Алесковский Валентин Борисович

Алесковский Валентин Борисович (3 июнь 1912 йыл, Мары — 29 ғинуар 2006 йыл, Санкт-Петербург) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, химик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Остов (һөлдә)» гипотезаһын һәм молекуляр (химик йыйыу) ҡатланыу (наслаивание) ысулын авторы, высокоорганизованный (юғары ойошторолған) матдәләр химияһы концепцияһын төҙөүсе. химия фәндәре докторы (1952), профессор (1952), СССР (1972) һәм Рәсәй (1991) Фәндәр академияларының ағза-корреспонденты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Валентин Алесковский
В. Б. Алесковский
В. Б. Алесковский
Тыуған көнө

3 июнь 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Вафат көнө

29 ғинуар 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (93 йәш)

Ил

Российская империя, СССР, Российская федерация

Ғилми даирәһе

химия твердого тела

Эшләгән урыны

ЛТИ им. Ленсовета, ЛГУ

Альма-матер

ЛТИ им. Ленсовета

Ғилми етәксеһе

Е. В. Алексеевский

Ниндәй өлкәлә танылған

создатель "остовной" гипотезы и метода молекулярного наслаивания (химической сборки), создатель концепции химии высокоорганизованных веществ, ректор ЛТИ им. Ленсовета и ЛГУ

Награда һәм премиялары

Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡалып:Медаль «За оборону Ленинграда» Ҡалып:Медаль «За победу над Германией»

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәсәй империяһының Закаспийский крайы Мерв ҡалаһында Борис Николаевич һәм Анна Сергеевна Алесковскийҙар ғаиләһендә тыуған. 1931 йылда мәктәпте тамамлап, Ленсовет исемендәге ЛТИ-ның смена менән уҡыта торған химия факультетына уҡырға инә (ярты йыл — студент, ярты йыл — ГИПХ тәжрибә заводы эшсеһе). Уның уҡытыусыһы-институттың профессоры Е. В. Алексеевский. 1937 йылда институтты тамамлағандан һуң Валентин Борисович Хәрби-диңгеҙ флотының ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ебәрелә, унда ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Киләһе йылда Е. В. Алексеевский аспирантураға уҡырға инә. 1940 й. «Активный кремнезем» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм һуғышҡа тиклем сорбционный техника кафедраһында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1941 йылдың июнь айында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1941—1943 йылдарҙа 189 дивизияның 891-се уҡсылар полкында химия хеҙмәте начальнигы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың мартында партияға инә. 1943 йылдың аҙағында Алесковский Пулково янында яралана. Госпиталдә булғандан һуң, 1945 йылдың сентябренә тиклем 102-се артиллерия полкында хеҙмәт итә . Псков эргәһендәге алыштарҙа, Балтиҡ диңгеҙе, Балҡанда, Венгрия, Австрия, Чехословакия өсөн алыштарҙа ҡатнаша. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Һуғыштан институтҡа ҡайтҡас физик химия кафедраһында ассистент булып эшләгй. 1948 йылда сталин стипедиаты булараҡ докторантураға уҡырға инә. 1949 йылда аналитик химия кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә. 1952 йылда «Остовная гипотеза и опыт синтеза катализаторов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, химия фәндәре докторы булып китә.

1965 й. Технология институтының ректоры итеп тәғәйенләнә. 1967 йылда ҡаты матдәләр химияһы кафедраһына нигеҙ һала һәм уның мөдире була.

1972 й. СССР Фәндәр академияһына ағза-корреспондент итеп һайлана.

