«Рама́яна» (санскр. रामायण, Rāmāyaṇa IAST «Раманың сәйәхәте») — санскритта яҙылған боронғо һинд эпосы, индуизмда уның авторы тип легендар аҡыл эйәһе (Риши) Вальмикиҙы атайҙар. Вальмики боронғо һинд яҙмаларында (веды) Тайттирия-Пратишакхьяның остаздарының береһе тип атала. Индуизмда 18 китаптан торған (смрити категорияһына ҡараған) иң мөһим изге текстарҙың береһе .

Рамаяна
Рәсем
Атамаһы रामायण
Жанр Эпос һәм шиғриәт
Баҫма йәки тәржемә Le Râmâyana de Valmiki[d], Le Râmâyana[d], Balmiki Ramayan[d], Ramayanam[d] һәм Ramayan (Volume 2)[d]
Автор Вальмики[d]
Әҫәрҙең теле Санскрит
Персонаждар Рама[d][1], Сита[d][1], Лакшмана[d][1], Равана[d][1], Хануман[d][1], Гаруда[d], Дашаратха[d][1], Кайкейи[d][1], Бхарата[d][1], Каушалья[d], Сумитра[d][1] һәм Шатругхна[d][1]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d]
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу R.
 Рамаяна Викимилектә

Эпосҡа ингән китаптар

үҙгәртергә

«Рамаяна» 24 000 шиғырҙан тора (оригиналда 480 002 санскрит телендәге һүҙ бар)—был "Махабхарата"ның дүрттән бер өлөшө тиклем, тимәк "Илиада"нан дүрт тапҡырға күберәк), улар ете китап һәм 500 йыр (канды) итеп тупланған[2]. "Рамаяна"ның шиғырҙары шлока тип аталған утыҙ ике ижекле метрҙа (шиғри үлсәмдә) яҙылған.

"Рамаяна"ның ете китабы:

  1. Бала-канда(Sanskrit bālakāṇḍa) —Раманың бала сағы;
  2. Айодхья-канда —Айодхьялағы батша һарайы тураһындағы китап;
  3. Аранья-канда —Раманың ҡырағай урмандағы тормошо;
  4. Кишкиндха-канда — Кишкиндхала Раманың маймылдар батшаһы, Ел батшаһы улы Хануман менән бергә булырға һүҙ бирешеүе ;
  5. Сундара-канда —Ланка утрауы—Раманың ҡатыны Ситаны урлаған иблис Равананың батшалығы тураһында «Һоҡланғыс китап» ;
  6. Юддха-канда —Раманың маймылдар ғәскәренең Равана ғәскәре менән алышы;
  7. Уттара-канда — «Һуңғы китап», йомғаҡлау.

Эстәлеге

үҙгәртергә
 
Рамаяна географияһы
 
Иблистәр батшаһы Равана менән алыш. Рама (уңда) Ханумандың елкәһендә ултыра

"Рамаяна"ла Рама -Вишну илаһтың етенсе аватары (Вишнуҙың дүрт ваҡытлыса кәүҙәләнеше, ергә килеүе,ҡалған өсөһө— уның туғандары) тарихы. Уның ҡатыны Ситаны Ланка батшаһы Равана (ракшаса) урлай. Эпоста кеше йәшәйеше һәм дхарма (донъялағы дөрөҫ урынлаштырылған, ғәҙел тәртип законы) темаһы ҡарала[3]. Поэмала боронғо һинд аҡыл эйәләре тәғлимәттәре асыла, улар тураһында философия һәм бхактиҙы (илаһҡа тоғролоҡ) менән бергә ҡушып, кинәйәләп (аллегория) һөйләнелә.

Төп геройҙар

үҙгәртергә
  • Рама —поэманың төп геройы . Кошала иле батшаһы Дашаратха менән уның оло ҡатыны Каушальяның оло, иң яратҡан улы. Уның тик яҡшы яҡтары ғына бар. Дашаратха яратҡан кесе ҡатыны Кайкейяның талабы буйынса Раманы тәхеткә хоҡуҡтан мәхрүм итеп, 14 йылға ҡырағай урманға ҡыуып ебәрә.
  • Сита — Раманың яратҡан ҡатыны, Джанака батша ҡыҙы, «уны кеше тыуҙырмаған», ул батша ер һөргәндә бураҙанан табыла (Сита- «бураҙна»). Ул —илаһ Вишнуҙың ҡатыны Лакшмиҙың кәүҙәләнеше. Сита- ҡатын-ҡыҙ сафлығының иң юғары өлгөһө. Ул ире артынан урманға китә, һуңыраҡ ракшастарҙың батшаһы, Ланка хакимы Равана уны урлап ҡаса. Үҙенең яҡлылар менән Рама Раванаға ҡаршы һуғышып, Равананы үлтерә һәм Ситаны ҡотҡара. Бер аҙҙан Сита менән Раманың улдары Куша менән Лава тыуа.
  • Хануман —ғәйәт көслө ванара, илаһ Шиваның (йәки Рудра) ун беренсе кәүҙәләнеше, намыҫ ҡушыуы буйынса бурысты үтәүҙең иң юғары өлгөһө. Ел батшаһының улы. Ситаны ҡотҡарыуға иң мөһим өлөш индереүселәрҙең береһе.
  • Ла́кшмана —Рама менән бергә урманға һөргөнгә киткән ҡустыһы. Йылан Шешаның кәүҙәләнеше һәм тоғро дуҫтың иң юғары өлгөһө. Ул һәр саҡ Сита менән Раманы ҡурсалай. Ракшас Марича үлер алдынан Рама тауышы менән: «Аһ, Сита! Аһ, Лакшмана!»- тип ҡысҡырып, Сита менән Лашананы алдай. Сита Лакшананы Раманы эҙләргә урманға ебәрә. Лакшмана Ситаны яңғыҙ ҡалдырырға теләмәһә лә, уның талабына бойһона. Равана яралы брамин булып килеп, Ситаны урлай.
  • Бха́рата — Дашаратханың улы, Раманың ҡустыһы. Әсәһе Кайкейя тәхет вариҫы Раманы урманға ҡыуҙыртып, уның үҙен батша итергә теләгәнен, шул мәкер арҡаһында ҡара ҡайғынан Дашаратха үлгәнен белгәс, ул тәхеттән баш тарта һәм Раманы эҙләп сығып китә. Рама ваҡытынан алда кире ҡайтырға теләмәгәс, Бхарата тәхеткә Раманың алтын сандалийҙарын ҡуя. Тимәк, Рама — ысын батша булып ҡала, ә Бхарата — тик ваҡытлыса ғына Рама урынына ил менән идара итә. Ул -ғәҙеллектең иң юғары өлгөһө.
  • Ра́вана — ракшаса, Ланканың батшаһы. Уның ун башы, егерме ҡулы бар. Уның баштарын сабып өҙһәң дә, үлмәй, ул баштар кире үҫеп сыға . Бар нимәне барлыҡҡа килтергән илаһ- Брахманан ул иҫ киткес ҙур бүләк ала: ун мең йыл эсендә уны бер ниндәй илаһ та, иблис тә, януар ҙа үлтерә алмай—тик кеше генә. Уның алдында хатта илаһтар ҙа ҡалтырап төшә. Равананы еңер өсөн Шива менән Вишну бер хәйлә уйлап сығара. Вишну кеше ҡиәфәтен ала—ергә Рама һәм уның ҡустылары булып килә. Равана — Ситаны урлап, уны үҙ ҡатыны итергә уйлай, сөнки был уны тағы ла нығыраҡ көсәйтәсәк. Ләкин уға ҡаршы көс ҡулланмай, Ситаны ҡурҡытып та, өгөтләп тә үҙ яғына ауҙарырға тырыша, сөнки ул белә: уға ләғнәт уҡылған, берәй ҡатын-ҡыҙҙы көс менән алһа, ул шунда уҡ һәләк буласаҡ.

Сюжеттың килеп сығыуы

үҙгәртергә

Итихаса (легенда, сага) һәм пураналар (былина) ҡушып бирелгән "Махабхарата"нан айырмалы , Рамаянаны кавья тип атайҙар — уйлап сығарылған поэма. «Рамаяна» ның эстәлеге кинәйәләп әйтеүгә ҡоролған тип иҫәпләнә һәм Раманың батырлыҡтары аша һинд-арий ҡәбиләләренең Һиндостандың көньяғына, хатта Шри-Ланкаға үтеп инеүе һүрәтләнә тигән фекер ҙә таралған. Ләкин был кинәйәле легенданың нигеҙендә ниндәйҙер бик боронғо миф ятһа ла һис аптырарлыҡ түгел. Альбрехт Вебер фекеренсә,[4] "Рамаяна"ның сюжеты буддистар менән брахмандар араһындағы көрәште күрһәтә, был поэма Гомерҙың поэмаларына оҡшаш, автор бәлки улар менән таныш булғандыр (Ситаны урлау = Елена һылыуҙы урлау һ.б..). Ул поэманың хәҙерге редакцияһы б.э.т. III быуаттан да алдараҡ яҙылмаған тип иҫәпләй. Ләкин был фекерҙе бер кем дә яҡлап сыҡмаған[5]).

Кристиан Лассен "Рамаяна"ның нигеҙе "Махабхарата"нан һуңыраҡ яҙылмаған ти. Быны иҫбатлаусы әллә күпме дәлил бар. Мәҫәлән, "Рамаяна"ла буддизм тураһында бер ни юҡ, ә "Махабхарата"ла шул дәүерҙә инде таралған буддизм тураһында әйтелә, һинд-арий ҡәбиләләренең таралыу географияһы "Рамаяна"ла "Махабхарата"лағынан тарыраҡ һ.б..[6]

Герман Георг Якоби ҙа ошондай уҡ фекергә килә[7]. "Рамаяна"ның иң боронғо төп нөсхәһе (һуңыраҡ әллә нисә тапҡыр яңынан эшкәртелә) Көнсығыш Һиндостанда б.э.т. V быуатҡа тиклем., бәлки, б.э.т. VI , йәки VIII быуатта уҡ булдырылғандыр, ул саҡта «Махабхарата» яҙыла ғына башлағандыр ти. Һуңғы эпос ҡайһы бер саҡ "Рамаяна"ның материалын файҙалана. Башта «Рамаяна» авторы ҡулланған стиль, шиғри үлсәм "Махабхарата"ла ла ҡулланыла, һуңыраҡ бик күптәр шулай яҙа башлай. Грек йәки буддистар тәьҫире "Рамаяна"ла һиҙелмәй. Авторға караптар төҙөү әле билдәле булмаған. «Рамаяна» теле «яһалма шағирҙар» (кави) өсөн өлгө булған.

«Рамаяна» беҙҙең көндәргәсә бер нисә вариантта килеп еткән (рецензиялар, редакцияларҙа), уларҙың эстәлеге бер үк, тик материалды урынлаштырыу тәртибе һәм ҡайһы бер әйтемдәр менән генә айырылалар. Баштараҡ ул телдән-телгә күскәндер, һуңыраҡ уны илдең төрлө ерҙәрендә төрлө башҡарыусыларҙан яҙып алғандарҙыр тиҙәр. Ғәҙәттә әҫәр өс — төньяҡ, Бенгалия, көнбайыш варианттарында һаҡланған тиҙәр, ләкин ысынында иһә улар күберәк, "Рамаяна"ның хәҙергәсә килеп еткән текстары бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла . Бенгалияла һаҡланғаны 24 000 шлоктан ("Махабхарата"ла — 100 000 артыҡ) тора, улар ете китапҡа бүленгән,һуңғыһын аҙаҡтан ғына өҫтәп ҡуйғандар. Вальмикиҙың «Рамаяна»һынан тыш ундай уҡ эстәлекле икенсе поэма бар. Ул һуңыраҡ сығарылған һәм бәләкәйерәк— шағир Вьясаныҡы тип йөрөтөлгән «Адхьятма Рамаяна» (Adhyâtma-R.), тик ул Брахманда-пурананың (индуизмдағы изге яҙмалар) бер өлөшө. Рама унда кеше тип түгел, ә күберәк илаһ итеп һүрәтләнә.

Индуизм традицияларына ярашлы "Рамаяна"лағы ваҡиғалар Трета-юга дәүерендә (индуистарҙа дүрт ваҡыт дәүеренең икенсеһе) , 1,2 млн йыл элек бара. Хәҙерге ғалимдарҙың күбеһе "Рамаяна"ның яҙма теркәлеү ваҡытын б.э.т. IV быуат тип билдәләй.

Эпостың идея һәм образдары Калидаса, Рабиндранат Тагор, Джавахарлал Неру , Махатма Ганди кеүек яҙыусы һәм аҡыл эйәләренең эшмәкәрлегенә йоғонто яһаған. М.Ганди Рамаға бәйле индуизм тәғлимәте яҡлы булған, һуңғы һулышын алғанда Рама исемен әйтеп өлгөргән тиҙәр. "Рамаяна"ның эстәлеге быуаттар буйы бихисап сәнғәт әҫәрҙәрендә, әҙәби әҫәрҙәрҙә, халыҡ театрында һәм пантомимала һөйләнеп килә. Хәҙерге Һиндостанда һәр бер ауыл йәки ҡалала сәғәттәр буйы, хатта бер нисә көн буйы "Рамаяна"ны көйләп һөйләүсе халыҡ сәсәндәрен осратырға була. «Рамаяна» нигеҙендә әллә күпме әҙәби әҫәр тыуа, улар араһында иң билдәлеләре — Криттибас Оджханың «Криттиваси Рамаяна», Тулсидастың «Рамачаритаманаса», Камбарҙың һәм Нарахари Кавиҙың «Тораве Рамаян» тигән әҫәрҙәре.

«Рамаяна» Һиндостандағы бик күп телдәргә, шулай уҡ тамил теленә лә тәржемә ителгән . Был «тәржемәләр»ҙең бер-берһенән айырмалары ла бар. Мәҫәлән, "Рамаяна"ның тамил вариантында Бхарадваджа риша Атри улы тиелә (башҡа варианттарҙа ул- Брахманаспати (Брихаспати) улы). Индустарҙың "Рамаяна"ны нисек хөрмәт итеүе тураһында «Рамаяна» авторының поэмаға инеш һүҙендә үк күрһәтелә: "изге торомош биреүсе "Рамаяна"ны уҡыған һәм ҡабатлаған кеше ниндәй ҙә булһа гонаһтан азат, бөтә вариҫтары менән күктә иң бейеккә олғашасаҡ". "Рамаяна"ның икенсе китабында Брахма исеменән ошолай тиелә: «тауҙар менән йылғалар ер йөҙөндә булған саҡта „Рамаяна“ тарихы ла донъя буйлап тараласаҡ».

Поэманың геройҙары Рама, Сита,Лакшмана, Бхарата, Хануман һәм Равана-Һиндостан халҡының мәҙәни аңының айырылғыһыҙ өлөшө .

«Рамаяна»ға Шри-Ланка халҡы ҡарашы

үҙгәртергә

Күптәр «Рамаяна»- эстәлеге буйынса Ланкаға ҡаршы әҫәр тип ҡабул итә. Шри-Ланкала төп халыҡ араһында Рама исеме таралмаған. Рама менән Сита тарихы сингал шиғриәтендә « уны хата ҡарашлы кешеләр һөйләй торған, хата ҡараштарҙы алға һөргән» поэма тип атайҙар («Тутыйғош хаты» поэмаһы, синг. «Гира сандеша вивараная», 114-се строфа)[8].

Ҡайһы бер фильмдар

үҙгәртергә
  • «Рама-Раджья» фильмы (Британия Һиндостаны, 1943, режиссёр Виджай Бхатт)
  • «Сампурна Рамаяна» фильмы (Индия, 1961)
  • «Рамаяна» телесериалы (Һиндостан, 1987—1988, режиссёр: Рамананд Сагар, төп ролдә — Арун Говил)
  • «Рамаяна: Батша улы Рама» мультфильмы. Режиссёрҙары: Рам Мохан, Юго Сако, Коити Сасуки (Һиндостан менән Япония, 1992)
  • «Вишнупурана» фильмы(Индия, 2002—2003, режиссёры: Рави Чопра, төп ролдә— Нитиш Бхарадвадж)
  • «Рамаяна» телесериалы(Индия, 2008—2009, төп ролдә— Гурмит Чаудхари)
  • «Сита блюз йырлай» — хәҙерге музыкаль, анимациялы тамаша, режиссёры Нина Палей (АҠШ, 2008)
  • «Рамаяна: Эпос» өс үлсәмдәге фильм, режиссёры Четан Десаи (Һиндостан, 2010)
  • «Рамаяна» телесериалы (Һиндостан, 2012, төп ролдә— Гагун Малик)
  • «Сита һәм Рама» телесериалы (Һиндостан, 2015—2016, хинди телендәге исеме: «Siya Ke Ram», төп ролдәрҙә— Ашиш Шарма, Мадиракши Мундле)
  • Рама | Рамаизм | Сита
  • «Уттара-рама-чарита|Дальнейшие подвиги Рамы»
  • Махабхарата
  • Кавираджа
  • Рагхавапандавиям
  • Адамов мост (« Рама күпере») —Шри-Ланка утрауын ҡитға менән тоташтырып торған һай диңгеҙ төбөндәге күпер (XV быуат аҙағында өс урында емерелгән). Рамаянала уны Рама төҙөткән тиелә.Икенсе мәғлүмәт буйынса был электән Һиндостан ярымутрауын Шри-Ланка менән тоташтырып торған ер, ул сираттағы бер ер тетрәүе ваҡытында урыны -урыны менән емерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 https://ebooks.inflibnet.ac.in/icp05/chapter/important-characters-in-ramayana/
  2. Romesh Dutt, «Epilogue by the Translator», Ramayana, The Epic of Rama, Prince of India, London, J.M. Dent 2nd ed., (1902) p. 183. Duttю Сites ща Ramayana, Book VII, «Uttara-Kanda».
  3. Brockington John. The Sanskrit Epics // / Gavin Flood. — Blackwell companion to Hinduism. — 2003. — P. 116—128. — ISBN isbn=0-631-21535-2.
  4. «Ueb. das Râmâyaan» в «Abhdl. d. Berl. Akad.», 1870
  5. ср. возражение Kastinath Trimbak Telang’a: «Was the R. copied from Homer», 1873
  6. «Indische Altertumskunde» (2 изд. т. II, 503)
  7. «Das R. Geschichte und Inhalt nebst Konkordanz der gedruckten Rezensionen», Бонн, 1893
  8. Этничность и религия в современных конфликтах. М.Наука.2012.
Китаптар
  • Рамаяна. Кн. 1. Балаканда (Книга о детстве). Кн. 2. Айодхьяканда (Книга об Айодхье) / Изд. подг. П. А. Гринцер. — М.: Ладомир; Наука, 2006. — 896 с. — (Литературные памятники). — 1000 экз.
  • Рамаяна / Пер. с санскр. В. Потаповой; Вступ. ст. П. Гринцера; Комм. Б. Захарьина; Пояснит. текст Б. Захарьина, В. Потаповой. — М.: Худ. лит., 1986. — 270 c.
Тикшеренеүҙәр
  • Кузин В. В. Сита-Рама: художественно-дидактическая модель матримониальных отношений в «Рамаяне». — М.: Изд-во РУДН, 1994. — 90 с. — 300 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә