Аҡ Ҡуйлылар

Урта быуаттарҙағы төркүмән ҡәбиләләре конфедерцияһы
(Ак-Коюнлу битенән йүнәлтелде)

Аҡ Ҡуйлылар — төркүмән ҡәбиләләре конфедерацияһы[5][6], баяндур ҡәбиләһе берләшмәлә баш булып торған. Аҡ Ҡуйлылар Көнсығыш Анатолияла һәм Көнбайыш Иранда 1501—1503 йылдарҙа Сәфәүиҙәр тарафынан ҡыйратылғанға тиклем хакимлыҡ итә[7]. «Аҡ Ҡуйлылар» тигән шартлы атама баяндур ҡәбиләһенең ырыу тамғаһы булған аҡ ҡуйҙан килеп сыҡҡан.

Аҡ Ҡуйлылар
Флаг Герб
Флаг Герб

1468 — 1501
Баш ҡала

Диярбакыр (1453-1471)
Тәбриз (1468–1478)
Бағдад

Телдәр

Уғыҙ теле, ғәрәп теле, фарсы теле, курд теле, әрмән теле[1]

Дин

Ислам, сөнниселек[2][3][4]

Преемственность

← Ҡара Ҡуйлылар

Сәфәүиҙәр →

 Аҡ Ҡуйлылар Викимилектә

Византия сығанаҡтарында был династияны Аспропробатидтар тип атайҙар.

Ҡәбилә тарихы

үҙгәртергә

Аҡ Ҡуйлы тигән төркүмән ҡәбиләләре[8] беренсе тапҡыр 1340 йылғы византий йылъяҙмаларында телгә алына, ул саҡта был ҡәбилә Көнсығыш Анатолияла күсмә тормош алып бара. Ул ваҡытта башлыҡтарҙың күбеһе, шул иҫәптән ырыуҙың билдәле вәкиле Оҙон Хәсән хан да, византий принцессаларына өйләнгән булған.

XIV быуат уртаһында илханиҙар осоро тамамланған саҡта уғыҙ Аҡ Ҡуйлы ҡәбиләләре Әрмәнстандағы, атап әйткәндә Тигр йылғаһының үрендәге, йәйләүҙәрҙә йәйләп[2], Диярбаҡыр менән Ойвас ҡалалары араһында ҡышлап йөрөйҙәр. XIV быуат аҙағынан уҡ Аҡ Ҡуйлылар уғыҙ ҡәбиләләренең Ҡара Ҡуйлы тигән берләшмәһе менән туҡтауһыҙ һуғыштар алып бара. Аҡ Ҡуйлыларҙа баяндур ҡәбиләһе баш булып йөрөй[9]. Был ҡәбиләнең тамырҙары 24 уғыҙ ҡәбиләһенең береһен нигеҙләгән һәм легендар Уғыҙ хандың ейәне булған Баяндур ханға барып тоташа.

XIV быуатта Трапезунд империяһы менән Аҡ Ҡуйлыларҙың ҡораллы төркөмдәре араһында бәрелештәр йыш булып тора. Тик 1352 йылда ғына солох төҙөлә. Трапезунд хакимы Алексей III-нөң ҡыҙ ҡәрҙәше Мария Комнина Аҡ Ҡуйлыларҙың башлығы Фәхр-әл-әд-Дин Ғутлуның улына ҡатынлыҡҡа бирелгәс кенә Аҡ Ҡуйлы уғыҙҙарының барымталары туҡтала. Фәхр-әл-әд-Дин Ғутлу вафат булғандан һуң 1389 йылда власть уның улы Әхмәткә күсә, әммә холоҡһоҙлоғо арҡаһында уны ҡустыһы Ҡара Осман алмаштыра. Ираника энциклопедияһына ярашлы, нәҡ ошо Ҡара Осман Аҡ Ҡуйлылар дәүләтен нигеҙләүсе булып иҫәпләнә.

1402 йылда Аҡһаҡ Тимер уларға Диярбаҡыр тирәһендәге өлкәне (хәҙерге Төркиәнең көнсығышында, Тигр йылғаһының үрге ағымында) бүләк итә. Байтаҡ ваҡыт ҡәрҙәштәре Ҡара Ҡуйлылар уларға киңәйеү мөмкинлеген бирмәй килә. 1435 йылда, Ҡара Ҡуйлылар дәүләтенең көсһөҙләнеүенән файҙаланып, биләмәләрен киңәйтәләр, Әрмәнстанда үҙ хакимлығын урынлаштыралар, мысыр мәмлүктәренең биләмәләренә баҫып инәләр, бының һөҙөмтәһендә элек дуҫтарса мөнәсәбәттә булған Мысыр солтанлығы дошманға әйләнә.

Ҡара Осман вафат булғас, власть өсөн талаш башлана, вариҫ итеп тәғәйенләнгән Али ҡәбиләләрҙең башлығы булып китә, әммә власты ҡулында тота алмай һәм Мысырға ҡаса. Уның урынынан ҡустыһы Хәмзә килә, ләкин ул да 1444 йылда мәрхүм була. Бынан һуң власть Йыһангирға күсә, ул оҙаҡ яулашҡандан һуң Ҡара Ҡуйлыларҙың хакимы Йыһаншахтан 1452 йылда сюзеренитет ала. Солох килешеүе Йыһангирҙың ҡустыһы Оҙон Хәсәнгә әйтеп тормайынса төҙөлә, ә ул быны хыянат тип баһалай. Оҙон Хәсән ғәскәр менән ағаһы Йыһангиргә ҡаршы китә һәм уны тиҙ генә еңә, шунан Ҡара Ҡуйлылар менән һуғышты ҡабат башлай. Был осорҙа Аҡ Ҡуйлылар Ҡара Ҡуйлыларға ҡаршы Аҡһаҡ Тимер менән, артабан уның улы Шаһрух менән создаш була. 1459 йылда Ҡара Ҡуйлы хакимы Йыһаншаһ тимериҙәр солтаны Әбү Сәйет менән союз төҙөгәнсе, дошманлашыу дауам итә. Аҡ Ҡуйлыларҙың Осман империяһы менән аралары насар була, ә грек Трапезунд империяһы менән татыу йәшәйҙәр. Трапезунд Аҡ Ҡуйлылар өсөн сауҙа порты булып хеҙмәт итә[10]. Трапезунд хакимының ҡыҙы Феодора Деспине Хатун Оҙон Хәсәндең ҡатыны була.

1467 йылда Оҙон Хәсән менән Йыһаншаһтың ғәскәрҙәре араһында Муш һуғышы була. Оҙон Хәсәндең еңеүе менән Ҡара Ҡуйлы дәүләте юҡҡа сыға. Аҡ Ҡуйлы тигән яңы дәүләткә яйлап хәҙерге Әзербайжан, төньяҡ-көнбайыш Иран, (Иран Әзербайжаны), хәҙерге Әрмәнстан территориялары, Ҡурдстандың, Ираҡтың төньяғы, Ирандың Хузистан, Фарс һәм Керман провинциялары инә.

