Оло Урғаҙа

(Оло Уртазымка битенән йүнәлтелде)

Оло Урғаҙа (рус. Большая Уртазымка) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ, Хәйбулла райондары[1] биләмәләрендә аға. Йылға Яйыҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 1885 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 87 км.

Оло Урғаҙа
Характеристика
Оҙонлоғо 87 км
Бассейн 1890 км²
Һыу ағымы
Тамағы Яйыҡ йылғаһының уң ярына тамағынан 1885 км өҫтәрәк
 · Координаталар 52°41′56″ с. ш. 58°22′19″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 12010000312112200002332
Оло Урғаҙа Викимилектә

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Яйыҡ йылғаһы, Магнитогорск һыуһаҡлағысынан Ерекле һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — бассейны юҡ, йылға бассейны — Яйыҡ (һыу бассейнының Рәсәй өлөшө)[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығытарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәте буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000312112200002332
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112200233
  • Бассейн коды — 12.01.00.003
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы

үҙгәртергә

Урыҫ теленә ни сәбәптәндер Уртазымка булып инеп киткән гидроним башҡортса Урғаҙа тип атала.

Был йылға тураһында «Словарь топонимов Башкирской АССР» белешмәһендә ошондай аңлатма яҙылған: Урғаҙа (Уртазымка) — река, правый приток Урала в Баймакском, Хайбуллинском районах. В верхнем течении Оло Урғаҙа, Кесе Урғаҙа. Возможно от диал. ур — ров, канава и древнетюрк. угуз — р е к а.[3]

"Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә Ур һүҙенә шундай аңлатмалар бирелгән: 1.Тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор. 2. Тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙылған хәрби нығытма[4]

Башҡортостанда -ғаҙы (ғаҙа) ҡушымтаһы менән яһалған гидронимдар йыш осрай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Оло Уртазымка.
  3. Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа, 1980, 174 с.
  4. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. — Уфа, 1980, с. 174.