1975 йылда Петродворецҡа күсенеп ятҡан Ленинград университетына ректор итеп тәғәйенләнә. Был вазифала ул институт структураһына модернизациялау үткәрә һәм уны уҡыу-фәнни үҙәгенә әйләндерә. Яңы ҡоролмаларҙы проектлауҙа, Петродворецтың архитектура йөҙөн боҙмайынса ғына, яңы биналарҙы проектлауға өлгәшә. Ленсоветты һәм Госстройҙы аспиранттар ғына түгел, ә университет студенттары ла бер кешелек торған бүлмәле фатирҙа йәшәргә тейеш икәнлегенә ышандыра. Санкт-Петербургта һәм Петродворецтағы тарихи биналарҙы һәм парктарҙы реставрациялау процесын алға этәрә. 1986 йылға тиклем В. Б. Алесковский Ленинград дәүләт университеты ректоры сифатында хеҙмәт итә.

Күп йылдар. В. Б. Алесковский Ленинград ректорҙар советы рәйесе, КПСС-тың район һәм өлкә комитеттары ағзаһы, РСФСР Юғары Советы депутаты була һәм унда төрлө осорҙа мәғариф буйынса, йәштәр эштәре буйынса комиссия етәксеһе була. Ул Ленинград өлкә комитетының ҡушыуы буйынса СССР Фәндәр академияһы ның Ленинград фәнни үҙәген ойоштора.

Төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары органик булмаған ҡаты матдәләрҙең химик тәбиғәтен өйрәнеү һәм органик булмаған яңы материалдарҙың технологияларын эшләү өлкәһендә ята. Ул 450-нән ашыу ғилми баҫма авторы, шул иҫәптән 12 монография, дәреслектәр һәм 150-нән ашыу уйлап табыуҙарҙың авторы.

В. Б. Алесковский — ҡаты матдәләр химияһы өлкәһендәге тәүге тикшеренеүселәрҙең береһе һәм химиктарҙың яңы өлкәләге высокоорганизованный (юғары ойошторолған) матдәләр химияһы мәктәбенә ныҡлы нигеҙ һалыусы.

В. Б. Алесковскийҙың күп уйлап табыуҙары практикала тормошҡа ашырылған.

Б. В. Алесковский талантлы педагог була, ҡаты матдә химияһы буйынса бик күп белгестәр әҙерләгән. Уҡыусылары араһынан 100-ҙән ашыу фән кандидаттары һәм 30-ҙан ашыу фән докторы сыҡҡан. Валентин Борисович педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеге менән һуңғы көнөнә тиклем булыша. Фәнни, уҡыу-педагогик эшмәкәрлеге өсөн В. Б. Алесковский бик күп хөкүмәт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре менән билдәләнгән.

Валентина Никифоровна — ҡатыны. СССР-ҙың төп идеологы М. А. Сусловта уның апаһы кейәүҙә булған.

Бүләктәре

үҙгәртергә

В. Б. Алесковскийҙың китаптары

үҙгәртергә
  • Кольцов С. И., Алесковский В. Б. Силикагель, его строение и свойства. — Л.: Госхимиздат, 1963. — 94 с.
  • Алесковский В. Б. Стехиометрия и синтез твердых соединений. — Л.: Наука, 1976. — 140 с.
  • Физико-химические методы анализа: Практическое руководство / Под ред. В. Б. Алесковского. — Л.: Химия, 1988. — 376 с.
  • Алесковский В. Б. Химия надмолекулярных соединений. — СПб.: Изд-во С.-Петербургского ун-та, 1996. — 256 с.
  • Алесковский В. Б. Химико-информационный синтез. Начатки теории. Методы. — СПб.: Изд-во С.-Петербургского ун-та, 1998. — 72 с.
  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР о награждении члена-корреспондента АН СССР Алесковского В. Б. орденом Октябрьской Революции. 2 июня 1982 г. Опубликован на сайте Музейного комплекса СПбГУ
  2. Информация о награждении на сайте http://podvignaroda.ru. № наградного документа: 176. Дата наградного документа: 06.11.1985. Номер записи: 1510365451

Һылтанмалар

үҙгәртергә

В. Б Алесковскийҙың педагогик һәм фәнни эшмәкәрлеге тураһында белешмә.