Венгрия короллеге (1920—1946)
Венгрия короллеге (мадьярса Magyar Királyság) — регент Миклош Хорти идаралығы аҫтында Венгрияның 1920—1946 йылдар осорондағы рәсми исеме. Венгрияның 1922 йылда вафат булған рәсми короле Карл IV һәм уның улы һәм вариҫы Отто Габсбург Венгрияға күрше дәүләттәр менән һуғыш ҡурҡынысы, шулай уҡ регент Хорти ҡаршылығы арҡаһында реаль власты ҡайтара алмай. Венгрия короллеге Икенсе донъя һуғышы йылдарында «күсәр» дәүләттәренең береһе була, әммә 1944 йылда нацистик Германияһы тарафынан оккупациялана.
Венгрия короллеге | |
мадьярса Magyar Királyság | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 29 февраль 1920 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Magyar Királyság |
Ҡыҫҡаса атамаһы | Королевство Венгрия |
Этнохороним | magyar |
Рәсми тел | Венгр теле |
Гимн | Гимн Венгрии[d] |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Венгрия короллеге |
Административ үҙәк | Будапешт |
Идара итеү формаһы | Конституцион монархия |
Дәүләт башлығы вазифаһы | Венгрия регенты[d] |
Дәүләт башлығы | Миклош Хорти[d] |
Ойошма ағзаһы | страны «оси» и их союзники[d] |
Валюта | Венгр кронаһы[d], Венгр пенгёһы[d] һәм Налоговый пенгё[d] |
Сиктәш | Австрия федераль дәүләте[d], Беренсе Австрия Республикаһы, Демократик Федератив Югославия[d], Беренсе Чехословак Республикаһы[d], Словакия республикаһы (1939—1945) һәм Өсөнсө рейх |
Алмаштырылған | Икенсе Венгрия Республикаһы[d] |
Алыштырған | Венгерская Республика[d], Австро-Венгрия һәм Венгерское государство[d] |
Ҡулланылған тел | Венгр теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1 февраль 1946 |
Венгрия короллеге Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБулдырыу
үҙгәртергә1920 йылдың 4 июнендә Венгрия менән Антанта илдәре араһында Трианон солох килешеүенә ҡул ҡуйыла. Килешеүгә ярашлы, Венгрия еңелгән яҡ булараҡ, территорияһының ⅔ өлөшөн юғалта.
1919 йылдың 6 авгусында Венгрия Совет республикаһы хөкүмәте румын ғәскәрҙәре һөжүме аҫтында ҡолатыла, ә уның етәкселәре Австрияға ҡаса. Хаос һәм власһыҙлыҡ шарттарында румын ғәскәрҙәре баҫып алмаған Венгрия территорияһында Миклош Хорти етәкселегендә венгр милли армияһы төҙөлә. Уның ғәскәрҙәре тарҡалған коммунистик көстәрен ҡаты баҫтыра һәм 1919 йылдың 16 ноябрендә Будапештҡа инәләр.
1920 йылда Румыния оккупацион ғәскәрҙәрен илдән сығарғандан һуң уң сәйәси көстәрҙең коалицияһы берләшә һәм Венгрияға конституцион монархияһын ҡайтара. Яңы король һайлауы граждандар һуғышы арҡаһында тотҡарлана һәм шуға күрә регент һайлауҙары үткәрергә ҡарар ителә. Элекке Австрия — Венгрия флоты адмиралы Миклош Хорти регент итеп һайлана һәм дәүләт ҡолатылғанға тиклем ошо вазифала ҡала. Шулай итеп, үҙенә күрә уникаль етәксе данын ала — «флотһыҙ — адмирал, королһеҙ короллектә — регент».
Икенсе донъя һуғышы
үҙгәртергәГермания һәм Италия 1941 йылда Югославияға баҫып ингән осорҙа Венгрия уларға ҡушыла. Кампания йомғаҡтары буйынса Венгрияға Воеводиналағы Бачка төбәген (төбәктә бик күп сербтар йәшәй) шулай уҡ словен һәм хорват милли күпселеген тәшкил иткән Прекмурье һәм Меджимурье төбәктәрен үҙенә ҡушып алырға рөхсәт ителә. Бойондороҡһоҙ Хорватия дәүләте төҙөлгәндән һуң Хорватияға ҡарата башҡа дәғүәләр туҡтатыла. Румынияның көсәйеүенән ҡурҡып, Венгр хөкүмәте үҙенең ғәскәрҙәрен Советтар Союзына ҡаршы йүнәлтә. Венгр ғәскәрҙәре Сталинград алышы ваҡытында ҙур юғалтыуҙар кисерә. 1944 йылдың 19 мартында һуғышҡа ҡаршы булған оппозиция Венгр фронтына берләшә (Magyar Front), әлеге фронтҡа төрлө партиялар инә (КПВ СДПВ , НПМСХ), уларҙың һәр береһе Венгр фронты башҡарма комитетына (Bizottság Intéző) берешәр вәкилен ебәрә. 1944 йылдың 11 октябрендә Венгрия дәүләте Гитлерға ҡаршы коалиция дәүләттәре менән ваҡытлыса солох килешеүенә ҡуя ҡуя. 15 октябрҙә әлеге килешеүҙең йөкмәткеһе баҫтырып сығарыла, әммә 16 октябрҙә үк М. Хорти ошо уҡ көндө премьер-министр итеп тәғәйенләнгән «Уҡҡа уҡ килтереү» («Скрещённые стрелы») фашистик партияһы лидеры Ференц Салаши файҙаһына үҙ вәкәләттәренән баш ҡаға. Ф. Салаши Венгр Боронғо Ерҙәр Союзы исемен алған дәүләтте етәләй. Венгрия территорияһына вермахт индерелә.
