Кәбиров Артур Зиннур улы

Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры

Кәбиров Артур Зиннур улы (10 апрель 1985 йыл) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты[1].

Кәбиров Артур Зиннур улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1985
Тыуған урыны Арый, Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто М. С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы

Биографияһы үҙгәртергә

Артур Зиннур улы Кәбиров 1985 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Дыуан районы Арый ауылында тыуған[2]. Арый урта мәктәбендә белем ала.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, Бөтә Рәсәй М. С. Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында В. П. Селезнёв оҫтаханаһында театр сәнғәте серҙәрен өйрәнә.

2007 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.

Ролдәре үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт академия драма театрында уйнаған ролдәре:

  • Рәми Ғарипов — «Февраль. Буран…»
  • Закир — «Ҡара йөҙҙәр»
  • Тимерхан — «Нәркәс»
  • Ильяс — «Хыялға ҡаршы»
  • Миңлеғәле Шайморатов — «Ат уйнатып алдан бара…»
  • «Ҡырағай» кинофильмында (режиссёр Ф. Утарбаева)
  • «Ургала» кинофильмында (режиссёр А. Асҡаров).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә