Алабалыҡ (лат. Coregonus) — һөмбаш һымаҡтар отрядына ҡараған балыҡтар ғаиләһе.

Алабалыҡ
Sik, Iduns kokbok.jpg
Алабалыҡ (Coregonus lavaretus)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Coregonus (Linnaeus, 1758)

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

ҠылыҡһырламаҮҙгәртергә

Кәүҙәһе ҡабырғаларынан ҡыҫылған, эре тәңкә м—н ҡапланған, оҙонлоғо 40—55 см, ауырлығы 1—3 кг (күл сабағының ваҡ формаһы ярашлы рәүештә 20—26 см һәм 25—50 г, эреһе 35 см тиклем һәм яҡынса 500 г). Төҫө көмөш төҫлө аҡ, арҡаһы тоноғораҡ. Ауыҙы бәләкәй, өҫкө (алабалыҡта — аҫҡы); яңаҡтары тешһеҙ, уларҙың береһе һиҙелерлек алға һәм өҫкә сығып тора. Ҡойроҡ ҡанаты тәрән уйымлы.

ҮрсеүеҮҙгәртергә

Енси яҡтан 1 йылда йәки һуңыраҡ өлгөрә, алабалыҡ — 4—8 йылда. Көҙ һәм ҡыш айҙарында ыуылдырыҡ сәсә, ыуылдырығы ваҡ, һары төҫтә, ҡырсынташлы-ҡомло ергә һала. Үрсемлелеге — 20—50 мең ыуылдырыҡ, селбәрәләр яҙын, боҙ ирер алдынан сыға. Ғүмер оҙонлоғо — 7—10 йыл.

ТуҡланыуыҮҙгәртергә

Зоопланктон, бөжәк балағорттары, моллюскылар, һыу бөрсәләре, балыҡ селбәрәләре менән туҡлана.

ТаралышыҮҙгәртергә

Яҡынса 11 төрө билдәле. Төньяҡ Боҙло океан, Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың төньяҡ өлөшө бассейынында йәшәй. Башҡортостанда 3 төрө климатҡа яраҡлаштырылған: күл сабағы, пелядь, ябай алабалыҡ.Башҡортостандың Урал аръяғы күлдәрендә осрай, Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән күл сабағы Асылыкүл һәм Ҡандракүлдә климатҡа яраҡлаштырылған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә


Ҡалып:Salmoniformes-stub