Шувалов Николай Иванович
Шувалов Николай Иванович (19 декабрь 1920 йыл — яҡынса 2010 йыл[1]) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, төбәкте өйрәнеүсе белгес, географ, топонимдар белгесе.
Шувалов Николай Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1920 (103 йәш) |
Тыуған урыны | Сосновка районы |
Һөнәр төрө | юғары мәктәп уҡытыусыһы, географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Эшмәкәрлек төрө | топонимика[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Иванович Шувалов 1920 йылдың 19 декабрендә хәҙерге Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районы Заварухино ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаилә төрлө ерҙәргә күсеп йөрөгән, шул иҫәптән, Башҡортостанда ла йәшәп киткән.
1930-сы йылдарҙа ғаилә Силәбегә күсеп килә. Бында егет урта белем ала, 1940 йылда 1-се мәктәпте тамамлай.
1940 йылдың сентябрендә армияға алына. Һуғыш башланғанда Киевта хеҙмәт итә, танктың механик-водителе була.
1944 йылдың майында демобилизациялана, Силәбегә ҡайта.
Бала саҡтан рәссам булырға хыяллана, әммә уң ҡулының суғын юғалтыу арҡаһында хыялы тормошҡа ашмай ҡала.
Силәбе дәүләт педагогия институтының география факультетын тамамлай. Банкта эшләп ала.
1949 йылдан 1955 йылға тиклем география уҡытыусыһы булып эшләй.
География һәм топонимика өлкәһендәге эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1955 йылдан Силәбе өлкә крайы музейында тәбиғәт бүлегендә эшләй. Музейҙағы эшмәкәрлеге уны белгестәр, географтар, филологтар, лингвистар менән хеҙмәттәшлек итеүгә килтерә. Ул өлкәлә генә түгел, Мәскәүҙә, Өфөлә, төрлө ҡалаларҙа китапханаларҙа, музейҙарҙа булып монографиялар, карта топографияларын өйрәнә.
1963 йылдан Силәбе дәүләт педагогия институтында төҙөлөш материалдары кафедраһы ассистенты булып китә.
1971 йылдан кафедраның өлкән уҡытыусыһы. Бер үк ваҡытта Силәбе дәүләт педагогия институтының студенттары менән геология өлкәһендә шөғөлләнә.
Мәктәп крайҙы өйрәнеү музейҙарына ярҙам итә, Эткүл ауылы музейын ойоштороуҙа ҡатнаша.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә1982 йылда тупланған мәғлүмәттәрен ул һүҙлек итеп сығара.
1989 йылда һүҙлектең 2-се сығарылыш донъя күрә. Ул артабан да эҙләнеүҙәрен дауам итә.
3-сө баҫма һүҙлек «От Парижа до Берлина по Челябинской области» тигән исем менән, йәнә 1 меңдән ашыу географик атамалар өҫтәлеп, бүләк китабы булараҡ донъя күрә.Атамаларҙы ул ентекле өйрәнгән һәм тарихи башҡорт ерҙәрендәге топонимдарҙы ҡыҫҡаса легендалары менән килтергән.
Шувалов күп һанлы ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән[2].[3]
Китаптары
үҙгәртергә- Шувалов Николай Иванович От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск, Южно-Уральское книжное издательство, 1989, стр. 143
- Шувалов, Николай Иванович. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области : Топоним. словарь / Н. И. Шувалов. — Челябинск : Юж.-Урал. кн. изд-во, 1982. — 127 с.; 16 см.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сайт Томонимия Урал: Шувалов Николай Иванович… дата сметри уточняется, предположительно 2010 г.) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 декабрь 2020)
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7.
- Александр Чуносов. Разгадавший язык земли — «Южноуральская панорама», 29 Января 2009
Һылтанмалар
үҙгәртергә- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [2]