1946 йылдың 1 февралендә Милли Йыйылыш монархияны ғәмәлдән сығара һәм Венгрия Республикаһын иғлан итә.
Административ бүленеше
үҙгәртергәВенгрия короллеге унитар дәүләт булып тора. Территория 25 комитатҡа һәм бер нисә комитаттар хоҡуғындағы ҡалаға бүленә (törvényhatósági jogú város).
Комитаттар:
- Шопрон (Шопрон)
- Ваш (Сомбатхей)
- Зала (Залаэгерсег)
- Дьер-Мошон-Пожонь (Дьер)
- Веспрем (Веспрем)
- Фейер (Секешфехервар)
- Тольна (Сексард)
- Комаром һәм Эстергом (Эстергом)
- Баранья
- Нограг һәм Хонт (Балашшадьярмат)
- Пешт-Пилиш-Шольт-Кишкун (Будапешт)
- Бач-Бодрог (Зомбор)
- Боршод, Гёмёр һәм Кишхонт (Римасомбат)
- Хевеш (Эгер)
- Яс-Надькун-Сольнок (Сольнок)
- Чонград (Сентеш)
- Бекеша (Дьюла)
- Чанад-Арад-Торонтал (Мако)
- Абауй-Торна (Кашша)
- Земплен (Шаторальяуйхей)
- Сабольч һәм Унг (Ньиредьхаза)
- Хайду (Дебрецен)
- Биһар (Надьварад)
- Сатмар, Угоча һәм Берег (Матесалька)
Комитат хоҡуғындағы ҡалалар:
Комитаттар — ҡалаларға һәм общиналарға, комитатт хоҡуғындағы ҡалалар — райондарға бүленә.
- Комитаттар
Урындағы комитаттар үҙидараның вәкәләтле органдары — комитат вечалары (közgyűlés), уларҙы халыҡ бер мандатлы округтар буйынса һайлай, урындағы үҙидараның башҡарма органдары — губернаторҙар (alispán), уларҙы комитат вечалары һайлай, үҙәк власть хөкүмәт вәкилдәренән тора (főispán), уларҙы эске эштәр министры тәҡдиме буйынса регент тәғәйенләй.
- Ҡалалар
Урындағыҡала үҙидара вәкәләтле органдары — ҡала вәкиллектәре, уларҙы халыҡбер мандатлы округтар буйынса һайлай, урындағы ҡала үҙидара башҡарма органдары — мэрҙар (polgármester), уларҙы ҡала вәкиллектәре һайлай.
- Общиналар
Урындағы община үҙидараның вәкәләтле органдары — община вәкиллектәре, уларҙы халыҡ бер мандатлы округтар буйынса һайлай, урындағы община үҙидаралыҡтың башҡарма органдары — мэрҙар, уларҙы община вәкәләтттәре һайлай.
- Райондар
Урындағы район үҙидараның вәкәләтле органдары — район вәкәләттәре, уларҙы халыҡ бер мандатлы округтар буйынса һайлай, урындағы район үҙидараның башҡарма органдары — мэрҙар, уларҙы район вәкәләтттәре һайлай.
Дәүләт ҡоролошо
үҙгәртергәВенгрия короллеге конституцион дуалистик ценз монархияһы булып тора. Дәүләт башлығы — регент. Закон сығарыу органы — Дәүләт Йыйылышы, ул бер мандатлы округтар буйынса һайланған Үрге һәм Түбәнге палаталарҙан тора. Башҡарма органы — Министрлыҡ — регент тарафынан тәғәйенләнә.
Хоҡуҡи системаһы
үҙгәртергәЮғары суд инстанцияһы — Венгр Король Курияһы (Magyar Királyi Kúria), апелляция инстанцияһы судтары — суд эскәмйәләре (Ítélőtábla), беренсе инстанция судтары — трибуналдар (Törvényszék), суд системаһының түбәнге звеноһы — урындағы судтар (helyi bíróság), бөтә судтар судьяларын президент тәғәйенләнә, суд эштәрен ҡарауҙа ҡатнашҡан граждандар — заседателдәр (Ülnök).
Көс структуралары
үҙгәртергә- Венгр ғәскәре[1]
- 1-себригада (1. vegyesdandár), штабы — Будапештта
- 2-се бригада (2. vegyesdandár), штабы -Секешфехерваҙа
- 3-се бригада (3. vegyesdandár), штабы — Сомбатхей
- 4-се бригада (4. vegyesdandár), штабы — Печта
- 5-се бригада (5. vegyesdandár), штабы — Сегедтә
- 6-се бригада (6. vegyesdandár), штабы — Дебрецендә
- 7-се бригада (7-се. vegyesdandár), штабы — Мишкольцта
Иҡтисады
үҙгәртергәАҡса берәмеге — пенгё (Pengő):
- 1 һәм 2 филер номиналындағы бронза тәңкәләр, 10, 20 һәм 50 филер номиналындағы баҡыр-никель тәңкәләр, 1 һәм 2 номиналындағы көмөш тәңкәләр, ә 1939 йылда — 5 пенгё[2]
- 5, 10, 20, 50, 100 һәм 1.000 пенге номиналындағы банкноталар[3], уларҙы Венгр милли банк (Magyar Nemzeti Bank) сығара.
Почта һәм телефон хеҙмәттәре провайдеры — Венгр король почтаһы (Magyar Királyi Posta). Тимер юлдары аша ташыуҙар — Венгр король тимер юлдары (Magyar Királyi Államvasutak). Трамвай Будапешт Дебренцен, Мишкольц, Печ, Сегед, Шопрон, Сомбатхей һәм Ньиредьхаз ҡалаларында йөрөй.
Дин
үҙгәртергә- Католик сиркәүе епархиялары — илде\ күпселек диндарҙарын, башлыса венгр-католиктарҙы, шулай уҡ мадьярлашҡан немец-католиктарҙы берләштерә
- Эстергом митрополияһы
- Эстергом архиепархияһы Esztergom Főegyházmegye)
- Дьер епархияһы (Győri Egyházmegye)
- Секешфехерварепархияһы (Székesfehérvári Egyházmegye)
- Сомбатхей епархияһы (Szombathelyi egyházmegye)
- Веспрем епархияһы (Szombathelyi egyházmegye)
- Калочи митрополияһы
- Калочи архиепархияһы Kalocsa Főegyházmegye)
- Печ епархияһы Kalocsa Főegyházmegye)
- Чанада епархияһы (Csanád Egyházmegye)
- Эгер митрополияһы
- Эгер архиепархиһы (Egri főegyházmegye)
- Вац епархияһы (Váci Egyházmegye)
- Хайдудорога епархияһы (Hajdúdorogi egyházmegye) — башлыса мадьярлаштырылған русин-униаттарҙы берләштерә
- Мишкольц апостол экзархаты (exarchátus apostoli Miskolci) — башлыса русин-униаттарҙы берләштерә
- Эстергом митрополияһы
- Венгрия евангелия-лютеран сиркәүе (Magyar Evangélikus-Lutheránus Egyház) башлыса мадьярлаштырылған немец-лютеран, шулай уҡ венгр-лютерандарҙы берләштерә[4]
- Венгр реформатик сиркәүе (Magyarországi Református Egyház) — башлыса венгр-кальвинистарҙы, шулай уҡ мадьярлаштырылған немец- кальвинистарҙы берләштерә[5]
- Венгрия баптистар сиркәүе (Magyarországi Baptista Egyház) — башлыса венгр-баптистарҙы, шулай уҡ мадьярлаштырылған немец-баптистарҙы берләштерә
- Венгр Етенсе көн адвентистар унияһы — 7-се көн адвентистарын берләштерә.
Киң мәғлүмәт саралары
үҙгәртергәБудапештан урта тулҡындарҙа дөйөм милли радиостанцияһы, шулай уҡ Будапешт, Дебренец, Мишкольц, Дьор, Сегед, Печ өлкә радиостанциялары эшләй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асташин Н. А. Миклош Хорти: адмирал в своём лабиринте // До и после Версаля. — М.: Индрик, 2009. — с. 374—393. — ISBN 978-5-91674-059-2
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Magyar Királyi Honvédség megalakulása, fejlődése 2019 йыл 17 апрель архивланған.
- ↑ Каталог монет Венгерского Королевства 2018 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ Королевство Венгрия
- ↑ Евангелическая Лютеранская церковь Венгрии
- ↑ Реформатская церковь в Венгрии