Дәүләттең тарихы

үҙгәртергә
 
Аҡ Ҡуйлы осорондағы торҡа. Әзербайжан Сәнғәт милли музейы

Дәүләтте нигеҙләү, хәрби походтар һәм еңеүҙәр

үҙгәртергә

1467 йылда Оҙон Хәсән (1453—1478 йылдарҙа идара итә) Аҡ Ҡуйлы ҡәбиләләре башында, Тимериҙәр дәүләте менән союзға инеп, көндәш Ҡара Ҡуйлылар дәүләтен ҡыйрата, Әрмәнстанға, Көнбайыш Иранға, Ираҡҡа хужа була һәм дәүләт төҙөй.[11][12] Трапезунд дәүләте менән Осман империяһына ҡаршы берләшә. Османдарҙың хәрби өҫтөнлөгө һәм 1461 йылда Трапезундтың солтан Мәхмәт II тарафынан яулап алыныуы ғына уны төрөктәргә һуғыш башлауҙан туҡтата. Оҙон Хәсән башҡа фронттарҙа эш итә, 1462 йылда — Әйүбиҙәрҙең һуңғы нығытмаһы булған Хәсәнкәйфте, 1465 йылда Карпут (Ҡарпузлу) ҡәлғәһен ала, Керман менән Фарсҡа барымталар яһай. 1468 йылда Иран Әзербайжанын баҫып ала һәм баш ҡаланы Тәбризгә күсерә.

Осман империяһы менән аралар ҡатмарлаша. 1472 йылда Аҡ Ҡуйлылар ғәскәре Сивас менән Ҡайсериға инә, ләкин османдар уларҙы тиҙ арала ҡыуып сығара. 1473 йылдың 1 авгусында Оҙон Хәсән османдарҙы Малатьяла ҡыйрата. Ә 11 августа Тержән эргәһендәге яуҙа османдар тарафынан ҡыйратыла. Артиллерияның көсһөҙлөгө, утлы ҡоралдың етешмәүе, ғәскәрҙең иҫкесә ойошторолошо Аҡ Ҡуйлыларҙың еңелеү сәбәбе була.

Оҙон Хәсәндең вафатынан һуң (1478) власҡа уның улы солтан Яҡуп килә. Яҡуп финанс реформаһын дауам итә. Дини һәм хәрби аҡһөйәктәргә ер буйынса элекке өҫтөнлөктәр юҡҡа сығарыла, ә 1489 йылда ерҙәргә яңы кадастр иҫәбе үткәрелә. 1490 йылда солтан Яҡуп көтмәгәндә үлә — уны ағыулайҙар. Яҡуптың үлеме реформаларҙы туҡтата.

1490—1497 йылдарҙа дәүләткә Яҡуп солтандың улы Байсанғур хан һәм Рөстәм хан идара итә. 1497 йылда Аҡ Ҡуйлыларҙың һуңғы солтаны Әхмәттең хакимлығы башлана. Ул дәүләттең тарҡалыуын күсмә төрки феодалдарын көсһөҙләндереү юлы менән туҡтатырға тырыша. Ҡайһы берҙәрен аҫа, уларға элек билдәләнгән өҫтөнлөктәрҙе юҡҡа сығара. Күсмә феодалдар төркөмө менән көрәштә Әхмәт солтан иран граждандар бюрократияһына таяна. Крәҫтиәндәрҙең ыңғай мөнәсәбәтен яулау өсөн һалым реформаһы үткәрә, бөтә төр түләмдәрҙе бөтөрөп, шәриғәт яһаҡтарын ғына ҡалдыра. Был сараларҙы күсмә феодалдар оҡшатмай һәм фетнә күтәрә. Әхмәт солтан Исфаһан эргәһендә фетнәселәр менән бәрелештә һәләк була, уның бөтә указдары ғәмәлдән сығарыла. Власть өсөн көрәш башлана, 1500 йылда Аҡ Ҡуйлы биләмәләре ике ҡәбилә башлығы араһында бүленә: Алвенд — Әзербайжан менән Әрмәнстанды, Морат Ираҡ менән Фарсты ала.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Оҙон Хәсән үткәргән иҡтисади һәм ер реформалары сәйәсәте иҡтисадҡа ярҙам итә алмай. Элгәрге тиҫтә йыллыҡтарҙа яһаҡ күләмдәре артыу ауыл хужалығының тарҡалыу сәбәбе булғанлыҡтан, Оҙон Хәсән һалым реформаһын үткәрә, яңы устав — «Ғануннамә» сығарыла. Уның тексы һаҡланмаған, бары тик ер түләмдәренең тотороҡло ставкаһы, тауар хаҡының 5 проценты күләмендә һалым (тамға) булдырылғаны ғына билдәле. Оҙон Хәсән вафат булғас, финанс чиновниктары был нормаларҙы күҙәтмәй. Хакимиәткә ҡала аҡһөйәктәренең йоғонтоһо арта бара, шул уҡ ваҡытта ул хәрби функцияларҙан ситтә ҡалдырыла килә. Төрки күсмә яугирҙәре менән ултыраҡ иран халҡы араһында этник һәм социаль айырма бөтөрөлмәй, был да дәүләттең сәйәси-иҡтисади үҫешенә ҡамасаулай. Аҡ Ҡуйлыларҙың финанс килемдәре ултыраҡ халыҡтан йыйылған һалымдарҙан һәм йыйымдарҙан, шулай уҡ Көнсығыш Анатолия аша үткән төп сауҙа юлдарында йыйылған түләмдәрҙән тора.

Дәүләттең ҡолауы

үҙгәртергә

Оҙон Хәсәндең вариҫтары осоронда Аҡ Ҡуйлы дәүләтенең эске кәмселектәре асыла. Феодаль тарҡаулыҡ арҡаһында һәм өлкәләр араһында ныҡлы иҡтисади бәйләнештәр булмағанлыҡтан күсмә феодалдар араһында бөткөһөҙ янъял-бәрелештәр бара. Хәрби түрәләр һәм феодалдар (бәктәр) Оҙон Хәсән тоҡомон солтан итергә тырыша. Һөҙөмтәлә, Оҙон Хәсәндең вафатынан һуң сирек быуат эсендә ун солтан алмашына. Аҡ Ҡуйлылар менән Сәфәүиҙәр хакимдарҙы ҡоҙалашһа ла, аралары һалҡын була. Ә сөнни Аҡ Ҡуйлы биләмәһе булған Көнсығыш Анатолияла шиғилыҡ таратыла. Былар һәммәһе лә Сәфәүиҙәр менән Аҡ Ҡуйлылар араһында хәрби бәрелештәргә килтерә. Аҡ Ҡуйлының һуңғы хакимдарының береһе Сәфәүиҙәрҙең ҡыҙылбаштары тарафынан ҡыйратыла. Тағы бер солтан — Морат — осман ғәскәрҙәренән еңелә. XV быуат аҙағына көсһөҙләнгән Аҡ Ҡуйлы дәүләте 1501 йылда Исмал Сәфәүи етәкселегендәге Сәфәүиҙәр тарафынан ҡыйратыла. Аҡ Ҡуйлыларҙың яулап алған бөтә биләмәләре Сәфәүиҙәргә күсә.

 
Ауыр ҡораллы Аҡ Ҡуйлы кавалерисының яу кәрәк-ярағы. The Metropolitan Museum of Art, New York.

Аҡ Ҡуйлының хәрби ойошмаһы күсмәселектең дә, урта быуаттар Көнсығышының ултыраҡ цивилизацияларының да элементтарын һәм принциптарын үҙ эсенә ала. Төбәктә ул монгол өлгөһөндәге һуңғы армия була. Ойошторолоуы буйынса ике өлөшкә бүленә: хакимдың гвардияһы — горчу һәм феодаль атлы ополчение — черик[13].

Горчу тоғро ырыуҙарҙан, беренсе сиратта баяндур ырыуынан алынған яугирҙәрҙән тора. Дөйөм һаны 2,5 мең кеше була. Уға горчу башы етәкселек итә.

Ғәскәрҙең күп һанлы төп өлөшө булған черик буйһоноулы ҡәбиләләрҙән йыйылған ополчениенан төҙөлә. Черик та ике өлөштән тора. Төп өлөшө — атлы ополчение, икенсеһе — йәйәүлеләр һәм ярҙамсы ғәскәрҙәр.

Аҡ Ҡуйлыларҙың ғәскәрендәге яугирҙәр һанын төрлө сығанаҡтар нигеҙҙә бер сама баһалай. Мәҫәлән, Амброджио Контарини әйтеүенсә, Оҙон Хәсәндең 50,000 кешеле атлы ғәскәре була. Катерино Дзено хәбәр итеүенсә, 1473 йылда Оҙон Хәсән ғәскәре 40,000 яугирҙән һәм 60,000 ярҙамсы гуллугчынан тора. Иософат Барбаро 1472 йылда походҡа сыҡҡан ғәскәрҙә 25,000 һыбайлы, 3,000 йәйәүле, 2,000 уҡ-һаҙаҡлы гөләм, 1,000 ҡылыслы гөләм булыуын билдәләй. Уртаса алғанда Аҡ Ҡуйлыларҙың ғәскәре 40,000-46,000 атлы ополчениенан, 6,000 йәйәүленән, 2,5 мең горчунан, 5,000-7,0000 гарнизон һәм ҡала һағы яугирҙәренән тора.

Яугирҙәр әҙерләү номадик традицияларҙа бара. Өс йәше тулғас, баланы атҡа мендергәндәр, ете йәшкә тиклем ул ағас ҡорал менән уйнаған. Ете йәштән тимер ҡорал һәм балалар өсөн әҙерләнгән яу кәрәк-ярағы бирелгән. Ун йәштән баланы хәрби күнекмәләргә өйрәтә башлағандар. Бының өсөн хәрби эш буйынса төрлө трактаттар ҡулланылған: фурусиййа («рыцарь трактаттары»), силаһ (ҡорал тураһында трактаттар), хәрбиййа (хәрби эш буйынса трактаттар), римаййа (уҡ атыу буйынса трактаттар), хиял (хәрби хәйләләр буйынса трактаттар). Ошондай әҙерлекте үткәс, 14 йәштән үҫмерҙе пушандар (ауыр ҡораллы атлы яугир) свитаһына яҙғандар, ул башта хәрби походтарҙа ҡорал йөрөтөүсе булараҡ ҡатнашҡан. 17-18 йәштәргә егеттәр профессиональ яугиргә әйләнгән. 20 йәштәрҙә, хәрби кампанияларҙа үҙен нисек тотоуына ҡарап, яугир үҙ ерен алыу өсөн дивандың исемлегенә яҙыла алған. Йәйәүле ғәскәрҙәгеләр, атлыларҙан айырмалы, бик насар әҙерлек менән айырылып торған. Тик бала саҡтан атырған өйрәтелгән уҡсылар ғына һәйбәт әҙерлекле булған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кембриджская история Ирана (The Cambridge History of Iran), том VI, стр. 154:

  2. 2,0 2,1 Quiring-Zoche, R., "AQ QOYUNLŪ", Encyclopedia Iranica, <http://www.iranicaonline.org/articles/aq-qoyunlu-confederation>. Проверено 29 октябрь 2009. 

  3. Michael M. Gunter, Historical dictionary of the Kurds (2010), p. 29
  4. Michael M. Gunter. Historical dictionary of the Kurds. — Scarecrow Press, 2004. — С. 3. — ISBN 0810848708, 9780810848702.

  5. Araxes river — Encyclopædia Iranica. W. B. Fisher, C. E. Bosworth
  6. V. Minorsky.
  7. R. Quiring-Zoche. 2010 йыл 8 декабрь архивланған.
  8. Туркоман и туркмен, несмотря на то, что имеют сходное название и смысл, от турк(о)-тюрк и мен- человек (наименование, данное тюркам мусульманам в Иране), в действительности носят различные значения.
  9. Clifford Edmund Bosworth.
  10. Пигулевская И. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  11. Л. 2008 йыл 15 май архивланған.
  12. В византийских источниках эту династию называют Аскропробатидами.
  13. Агаев Ю. Ш., Ахмедов С. А. «Ак-коюнлу — османская война» Баку. Изд. «Элм» 2006.

Һылтанмалар

үҙгәртергә