Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы
Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы (5 июнь 1896 йыл — 9 март 1977) — хәрби эшмәкәр. 1922—1923 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары. Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Полковник. Ленин ордены кавалеры (1967).
Тереғолов Әхмәтйән Хөсәйен улы | ||
Тыуған ваҡыты | ||
---|---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе[1], Ҡарғалы ауылы | |
Үлгән ваҡыты | ||
Вафат урыны |
РСФСР, Татар АССР-ы, Ҡазан ҡалаһы | |
Хеҙмәт иткән урыны | ||
Ғәскәр төрө | ||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||
Хәрби звание | ||
Командалыҡ итеү |
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1-се Башҡорт уҡсылар полкы | |
Хәрби алыш/һуғыш |
Беренсе донъя һуғышы, | |
Наградалар һәм премиялар |
|
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәтйән Хөсәйен улы Тереғолов 1896 йылдың 5 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Ҡарғалы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы) ауылында тыуған. Сығышы менән дворян Тереғоловтар нәҫеленән.
1919 йылдан 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының штаб начальнигы булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июненән 1-се Башҡорт уҡсылар полкы командиры була.
1920—1921 йылдарҙа Башҡорт айырым уҡсылар бригадаһы менән командалыҡ итә.
1922—1923 йылдарҙа Башҡортостан АССР-ының хәрби комиссары вазифаһын үтәй.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
1977 йылдың 9 мартында Татар АССР-ының Ҡазан ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены (1967)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тереғолов Ә. Ғ. Тереғоловтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы.