Америка-Австрия тыныслыҡ килешеүе (1921)

Америка Ҡушма Штаттары менән Австрия араһындағы тыныслыҡ килешеүе (ингл. Treaty of Peace between Austria and the United States of America) — Беренсе донъя һуғышы йомғаҡтары буйынса 1921 йылдың 24 авгусында Вена ҡалаһында ҡул ҡуйылған документ. Был килешеү Америка сенаты Антанта илдәре һәм яңы барлыҡҡа килгән Австрия («Дүртәү союзы» составында еңелгән Австро-Венгрияның вариҫы булараҡ ойошторола) республикаһы араһында төҙөлгән Сен-Жермен тыныслыҡ килешеүен ратификациялауҙан баш тартыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Америка-Австрия тыныслыҡ килешеүе
Урын Вена
Ваҡиға ваҡыты 24 август 1921

Ҡул ҡуйыу тарихы үҙгәртергә

1917 йылдың 6 апрелендә Америка Ҡушма Штаттары Беренсе донъя һуғышы сиктәрендә «ассоциацияланған көстәр» сифатында Германия империяһына ҡаршы союздаш көстәргә ҡушыла.

4 декабрҙә, Конгресс алдында сығыш яһап, АҠШ президенты Вудро Вильсон үҙ иленең «Германия хөкүмәте вассалы» булған Австро-Венгрияға һөжүм башлау мөмкинлеге биргән резолюция ҡабул итеүҙе талап итә[1]. 7 декабрҙә Конгресс тарафынан Уртаҡ 169 -сы резолюция бер тауыштан тиерлек ҡабул ителә; һуңыраҡ, уға шул уҡ көндө ҡул ҡуйып, президент Габсбургтар империяһына һуғыш иғлан итә[2].

1918 йылдың 17 октябрендә Венгрия Австрия менән берләшмәне тарҡатып, Сен-Жермен һәм Трианон килешеүҙәрендә юридик нығытлған империяны тарҡатыуҙы башлай. Был ике килешеүгә Париж тыныслыҡ конференцияһында Америка вөкилдәре ҡултамғаларын ҡуйыуға ҡарамаҫтан, АҠШ үҙен Милләттәр Лигаһында ҡатнашыу менән бәйләргә теләмәгәнлектән, Сенат уларҙы ратификациялауҙан баш тарта.

Һөҙөмтәлә Ҡушма Штаттарында һәм Австрия хөкүмәттәре яңы халыҡ-ара ойошма менән бәйле булмаған сепаратный тыныслыҡ килешеүе төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр башлай. 1921 йылдың 24 авгусында килешеүгә Венала ҡул ҡуйыла, шунан һуң 8 октябрҙә уны — Австрия, 18 октябрҙә — АҠШ сенаты, 21 октябрҙә — Америка президенты раификациялай. 1921 йылдың 8 ноябрендә Венала солох килешеүенең көсөнә инеүен раҫлаған ратификация грамоталары алмашыу ойошторола[3].

Килешеү шарттары үҙгәртергә

Килешеүҙең 1-се статьяһы Австрия хөкүмәтенең АҠШ хөкүмәтенә Сен-Жермен килешеүенә ҡул ҡуйған создаш илдәргә бирелгән барлыҡ хоҡуҡтарҙы һәм өҫтөнлөктәрҙе биреүҙе нығыта. 2-се статьяла Ҡушма Штаттарға мәҡәлә Сен-Жермен килешеүенең ниндәй пункттары ҡулланылыуы аныҡлана. 3-сө статья ратификацияланған грамоталарҙы алмашыуҙы ҡарай[3].

 
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Америка-Австрия тыныслыҡ килешеүе (ref-en)

Эҙемтәләре үҙгәртергә

Тыныслыҡ килешеүе Милләттәр Лигаһы яғынан ҡәтғи контролде урап үтеп, Америка-Австрия мөнәсәбәттәренә нигеҙ һала. Һөҙөмтә булараҡ, АҠШ, Сен-Жермен килешеүенә ярашлы, Беренсе Австрия Республикаһы хөкүмәтенә хәрби репарация йөгөн еңелйтергә ярҙам итә.

1924 йылдың 26 ноябрендә Вашингтонда өҫтәмә рәүештә Америка-Австрия-Венгрия американдарға Австрия һәм Венгрия хөкүмәттәре түләргә тейешле репарация дәүмәлен билдәләү комиссияһы ойошторола[4].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Scott, James Brown War Between Austria-Hungary and the United States (инг.) // The American Journal of International Law. — 1918. — Т. 12. — № 1. — С. 165—172.
  2. Elsea, Jennifer. Declarations of War and Authorizations for the Use of Military Force: Historical Background and Legal Implications. — Federation of American Scientists: Congressional Research Service, 2014. — P. 4. — 107 p.
  3. 3,0 3,1 League of Nations Treaty Series. — Vol. 7. — P. 156—161. — 467 p.
  4. League of Nations Treaty Series. — Vol. 48. — P. 70—75. — 47 p.