал йыйыу ваҡытында юғары бал етештереүсәнлектәре менән айырыла. Икенсе тоҡомло бал ҡорттары менән сағыштырғанда, башҡорт бал ҡорто уҫаллығын күрһәтә: махсус костюмһыҙ, ауһыҙ, төтәткесһеҙ умарталар менән эшләүе мөмкин түгел. Башҡорт балы йыйыусы, бал ҡорттары халыҡ-ара күргәҙмәлә юғары билдә алды.

Рәсәй зоологы һәм тәбиғәт фәндәре белгесе Г. А. Кожевников үҙенең яҙмаларында былай тигән: генетика күҙлегенән башҡорт бал ҡорто ҙур ҡиммәтлелеге менән күҙаллана.

Наградалары һәм ҡаҙаныштарыҮҙгәртергә

Башҡорт балы аҙыҡ-түлеккә арналған күргәҙмә һәм йәрминкәләрҙә ҡатнаша.

  • Башҡорт балы беренсе тапҡыр 1900 йылда Парижда II Бөтә донъя умартасылыҡ конгресында алтын миҙал ала.
  • 1967 йылда Германияның Эрфурт ҡалаһында алтын миҙал ала.
  • 1965 йылда Румынияның Бухарест ҡалаһында XX Халыҡ-ара Апимондия конгресында көмөш миҙал ала.
  • 1971 йылда Мәскәүҙә XXIII Халыҡ-ара Апимондия конгресында алтын миҙал ала.
  • 2002 йылда Берлинда үткәрелгән «Йәшел аҙна» Халыҡ-ара күргәҙмәһендә юғары награда менәң билдәләнә.
  • 2001—2004 йылдарҙа Санкт-Петербургта үткәрелгән «Рәсәй фермеры»- «Агрорусь» күргәҙмәләрендә юғары наградаға лайыҡ була[2].

Ҡыҙыҡлы факттарҮҙгәртергә

  • Башҡорт балын Европа илдәре, АҠШ, Япония, Яҡын Көнсығыш илдәре (Мәҫәлән, Кувейт[3]) һатып ала.
  • Башҡорт балы «Мир» орбита станцияһы ағзалары рационына керә. Йондоҙ ҡаласығында осош әҙерләү программаһында ҡатнашыусылар өсөн башҡорт балы файҙаланалар.

ҠарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • А. М. Ишемгулов. «История и современное состояние пчеловодства Республики Башкортостан»

ҺылтанмаларҮҙгәртергә