Башҡорттарҙа ғаилә-никах мөнәсәбәттәре

хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына, социаль һәм мәҙәни традицияларға бәйле ғаилә-никах институты

Башҡорттарҙа ғаилә-никах мөнәсәбәттәре — башҡорттарҙа хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына, социаль һәм мәҙәни традицияларға бәйле ғаилә-никах институты[1].

Башҡорттарҙа ғаилә-никах мөнәсәбәттәре

Ғаилә-никах мөнәсәбәттәренең тарихи традициялары

үҙгәртергә

Башҡорт халҡының ғаилә-никах мөнәсәбәттәре хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына, социаль һәм мәҙәни традицияларға бәйле булған. Ислам ҡабул ителгәнгә тиклем йола хоҡуғы менән, мосолман диненә күскәндән һуң — шәриғәт нормаларына ярашлы көйләнгән.

Ырыу бүленеше буйынса туған, бер ара ғаиләләр, XIX-XX быуаттарҙа бер ырыу ағзалары араһында (экзогамия) никахтар тыйылған.

XX быуат башына тиклем ҡыҙҙарҙың никахҡа инеү йәше — 16-17 йәш (боронораҡ хатта 12-15 йәш), егеттәрҙең 19-20 йәш (һирәгерәк 16-18 йәш) тәшкил иткән.

Никах ҡоҙалау буйынса, ҡағиҙә булараҡ, башҡорт халҡы эсендә (эндогамия), билдәле бер социаль төркөмдәр сиктәрендә төҙөлгән. Шулай уҡ левират, сорорат, ҡыҙ урлау һ. б. күренештәр осраған. Айырылышыу шәриғәт буйынса башҡарылған[2].

Атай кеше йәки ирҙәрҙең иң олоһо — ғаилә башлығы община һәм дәүләт власы алдында ғаилә өсөн яуаплы булған, мөлкәт менән идара иткән. Ғаилә башлығының ҡатыны, ҡатындарҙың иң өлкәне ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған эштәргә етәкселек иткән. Енесенә һәм йәшенә ҡарата, һәр ғаилә ағзаһына аныҡ хеҙмәт бүленеше булған: ир-егеттәр — утын һәм мал аҙығы әҙерләүгә, торлаҡ һәм хужалыҡ ҡоролмалары төҙөүгә һәм йүнәтеүгә йәлеп ителгән, солоҡсолоҡ, һөнәрселек һәм кәсептәр менән шөғөлләнгән. Ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләү менән бергә йорт хужалығын алып барған, бәйләү, туҡыусылыҡ, балаҫ һуғыу, тула баҫыу кеүек башҡа эштәр менән шөғөлләнгән. Балаларҙың хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашыуы мотлаҡ булған, улар мал-тыуарҙы, йорт ҡош-ҡортон, кескәй туғандарын ҡараған[3].

Әхлаҡи ҡағиҙәләр. Мөлкәт мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Башҡорт ғаиләһендә ғәҙәттә 7-8 бала, унан да күберәк бала булған. 6 — 7 йәшкә тиклемге малайҙарҙы башлыса әсәһе тәрбиәләһә, һуңынан улдарында ирҙәргә хас яуаплылыҡ, етдилек тәрбиәләү бурысы атайҙарға йөкмәтелгән. Өйләнгәндә йәки кейәүгә сыҡҡанда ололоҡ принцибы һаҡланған, тәүҙә өлкәнерәк ул-ҡыҙҙарын башлы-күҙле иткәндәр, артабан сиратлап тормошҡа ашырылған.

Ғаиләлә традицион этикет нормалары йәки өлкәндәрҙе, ата-әсәләрҙе хөрмәт итеү талаптары үтәлгән. Өлкәндәргә туғанлыҡ терминдары — «олатай», «өләсәй» «атай», «әсәй», «ағай» «апай» — менән мөрәжәғәт итеү ҡабул ителгән[4]. Кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙға иренең өлкән туғандары менән һөйләшеү, йәмәғәт урындарына барыу һ. б. тыйылған. Ғаиләләр бергәләп байрамдар ойошторған, төрлө йолалар үтәгән, туйҙар ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә, ерләүҙә ҡатнашҡан[5].

XX быуат башына башҡорт халҡында мираҫ ҡалдырыу һәм мөлкәт бүлеүҙең аныҡ тәртибе булмаған. Традицион башҡорт ғаиләһендә, өйләнгән улдарының балалары тыуыу һәм киләһе улдары өйләнеү менән, ҡағиҙә булараҡ, ғаилә мөлкәтенең бер өлөшөн бүлеп, йорт менән тәьмин итеп, башҡа сығарғандар. Ҡыҙҙарға ғаилә мираҫы өлөшө бирнә рәүешендә бирелгән, шулай уҡ ҡыҙҙарына әсәһенең шәхси мөлкәте лә күскән.

Кинйә ул атаһының вариҫы һаналған һәм ҡартайған ата-әсәһен ҡарарға тейеш булған. Аталары ваҡытһыҙ үлеп киткән осраҡта ғаилә башлығы вазифаһы өлкән улға йөкмәтелгән. Башлыса ирҙәр һыҙығы буйынса аҫабалыҡ хоҡуғы тапшырылған. XIX-XX быуат башында васыят буйынса вариҫлыҡ йолаға әүерелгән. Бәхәсле осраҡтарҙы мулла йәки власть органдары хәл иткән[6][7].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Руденко С. И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. — М.- Л.: Издательство академии наук СССР. 1955. — 394 с.
  • Назаров П. К этнографии башкир // Этнографическое обозрение. — 1890. — № 1. — 1990
  • Асфандияров А. З. Башкирская семья в прошлом (ХVШ — первая половина ХIХ в.). — Уфа, 1997. — С. 70.
  • Кузеев Р. Г. Историческая этнография башкирского народа. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979
  • Культ слова и речевой этикет башкир // История и культура Башкортостана. Хрестоматия / под ред. Ф. Г. Хисамитдиновой. — М.: АО МДС

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Семейно-брачные отношения у башкир
  2. Асфандияров А. З. Башкирская семья в прошлом (ХVШ — первая половина ХIХ в.). — Уфа, 1997. — С. 70.
  3. Руденко С. И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. — М.- Л.: Издательство академии наук СССР. 1955. — 394 с.
  4. Туғанлыҡ системаһы
  5. Асфандияров А. З. Башкирская семья в прошлом (ХVШ — первая половина ХIХ в.). — Уфа, 1997. — С. 70.
  6. Аҫаба. Семейно-брачные отношения(недоступная ссылка)
  7. Руденко С. И. Башкиры. Историко-этнографические очерки. — М.- Л.: Издательство академии наук СССР. 1955. — 394 с.

Башҡорттарҙа ғаилә-никах мөнәсәбәттәре