Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы

Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы (19191921) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда Башҡорт частарының хәрби формированиеһы.

Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы
Ғәмәлдә булған йылдары

19191921

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Бойһонған

Революцион хәрби советы

Составында

РККА

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Берләштерә

3-сө Башҡорт кавалерия полкы; 3-сө Башҡорт уҡсылар полкы һ. б.

Численность

15 373 (август, 1919)

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

Ә. Х. Тереғолов, Х. Н. Әхмәров, Х. Ф. Әлишев

-

Ойошторолоуы һәм тарихы

үҙгәртергә

Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы РСФСР-ҙың Революцион хәрби советы рәйесе Л. Т. Троцкийҙың 1919 йылдың 5 апрелендә сыҡҡан 615 һанлы фарманына ярашлы Бәләбәй ҡалаһында Башҡорт корпусы хәрбиҙәре һәм Бәләбәй, Стәрлетамаҡ, Өфө өйәҙҙәре новобранецтары иҫәбенә ойошторола.

1919 йылдың август айында бригада составында 3-се Башҡорт кавалерия полкы, Башҡорт айырым артиллерия дивизионы (3 батарея), запастағы батальон һ.б. булалар. Бригаданың дөйөм иҫәбе 15 373 кеше тәшкил итә.

Сентябрь айында бригада Петроград гарнизоны составына, ә октябрҙә — Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә инә.

1919 йылдың октябренән башлап Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы составында 1-се, 2-се һәм 3-се башҡорт уҡсылар полктары, 3-се башҡорт кавалерия полкы, Башҡорт айырым артиллерия дивизионы һ.б. булалар.

1920 йылдың башында бригада 7-се армия составына, ә 1920 йылдың май айынан — Петроград хәрби округы составына инә.

Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы частары Петроградты обороналауҙа һәм генерал Н. Н. Юденич етәкләгән Төньяҡ-Көнсығыш армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнаша.

1919 йылдың декабрендә Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы Финляндия, ә 1920 йылдың май айынан — Латвия менән дәүләт сиктәрен һаҡлау өсөн күсерелә[1].

1921 йылдың яҙында Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы тарҡатыла.

Командующийҙар

үҙгәртергә
 
 

Айырма билдәләре

үҙгәртергә

Еңгә беркетелә торған билдә Башҡорт төркөмө ғәсҡәрҙәре шәхси составының айырмалы билдәһе була. Ул йәшел төҫтәге ромбтан ғибәрәт була. Ромбтың ситтәре алтын бау менән ҡаймаланған. Ромб уртаһында алтын еп менән сигелгән ярым ай һәм йондоҙ урын алған. Бынан тыш, еңгә беркетелгән билдәләрҙең башҡа төрҙәре лә булған: ромбһыҙ ҡыҙыл йондоҙ һәм ярым ай (гимнастеркала), ҡыҙыл ҡаймалы йәшел ромб.

Наградалары

үҙгәртергә
 
2-се полктың байрағы

1920 йылдың 27 майында фронттарҙа һуғышҡан башҡорт частарының вәкилдәренең Революцион хәрби советы рәйесе Ф. Ә. Әхмәҙуллин Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты исеменән өс башҡорт полкына байраҡтар тапшыра. Хәҙерге көндә был байраҡтарҙың икеһе Башҡортостан Республикаһының милли музейында һаҡлана.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Штаб бригады располагался в г.

Һылтанмалар

үҙгәртергә