Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында
«Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» («Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына ҡарата мөнәсәбәттәре тураһында») — 1920 йылдың 19 майындағы ВЦИК-тың һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының РСФСР составында АСБР-ҙың хоҡуҡи хәлен билдәләү тураһындағы декрет[1].
Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында | |
Ратификация | 1920 йылдың 19 майы |
Автор | ВЦИК, РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы |
Раҫлаусы | М. И. Калинин В. И. Ленин А. С. Енукидзе |
Нигеҙе маҡсаты | РСФСР составындағы АСБР-ҙың хоҡуҡи хәлен билдәләү |
Декретты ҡабул итеү тарихы
үҙгәртергә1919 йылдың 20 мартында, «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһында Килешеү»гә ҡул ҡуйғандан һуң, Башҡортостан мөхтәриәте Үҙәк совет властары тарафынан таныла һәм Башҡорт АССР-ы тип үҙгәртелә[2]. Әммә «Килешеү…»ҙе тормошҡа ашырған саҡта автономиялы республика хөкүмәте — Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) күрше губерна революцион комитеттарҙың ҡаршылашыуына, урындағы коммунистарҙың һәм совет хеҙмәткәрҙәре яғынан милли автономия идеяһын ҡабул итмәү, үҙәк власының республика етәкселәренә шиксел ҡарашына юлыға. Былар барыһы ла Ғинуар конфликтына һәм артабан Башревкомдың һәм РКП(б)-ның Башобкомы араһындағы фекер айырымлыҡтарына килтерә.
1920 йылдың 7 февралендә ВЦИК янында РСФСР-ҙың федератив ҡоролошо мәсьәләләре буйынса комиссия ойошторола, ә 15 февралдә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты РСФСР һәм уның составындағы автономиялы дәүләт берәмектәр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе билдәләү буйынса комиссия булдыра. Шулай уҡ башҡорт мәсьәләһе буйынса Л. Б. Каменев, И. В. Сталин, Л. Д. Троцкий составында махсус комиссия ойошторола. 1920 йылдың 5 апрелендә комиссия составына шулай уҡ Ф. Э. Дзержинский менән Е. А. Преображенский индерелә[3].
Ғинуар конфликты һәм унан һуңғы ваҡиғалар 1920 йылдың 14 мартында Өфөлә кәңәшмә үткәреүгә сәбәпсе була. Кәңәшмәлә РКП(б-ның Үҙәк Комитеты вәкиле Л. Д. Троцкий, Башревком ағзалары Ә. Ә. Вәлидов, Ф. Н. Төхвәтуллин һәм Ф. Дудник, Башобком ағзалары Ф. Самойлов, И. Ш. Рәхмәтуллин һәм К. Ә. Каспранский, вәкилдәр — Артем (Ф. А. Сергеев) һәм Е. А. Преображенский, Өфө губерна башҡарма комитеты рәйесе — Б. М. Эльцин ҡатнашалар. Көн тәртибенә түбәндәге мәсьәләләр индерелә: Башревком һәм уның Президиумының составы тураһында, Башҡорт АССР-ының сиктәрен билдәләү тураһында, БАССР-ҙың Советтары съезының саҡырылышы тураһында, күрше губерналар менән урындағы хеҙмәткәрҙәрҙе БАССР-ҙың хужалыҡ органдарына йәлеп итеү, ер сәйәсәте тураһында, яуаплы вазифаларға хеҙмәткәрҙәрҙе тәғәйенләү тәртибе тураһында, БАССР-ҙағы партия һәм совет учреждениелары араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында, ғинуар инциденты тураһында.
Л. Д. Троцкий Башревкомдың ғинуарҙағы ғәмәлдәренә ҡаршы сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта Башҡорт АССР-ында Башобком алып барған сәйәсәткә ҡарата Ә. Ә. Вәлидовтың һәм уның яғында тороусыларҙың ҡайһы бер контрдәлилдәренә теләктәшлек күрһәтә. Кәңәшмә резолюцияһында, «Башревкомды контрреволюцион учреждениеһы тип баһалау бөтөнләй ярамағанлығы» һәм партия ойошмалары «бер нисек тә совет учреждениеларҙың практик административ эштәренә ҡыҫылырға тейеш түгел, ә хеҙмәтсәндәрҙең сәйәси ойошмалары етәкселәре булып ҡалырға тейеш», тип билдәләнде һәм ошо юҫыҡта РКП(б)-ның Үҫәргән канткомының эштәре тәнкитләнде. Шулай уҡ кәңәшмәнең йомғаҡлау документында, «Башреспубиканың партия һәм совет ойошмаларының төп бурысы — Башреспубликаны коммунистик илгә, бөйөк Коммунистик Федерацияһының бер өлөшөнә әүерелдереү, ә быға хеҙмәтсәндәрҙең киң ҡатламын коммунизм идеяһы сфераһына ылыҡтырыу аша һәм уны ойоштороуҙан тыш ирешеп булмай», һәм «яҡын арала Өлкә Комитеты составына башҡорттарҙы мөмкин тиклем күберәк ылыҡтырыу кәрәклеге күҙаллана» тип билдәләнә. Кәңәшмәлә Л. Д. Троцкийҙың тәҡдиме буйынса Ғинуар конфликты «тулыһынса бөтөрөлдө» тигән ҡарар сығарыла[3].
1920 йылдың 8 апрелендә РКП(б-ның Үҙәк Комитеты пленумы ултырышы үтә, унда башҡорт теле мәсьәләһе буйынса башҡорт эштәре комиссияһы рәйесе И. В. Сталин сығыш яһай. ВЧК-ның рәйесе Ф. Э. Дзержинский хөкөм тәҡдим Х. Йомағоловты, Т. Рычковты һәм башҡа РКП(б)-ның Башобкомы ағзаларын ҡулға алыуҙа ғәйеплеләрҙе хөкөм итергә һәм Башревком рәйесе Ә. Вәлидовты Мәскәүгә саҡыртып алырға тәҡдим итә. Башҡорт эштәре буйынса комиссия тәҡдимдәр әҙерләү буйынса өҫтәмә Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында башҡорт совет автономияһы тураһында килешеүгә өҫтәмәләр буйынса күрһәтмәләр әҙерләй. Ошо тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы 1920 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының конституцион-хоҡуҡи хәле тураһында махсус ҡарар ҡабул итә[4].
Шул уҡ ваҡытта автономиялы республика хөкүмәте Советтар съезында Башҡорт АССР-ының Конституцияһын ҡабул итеү буйынса ҡарар сығара. Бының өсөн 1920 йылдың апрель башында, 1918 йылғы РСФСР Конституцияһы нигеҙендә, I Бөтә Башҡорт Советтар съезы саҡырылышына әҙерлек башлана. Съезды 1920 йылдың 20 майында үткәреү планлаштырыла. 1920 йылдың 9 апрелендә Башревком янында Советтар съезына тиклем республика Конституцияһын әҙерләү буйынса комиссия булдырыла. Комиссия составына Ә. Вәлидов, И. Алкин, К. Каспранский, И. Мутин, Р. Петров, Ф. Төхвәтуллин, Ласточкин, Гест инәләр. Комиссия «БССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы тураһында», «Бөтә Башҡорт эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары Советтары съезы тураһында», «Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы вәкиллектәре тураһында», «БССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эштәре менән идара итеү тураһында» положениеларын әҙерләү менән шөғөлләнә[5]. Әлеге положениеларға ярашлы һайланған власть органдары — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм депутаттар Советтары съезы алдында яуаплы булған Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы йөҙөндә парламент республикаһын булдырыу күҙ уңында тотола. Әммә Башҡорт АССР-ының Конституцияһын әҙерләү буйынса комиссия йөкмәтелгән эште аҙағына тиклем башҡарып сыға алмай, сөнки уның рәйесе Вәлидов 28 апрелдә Мәскәүгә саҡыртыла, ә үҙәк властары федераль властар һәм Башҡорт АССР-ы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең конституцион-хоҡуҡи нормаларын билдәләү буйынса эште үҙ контроле аҫтына ала[6]. Май айында ВЦИК-та Башҡорт АССР-ының эске ҡоролошо тураһында Положениены әҙерләгән комиссия эшләй, уның ултырыштарына Вәлидов та саҡырыла. Әммә үҙәк власть Вәлидовтың үтенесен бер генә мәсьәләлә ыңғай хәл итә: Артем (Сергеев) һәм Ф. Самойлов уңайлы һылтау менән автономиялы республиканан саҡыртып алына, улар урынына П. Викман һәм П. Мостовенко ебәрелә[7].
