Өлкән
Өлкән кеше — билдәле бер йәшкә еткән кеше һәм уға ҡарата тән (физик) һәм менталь (психик) яҡтан өлгөргән тип уйларға нигеҙ бар. Өлкән индивид үҙенең тормош юлында мөһим булған ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек биргән кәрәкле белемгә һәм оҫталыҡҡа эйә.
Үҫмерҙәр менән сағыштырғанда, өлкәндәр ҙурыраҡ хоҡуҡтарға һәм яуаплылыҡҡа эйә. Ҡағиҙә булараҡ, өлкәндәр үҙҙәрен тәьмин итә ала. Өлкән йәшкә инеү, урындағы ҡануниәткә ҡарап, автомобиль йөрөтөү, сит илгә үҙ аллы сығыу, сәйәси тормошта ҡатнашыу (һайлау һәм һайлап алыу хоҡуғын алыу), енси мөнәсәбәттәр һәм никах кеүек хоҡуҡтар алыу менән оҙатыла.
Юридик яҡтан кеше законға ярашлы тулыһынса эшкә һәләтле булғандан һуң өлкән булып китә. Үҫеүҙең йәше универсаль түгел һәм теге йәки был йәмғиәттә ҡабул ителгән йәш арауығы рамкаһына һәм аныҡ кешенең физик һәм психологик үҫешенә бәйле. Аҙаҡҡы үҫеү билдәһе булып кешенең тотороҡло аҡса килеме килтергән һөнәр алыуы һанала.
Биологик өлгөрөү
үҙгәртергәТарихи һәм кросс-мәҙәни яҡтан, өлгөрөү башлыса енси өлгөрөүҙең башланыуы менән билдәләнә (ҡатын-ҡыҙҙарҙа күрем күреү, ир-егеттәрҙә эякуляция һәм ике енестең дә түмһәкәй сәстәре кеүек икенсел енси билдәләр барлыҡҡа килеүе). Кеше, ғәҙәттә, бала статусынан өлкән кеше статусына күсә, йыш ҡына был үҙгәреш йәки бәлиғ булыу менән бара.