Оло Ҡыялым (рус. Большой Киалим - Рәсәй Силәбе өлкәһе Башҡортостан Республикаһы [2] биләмәләрендә аҡҡан йылға. Йылға Мейәс йылғаһының һул ярына тамағынан 535 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 46 км.

Оло Ҡыялым
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Мейәс
Ҡушылдыҡ Индишта
Һыу йыйыу бассейны бассейн Тобола[d]
Бассейн майҙаны 300 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 277 метр
Оҙонлоҡ 46 km
Карта
 Оло Ҡыялым Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Уралтау һыртының ярып, Ҡарабаш ҡалаһы янында Мейәс йылғаһына ҡоя. 1979 йылда тамағына яҡын ерҙә ҙур булмаған һыуһаҡлағыс ҡоролған, реконструкциялағпн шартта ул Мейәс, Сыбаркүл, Алтынтамаҡ (Златоуст) ҡалаларын һыу менән тәьмин итә ала.

Оло Ҡыялым диңгеҙ кимәленән 670 метр бейеклектә Мүкле Һаҙ тигән ерҙә баш ала. Һаҙҙың майҙаны Силәбе өлкәһендә бишенсе урында тора, тектоник уйпатта урынлашҡан.

Йылға ноябрь уртаһында туңа, боҙ апрель уртаһына тиклем тора. Ташҡын май уртаһына тиклем дауам итә. Һыу температураһы ғәҙәттә, иң йылы айҙарҙа ла 16 градустан артмай[3].

Оло Ҡыялымда алабуға, сабаҡ, бәрҙе, йәйен, ҡорман тереклек итә. Оло Ҡыялым һыуһаҡлағысында суртан[3]..

Оло Ҡыялымдың үҙ легендалары ла бар - имеш, бында әбей өрәге күренгеләй, уны "Ҡыялым әбейе" тип йөрөтәләр. Ул, имештер, кемгәлер дөрөҫ юлды күрһәтә, кемделер аҙаштыра [3]

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыМейәс йылғаһын индермәйенсә башынан Арғужа һыуһаҡлағысы. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500812111200003565
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200356
  • Бассейн коды — 14.01.05.008
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡыялым һуҙенең аныҡ ҡына шәрехләмәһе юҡ, әммә башҡорт теленең диалектындағы "ҡаялы (ҡыялы)" һүҙе менән бик яҡын, тип яҙа Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә. Йылға, ысынлап та, Уралтау һыртының текә ҡаялы тауҙары араһынан юл ярып аға һәм "ҡаялы" атамаһы уға бик тап килә [5].[6].

 
Йәйге Оло Ҡыялым
 
Оло Ҡыялым юлы
 
Яҙғы Ҡыялым
 
Яҙғы Ҡыялым
 
Оло Ҡыялым ағышы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  3. 3,0 3,1 3,2 Река Большой Киалим [1].
  4. 4,0 4,1 РФ һыу реестры: Оло Киалим.
  5. Шувалов Н. И.Киалим // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области.Киалим

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И.Киалим // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7