1920 йылдың 15 майында Башревком автономиялы республиканың хоҡуҡтарын РСФСР-ҙың 1918 йылғы Конституцияһы һәм 1919 йылдың 20 мартындағы Килешеүҙә раҫланған хоҡуҡтарға ҡарағанда бик ныҡ ҡыҫыу ярамағанлығы тураһында Мәскәүгә мөрәжәғәтнамә юллай. Башревком шулай уҡ Вәлидовты һәм Йомағоловты республиканан саҡыртып алыуға, шулай уҡ башҡорт халҡына Бөтә Башҡорт Советтар съезына һәм Башҡорт АССР-ның Халыҡ Комиссарҙары Советына уларҙы һайлау буйынса йәшерен тыйыуға ҡаршы булыуын белдерә. Башревком, «нисек Ленин донъя пролетариаты юлбашсыһы булһа…, шулай Вәлидов та башҡорт пролетариатының башлығы булып тора һәм уның эше республикала «Көнсығыш белгесе» булараҡ бик кәрәкле» һәм Башревком «Вәлидовтың ниндәй ҙә булһа отставкаһын ҡабул итергә ниәтләмәй», тип белдерә. Әлеге мөрәжәғәт аҫтында 49 кеше ҡул ҡуя, шул иҫәптән, башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусылар — Төхвәтуллин, Мағазов, Имаҡов, Алкин, Йәғәфәров, Мутин, Буранғолов, Биишев, Ҡыуатов, Мерәҫов, Халиҡов, Каспранский, Ишмырҙин һәм башҡалар[8].
1920 йылдың 19 майында ВЦИК һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына ҡарата мөнәсәбәттәре тураһында» декретына ҡул ҡуялар. 1920 йылдың 22 майындағы «Известия ВЦИК» гәзитендә әлеге декрет «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарары тип исемләнә. Декрет үҙәк властары тарафынан Башҡорт АССР-ының Конституцияһы булараҡ танылыу ала.
Декрет йөкмәткеһе
үҙгәртергәДекреттың 1-се статьяһында,РСФСР Конституцияһына ярашлы Башҡорт АССР-ы дәүләт власының аппараты урындағы депутаттар Советтарынан, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советынан төҙөлә, тип билдәләнә.
Декреттың 2-се статьяһы автономиялы республикалағы халыҡ комиссариаттары исемлеген билдәләй: 1) почталар һәм телеграфтар идаралығы менән эске эштәр,2) Юстиция, 3) Мәғариф, 4) Һаулыҡ һаҡлау, 5) Социаль тәьминәт, 6) Игенселек, 7) Аҙыҡ-түлек, 8) Финанстар, 9) хеҙмәт һәм бәйләнеш юлдары бүлектәре менән ауыл хужалығы Советы, 10) Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы.
Документ иҫкәрмәһендә, сит ил эштәре һәм тышҡы сауҙа тулыһынса РСФСР-ҙың үҙәк органдары ҡарамағында ҡала, тип күрһәтелә. Хәрби эштәр Башҡортостан хәрби комиссариаты ҡарамағында ҡала, улар декретҡа ярашлы[9] иң яҡын (Волга аръяғы) округ хәрби комиссариатына буйһондорола. Контреволюция менән көрәш шулай уҡ Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы органдары ҡарамағында ҡала, улар Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советы менән килешеү нигеҙендә ойошторола[10].
3-сө статьяға ярашлы иң мөһим халыҡ комиссариаттары — Аҙыҡ-түлек, Финанстар, Хеҙмәт һәм юлдар бүлеге менән берлектә халыҡ хужалығы Советы, Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы һәм Эске эштәр Халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы почталар һәм телеграфтар идаралығы «республиканың бөтә территорияһында РСФСР-ҙың хужалыҡ һәм финанс сәйәсәтенең берҙәмлеген һаҡлау маҡсатында» «инструкцияларын һәм күрһәтмәләрен үтәү» йөкләмәһе менән туранан-тура РСФСР-ҙың халыҡ комиссариатары ҡарамағына күсә.
Декреттың 4-статьяһында эштәрҙә автономия бирелә һәм үҙ эштәре өсөн Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты алдында яуаплылыҡ киләһе халыҡ комиссариаттарына йөкмәтелә: Эске эштәр (почта һәм телеграф менән идара итеүҙән тыш), Юстиция, Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау, Социаль тәьминәте һәм Игенселек.
5-се статьяла Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһы өсөн кәрәкле финанс һәм техник саралар менән РСФСР-ҙың дөйөм сараларынан тәьмин ителә, тип күрһәтелә.
Һөҙөмтәләре
үҙгәртергә«Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында»ғы декреттың ҡабул ителгәненән һуң ысынында Башҡорт АССР-ы 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү» гарантиялаған сәйәси һәм иҡтисади суверенитеттан мәхрүм ителә. Шул уҡ ваҡытта автономиялы республика хөкүмәте ҡарамағында тик икенсел административ функциялар ҡалдырыла һәм улар шулай уҡ РКП(б)-ның Башобкомының, БашЧК-ның һәм Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының бер туҡтауһыҙ күҙәтеүе һәм контроле аҫтында булырға тейеш була. Тиҙҙән уның өлгөһө һәм йораты буйынса Татар, Ҡырғыҙ һәм башҡа автономиялар тураһында ВЦИК-тың декреттары барлыҡҡа килә.
Декретты ҡабул иткәндән һуң Башҡорт АССР-ынан Мәскәүгә декретты юҡҡа сығарыу һәм Вәлидов менән Йомағоловты кире ҡайтарыу талабы менән мөрәжәғәттәр килә башлай[11]. Декретты ҡабул итеүгә ҡаршы протест йөҙөнән Башревкомдың 1-се составы отставкаға киткәс, уның яңы составына РКП(б)-ын Башобкомы автономия дошмандарын индерә, шул иҫәптән ғинуар конфликтында ҡатнашыусыларҙы, ә БашЦИК-тың һәм БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының рәйесе итеп башҡорт автономияһына һәм милләттәрҙең үҙбилдәленешенә ҡаршы тороусы Ғ. К. Шәмиғолов һайлана. Һөҙөмтәлә, республикала «хәрби коммунизм» сәйәсәте әүҙем индерелә башлай, урындағы халыҡтың массауи репрессиялары үткәрелә, был, ахыр сиктә, башҡорттарҙың баш күтәреүенә сәбәпсе була. Ихтилалдың ҡаты баҫтырылыуы һәм халыҡты талауҙар 1921-1922 йылдарҙағы аслыҡтың фажиғәле һөҙөмтәләренә килтерә.
1921 йылда Башҡорт АССР-ының яңы етәкселеге ВЦИК-тың һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының 1920 йылдың 19 майындағы «Башҡорт АССР-ының дәүләт ҡоролошо тураһында» Декреты автономиялы республиканың социаль-иҡтисади үҫешен тотҡарлай тигән һығымтаға килә, шуға күрә БашЦИК-ка II Бөтә Башҡорт Советтар съезында РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты алдында әлеге декретты ҡабаттан тикшереүҙе юллау йөкмәтелә, шулай уҡ «БАССР-ҙың дәүләт ҡоролошо тураһында» резолюцияһының проекты ҡабул ителә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Касимов С. Ф. «О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики» // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Соглашение центральной Советской власти с Башкирским правительством о Советской Автономной Башкирии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 3,0 3,1 Латипов Р. Л. Д. Троцкий и «Башкирский вопрос» 1920 г // Международный исторический журнал. — 2002. — № 19.
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 269
- ↑ Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 290
- ↑ Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 293
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 272
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 274
- ↑ Согласно положению о Башвоенкомате, утвержденному Реввоенсоветом РСФСР 5 апреля 1919 года подчинялся непосредственно Всероссийскому главному штабу, а в отношении военно-административного управления пользовался правами окружного военного комиссариата.
- ↑ Согласно положению от 3 марта 1919 года, Башкирская чрезвычайная комиссия действовала по инструкциям Всероссийской чрезвычайной комиссии, являясь при этом самостоятельной и подчиняясь только правительству республики — Башревкому.
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 280
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 368 с. — ISBN 5-295-02542-Х.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Касимов С. Ф. «О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики» // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Касимов С. Ф. «О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики» // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.