Тула баҫыу
Тула баҫыу — тула һәм йөн әйберҙәр эшләү. Башҡорттарҙың боронғо шөғөлө[1].
Тула баҫыу | |
Продукция | сукно[d] һәм буҫтау |
---|---|
Бәйләнеше булыу | кейем һәм аяҡ-кейем[d] |
Буҫтау атамалары
үҙгәртергәБуҫтауҙар төрлө ҡалынлыҡта баҫылған: йоҡаһы — соға һәм ҡалыны мәллә тип аталған.
Тула баҫыу барышы
үҙгәртергәҺарыҡ йөнөнән (ҡайһы берҙә дөйә йөнөнән) иләнгән тәбиғи төҫтәге ептәр ҡулланылған, улар бик һирәк буялған. Һарыҡ йөнөн ҡырҡҡандар, тарап алыу ҙа булған, бының өсөн тимер йәки ағас тараҡ тотонғандар. Тетеп, иләнгән йөндө йомғаҡҡа урап, ике еп ҡатып, сиратҡандар.
Буҫтауҙы тар шөйтөлө станокта (урынағас, киндер урыны) беше, тар итеп (26—32 см) туҡығандар. Ҡалын булһын өсөн буҫтауҙы бергә ҡушып ҡатлағандар, септә өҫтөнә йәйеп һалып, ҡайнар һыу менән бешекләгәс, септәһе менән урап бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр. Йөнтәҫ килеп сыҡһын өсөн өҫтөнә йоҡа итеп йөн мамығы түшәгәндәр. Ураманы тәгәрәтеү кейеҙ баҫҡандағы кеүек булған.
Туланы яңғыҙ-ярым баҫып булмай, шуға күрә ҡатын-ҡыҙҙар өмәгә саҡырыла. Шулай уҡ ҡулалмаш та баҫҡандар. Эш ырамлы булhын өсөн, тула баҫҡан ыңғайға йырлашып ала торған булғандар:
Йырлай-йырлай өмәләрҙә
Гөрләп тула баҫабыҙ.
Йырлап, гөрләп, тула баҫып,
Аҙаҡ күңел асабыҙ.
Тула кейем тегер өсөн ҡыш буйы йөн иләгәндәр ҙә, өмә яhап, уны баҫыр булғандар. Бер кистә егерме биш аршин тула баҫҡандар[2].
Ҡулланылышы
үҙгәртергәСоғанан, йәғни йоҡа буҫтауҙан күберәк кешелеккә тигән кейемдәр (баш кейеме, елән, ҡашмау, ҡалпаҡ һ.б.), мәлләнән (ҡалын буҫтау) көндәлек баш һәм өҫ кейеме (тула ойоҡ, бейәләй, салбар, сәкмән, елән һ.б.[3]), көнкүреш ҡаралдыһы теккәндәр. Йылҡысылыҡ өсөн кәрәк-яраҡ, мәҫәлән, сергетыш етештергәндәр. Буҫтауҙы биҙәк һалып, нағышлап сигеп матурлағандар.
Географияһы
үҙгәртергәТула баҫыу Башҡортостандың һарыҡсылыҡ менән әүҙем шөғөлләнгән көньяҡ һәм көнсығыш райондарында таралған. Урал аръяғы башҡорттары, Ырымбур башҡорттарында был кәсеп йыш осраған. Үҙәк һәм Урта Азия (ҡалмыҡтар, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр һ.б.), Ҡаҙағстан, Көньяҡ Себер, Төньяҡ Кавказда ла тула, буҫтау етештереү менән шөғөлләнгәндәр[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ С. Н. Шитова. Тула баҫыу
- ↑ Тула баҫыу
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 407-се бит
- ↑ Шитова С. Н. Башкирская народная одежда / С. Н. Шитова; Отв. ред. Н. В. Бикбулатов. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1995. — 237,[2] с. : ил.; 27 см; ISBN 5-295-01204-2
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шитова С. Н. Башкирская народная одежда / С. Н. Шитова; Отв. ред. Н. В. Бикбулатов. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1995. — 237,[2] с. : ил.; 27 см; ISBN 5-295-01204-2
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 407-се бит