Аҫаубаш (рус. Асавбашево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 414 кеше[1]. Почта индексы — 453492, ОКАТО коды — 80205834002.

Ауыл
Аҫаубаш
Аҫаубаш һәм cыу. Асавпуç
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Координаталар

54° с. ш. 56° в. д.HGЯO

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 834 002

ОКТМО коды

80 605 434 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҫаубаш (Рәсәй)
Аҫаубаш
Аҫаубаш
Аҫаубаш (Башҡортостан Республикаһы)
Аҫаубаш

Географик урыны

үҙгәртергә

Аҫаубаш ауылы Аҫау йылғаһы (Ҡуғанаҡ йылғаһы ҡушылдығы) башында урынлашҡан.

Аҫаубаш ауылына Ҡарамалы һәм Мәҫәле (Үрге Мәҫәле) ауылы кешеләре нигеҙ һала. Ул XVIII быуаттың 90-сы йылдары башында барлыҡҡа килә. Исеме гидронимдан алынған. V ревизия 63 ир-атты һәм 72 ҡатын-ҡыҙҙы асыҡлай. Сементеев — ауылдың икенсе исеме, ул Ҡарамалы ауылынан 77 йәшлек Семен Иванов Сементей исеменән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Аҫаубаш 205 йортло ҙур ауыл була. Ауылда 1134 кеше йәшәгән. 1865 йылда 74 йортта 433 кеше йәшәгән. Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр[2].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда земство мәктәбе, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Бөгөнгө көндә ауыл халҡы «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы производствоһы кооперативында эшләй. Ауылда балалар баҡсаһы, клуб бар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 414 189 225 45,7 54,3
Милли состав

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселеге — сыуаштар (93 %)[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары

үҙгәртергә
  • Күпер урамы (рус. Мостовая улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә