Баранников Алексей Петрович

Алексей Петрович Баранников (1890-1952) — совет филологы һәм индологы, СССР-ҙа хәҙерге Һиндостан телдәрен өйрәнеү мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Филология фәндәре докторы, Ленинград дәүләт университеты профессоры, СССР Фәндәр академияһы академигы (1939), СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институты директоры (1938-1940).

Баранников Алексей Петрович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 9 (21) март 1890[2] или 9 март 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Золотоноша[d], Полтава губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 5 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[4] (62 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР[3]
Ерләнгән урыны Комарово ҡасабаһы зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө филолог, лингвист-индолог, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө филология
Эш урыны Восточный факультет СПбГУ[d]
Уҡыу йорто историко-филологический факультет Киевского университета[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Бескровный, Василий Матвеевич[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Полтава губернаһының Золотоноша ҡалаһында, эшсе ғаиләһендә тыуған[5]. Матди яҡтан тәьмин ителмәгән булыу сәбәпле, ул гимназияны (экстерн) һәм Киев университетының тарих-филология факультетын ҙур ауырлыҡ менән тамамлай. Эшсәнлеге һәм ныҡышмалығы арҡаһында, Баранников университетта ҡалдырыла һәм үҙен фәнни эшсәнлеккә бағышлай. Ул боронғо телдәрҙе: латин һәм грек телдәрен яҡшы белә, ләкин бигерәк тә санскрит һәм яңы һинд телдәре менән ҡыҙыҡһына.

1916—1917 йылдарҙа Педагогика академияһында юғары курстарҙа уҡыта. 1917 йылдан — доцент, ә 1919—1921 йылдарҙа — Һамар университеты профессоры. 1921 йылда А. П. Баранников Петроградҡа ҡайта һәм 1921 йылға тиклем Урыҫ музейеның ғалим һаҡсыһы булып эшләй[5]. 1921—1938 йылдарҙа ул Ленинградтың Көнсығыш телдәр институты профессоры, ә 1922 йылдан ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр — Ленинград дәүләт университеты профессоры[5].

Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем Рәсәйҙә яңы Һинд телдәре осраҡлы рәүештә йәки практик маҡсаттарҙа ғына өйрәнелә. Һиндостандың әҙәби формаларының береһе булған урду теленә күберәк иғтибар бирелә. 1920-се йылдарҙа А. П. Баранников яңы Һинд теле һәм әҙәбиәте белеме проблемаларын фәнни эшкәртеүҙе ғәмәлгә индереү инициаторы була.

1934 йылда А. П Баранников СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институтына эшкә инә — башта өлкән ғилми белгес, һуңынан яңы Һинд кабинеты башлығы (1936—1938), директоры (1938—1940) һәм һуңыраҡ — һинд филологияһы секторы мөдире (1941—1950)[5] .

1930-сы йылдарҙа Ленинград дәүләт университетында һәм Көнсығышты өйрәнеү институтында эшләп, ул бик ҙур ғилми һәм педагогик эш йәйелдерә, СССР беренсе тапҡыр урду теле, һинд теле, маратхи, бенгал һәм пәнжәби кеүек Яңы һинд телдәрен өйрәнеүҙе ойоштора. 1935 йылда А. П. Баранников филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ була (диссертация яҡламайынса), һәм 1939 йылда СССР Фәндәр академияһы академигы итеп һайлана [5].

Ул Һиндостандың урта быуат һәм хәҙерге телдәрен, бороңғо һинд әҙәбиәтен, шулай уҡ сиған телен, көндәлек тормошон, фольклорын һәм тарихын өйрәнеү буйынса бик күп хеҙмәттәр яҙа. Төрмә жаргонын өйрәнеү буйынса бер нисә китап авторы.

Комаровола ерләнгән. Комарово зыяратындағы ҡәберлеге Санкт-Петербургтың Курорт районының федераль дәрәжәлә һаҡланыусы мәҙәни-тарихи мираҫына керетелә, ә Комарово Некрополе составында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында һаҡлана. Хәҙерге ваҡытта (2008) һәйкәл емерелгән.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Хиндустани (урду и хинди) (2 ч., 1934).
  • The Ukrainian and South Russian Gypsy dialects, Leningrad, 1934.
  • Перевод — «Прем Сагар» Лаллу джи Дала (1937).
  • Перевод «Рамаяны» Тулсидаса (1948).
  • Индийская филология. Литературоведение, М., 1959.
  • Флексия и анализ в новоиндийских языках. «Уч. зап. ЛГУ. Серия востоковедческих наук», 1949, в. 1.

Ҡатыны тел белгесе Ольга Николаевна Никонова. Балалары: индолог Петр Баранников (1925-2007) [6], ихтиолог Ирина Баранникова (1926 б.) [7] .

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Баранников Алексей Петрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Баранников, Алексей Петрович // Краткая литературная энциклопедия. Т. 1: Аарне — Гаврилов. / Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Советская энциклопедия, 1962. — Стб. 442.
  • Бескровный В. М., Кальянов В. И., Памяти акад. А. П. Баранникова // «Известия АН СССР. Отд. литературы и языка», 1953, т. 12, в. 1;
  • Зограф Г. А. Становление новоиндийской филологии в Ленинграде // «Учёные записки Института востоковедения АН СССР», 1960, т. 25;
  • Милибанд С. Д. Биобиблиографический словарь отечественных востоковедов (с 1917 г.). Кн. 1. М., 1995.
  • Баранников, Алексей Петрович / Серебряный С. Д. // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 26. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
  • Челышев Е. П. Душа его навсегда останется в Индии. 100 лет со дня рождения академика А. П. Баранникова // Вестник АН СССР, 1990, № 9;
  • Иодко О. В. Баранников Алексей Петрович // Ученые — фондообразователи Санкт-Петербургского филиала Архива Российской академии наук : Краткий биографический справочник : А—В / науч. ред. и сост. Е. Ю. Басаргина, И. В. Тункина. — СПб. : Реноме, 2018. — С. 40—41. — 196 с. — (Ad fontes. Материалы и исследования по истории науки ; т. 13). — ISBN 978-5-00125-105-7. — doi:10.25990/x87c-jb02.

Һылтанмалар

үҙгәртергә