Ахвледиани Георгий Сариданович

Георгий Сариданович Ахвледиани (13 апрель 1887 йыл — 7 июль 1973 йыл) — грузин тел белгесе, Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы академигы.

Ахвледиани Георгий Сариданович
груз. გიორგი სარიდანის ძე ახვლედიანი
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Закавказская демократическая федеративная республика[d]
 Грузия Демократик Республикаһы[d]
 СССР
Тыуған көнө 13 апрель 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Дерчи[d], Кутаиси губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 7 июль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Тбилиси, Грузия ССР-ы[d], СССР
Һөнәр төрө лингвист
Эшмәкәрлек төрө тел ғилеме
Эш урыны Тбилисси дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
 Ахвледиани Георгий Сариданович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Георгий Сариданович Ахвледиани 1887 йылдың 13 апрелендә Кутаиси ҡалаһы эргәһендәге Дерчи ауылында (Көнбайыш Грузия) тыуа. 1910 Харьков университеты Тарих-филология факультетының славян-рус бүлегенә уҡырға инә. Харьков Император университетын, ә һуңынан Петроград университетын тамамлай.

Файл:TSU Founding Professors.jpg
Тбилиси университетына нигеҙ һалған профессорҙар төркөмө[1]. Ахвледиани һулдан алтынсы баҫып тора. Тәүге рәттә һулдан өсөнсө — Иван Джавахишвили

1918 йылда Грузин университеты ойошторолғас, Тбилиси ҡалаһына ҡайта, «Грузин университеты йәмғиәте» академик комиссияһында ҡатнаша. Тбилиси университетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була (1918).

1939 йылдан СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

 
Грузин ССР-ы Фәндәр академияһының беренсе президиумы : һулдан уңға: Корнелий Кекелидзе, Николай Кецховели, Николай Мусхелишвили (рәйес), Симон Джанашиа, Георгий Ахвледиани, Филипп Зайцев; баҫып торалар: Александр Джанелидзе, Тарас Кварацхелия, Арнольд Чикобава, Георгий Чубинашвили, Акакий Шанидзе. 1941

1941 йылда Грузин ССР-ы Фәндәр академияһы асылғас, уның ғәмәлдәге ағзаһы итеп һайлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрбиҙәрҙең яраланыуы һөҙөмтәһендә телмәре боҙолғандарға ярҙам итеү төркөмөндә эшләй.

1951 йылда Я. Гогебашвили исемендәге Тбилиси ғилми-тикшеренеү педагогика институтының логопедия секторын етәкләй. «Белем» йәмғиәтенең грузин бүлексәһе һәм Грузин лингвистика йәмғиәте рәйесе була.

Г. С. Ахвледиани 1973 йылдың 7 июлендә Тбилисиҙа вафат була, ҡала урамдарының береһе уның исемен йөрөтә.

 
Ахвледианиҙың Тбилиси университеты янындағы һәйкәле

Тел ғилемен һәм логопедияны үҫтереүгә индергән өлөшө

үҙгәртергә

Г. С. Ахвледиани лингвистика буйынса фундаменталь эштәр башҡара. Уның эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе булып индоиранистика тора. Был өлкәлә осетин телен, картвель һәм Таулы Кавказ телдәре фонетикаһын өйрәнә. Дөйөм тел ғилеме өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә (фонема теорияһы, фонологик синтагматика проблемаһы, эксперименталь фонетика мәсьәләһе). Логопедияның теория һәм практика мәсьәләләрен эшләй. Телмәр етешһеҙлектәре тәбиғәтен өйрәнеүҙә Г. С. Ахвледиани фонетикаға ҙур урын бирә. Үҙенең бер эшендә ул былай тип яҙа: «Логопедия ҡайһы бер фәнни дисциплиналар менән тығыҙ бәйләнгән, ләкин фонетика менән нығыраҡ; уларҙың өйрәнеү объекттары бер үк — социаль әһәмиәтле артикуляцион ғәмәлдәр, артикуляцион яңғыраш, ләкин уларҙың һәр береһе — фонетика һәм логопедия, был объектты төрлө ҡараштан һәм төрлө маҡсаттан өйрәнә».

Г. С. Ахвледиани етәкселегендә логопедия теорияһы һәм практикаһы буйынса ҡайһы бер тикшеренеүҙәр үткәрелә. Улар араһында: «Тотлоғоу төрҙәре», «Телмәр етешһеҙлектәрен иҫкәртеү», «Телмәр етешһеҙлектәре һәм уларҙы төҙәтеү», «Сигматизм һәм уны төҙәтеү», «Грузин уҡыусыларының телмәр етешһеҙлектәре», «Тауыштарҙы коллектив коррекциялау», «Телмәр етешһеҙлектәре булған балаларҙың яҙыу үҙенсәлектәре», «Грузияла логопедия эше тарихы», «Логопед эшендә дидактик уйын-күнегеүҙәр». Г. С. Ахвледиани фәнни мәктәп ойоштора, күп кенә грузин логопедтары ошо мәктәпкә ҡарай (Н. Асамбадзе, А Кайшаури, З. Габашвили, Т. Перадзе, А Келбакиани).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Ахвледиани Г. С. Основы общей фонетики. — Тбилиси, 1949.
  • Ахвледиани Г. С. Сборник избранных работ по осетинскому языку. — Тбилиси, 1960.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Перадзе Т. Г. С. Ахвледиани и грузинская логопедия // Дефектология. — 1981. — № 6. — С. 81.

Һылтанмалар

үҙгәртергә