Эльцин Борис Михайлович

Борис Михайлович Эльцин (1875 йыл27 ноябрь 1937 йыл) — Рәсәй революционеры, башлыса Башҡортостанда эш иткән.

Эльцин Борис Михайлович
Trotskigroup640.jpg
Борис Эльцин (Троцкий артында тора) һәм башҡа оппозиционерҙар (1927)
Тыуған:

1875({{padleft:1875|4|0}})

Тыуған урыны:

Киев губернаһы Звенигородка ҡалаһы

Вафат:

27 ноябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Вафат урыны:

Колыма

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсмән

БиографияһыҮҙгәртергә

Милләте буйынса йәһүд[1]. Разночинец, 1898 йылда Одессала Новороссийск университетының медицина факультетын тамамлай. 1897 йылдан РСДЭП-ла тора, 1910 йылда революцтон эшмәкәрлеге өсөн Өфө губернаһына һөрөлә, бында санитар врачы булып Бәләбәйҙә эшләй, революцион эшен дауам итә һәм большевиктарға ҡушыла. 1917 йылда — Өфө ҡала думаһы гласныйы, РСДЭП комитеты, комитеты РСДРП ағзаһы башҡарма комитеты, советы, эшсе һәм солдат депутаттарының башҡарма советының һәм Өфө губревкомы ағзаһы большевиктарҙан Ойоштороу йыйылышына кандидат була (үтмәй).

1918 йылдың апреленән — Өфө Гусовнаркомының рәйесе, башҡорт заводтарының национализациялауы менән шөғөлләнә, РКП (б) губкомы һәм аҙыҡ-түлек буйынса комиссар А. Д. Цюрупа менән берлектә Өфөнөң хәрби комиссары Э. С. Кадомцев казактарҙан икмәкте «һурҙырыу» өсөн ойошторған хәрби дружиналарын файҙалана. Көн һайын тиерлек улар Ленинға мәскәүгә икмәк менән эшелон ебәрәләр (нәҡ ошо Дутов ихтилалына сәбәп була, Ә Цюрупа РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек буйынса наркомы итеп тәғәйенләнә, Свердлов казактарҙы юҡҡа сығарыу сәйәсәтен иғлан итә). Шул уҡ ваҡытта Эльцин Кадомцевтың халыҡ дружиналарына мосолман милләтселәрен ҡаршы ҡуя, уларҙың исламдың йәшел әләме һәм «кафырҙарҙы үлтер» лозунгы аҫтында булдырылған хәрби отрядтарына юл ҡуя (шулай ҙа улар Кадомцев дружиналарына ҡаршы сығырға баҙнат итмәнеләр). Эльцин Троцкийҙың хәрби формированиеларҙың үҙәкләштерелгән административ идаралығына йүнәлтелгән линияһын үткәреү яҡлы була. Кадомцевтың халыҡ дружиналары халыҡ ополчениеһы принцибына ҡоролған була — һайланған командирҙар менән, был үҙ сиратында ВЦИК-тың 1918 йылдың 22 апрелендәге декретына ҡаршы килгән, сөнки командирҙар тәғәйенләүе хәрби наркомы Троцкийға йөкмәтелгән булған. Эльцин, Э. Кадомцев Ҡыҙыл Армияның ойошторолоуына аяҡ сала тип Ленин исеменә хат яҙа. Троцкийҙан килгән комиссия профессиональ хәрби Кадомцев ойошторған отрядтарҙы дилетантлыҡ һәм партизансылыҡ тип иғлан итә, Кадомцевты эштән ситләтәләр, уның урынына Троцкийҙың эмиссарын ҡуялар.

Чехословактар корпусы ихтилалынан һуң 1918 йылдың май айында Эльцин большевиктарҙың Өфөнән ваҡытлыса китеп тороуын яҡлап сығыш яһай — чехословактарға илдәренә «тыныс» ҡайтырға мөмкинлек биреү өсөн. 1918 июнендә Мәскәүгә ҡайта һәм Ленин уны ВЦИК и коллегии НКВД коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләй, РСФСР-ҙың НКВД наркомы урынбаҫары булып эшләй. Ленинға режимды ҡатыландырыу буйынса төҡдим менән мөрәжәғәт итә. Ленин уға башҡаса Конституцияны үҙгәртеү тураһында башҡаса тәҡдимдәр яһамауын һәм «пролетариаттың диктатураһын көсәйтеү буйынса ниндәй ҙә булһа уйҙарҙан арынырға» кәңәш итә. Большевиктарҙың Өфөгә ҡабаттан ҡайтыуынан һуң 1919 йылдың ғинуарында Ленин уға Өфө губревкомы һәм губерна башҡарма комитеты рәйесе мандатын тапшыра. Эльцинға Башҡортостанда Совет власын булдырыу бурысы йөкмәтелә. Эльцин Татар — Башҡорт республикаһын ойоштороуға ҡаршы сыға, был мәсьәлә буйынса Ленин менән РКП (б) 9 съезы ваҡытында осраша. Башҡортостанда заводтарҙы тергеҙгән ваҡытта Ленин тәнҡитләгән сәйәсәтте алып бара, 1920 йылда вазифаларынан бушатыла. Артабан Украина социаль тәьмин итеү Наркоматында, Главполитпросвет идаралығында, РСФСР-ҙың Госпланында эшләй. Троцкий уны «партияның төп өлөшө» («костяк партии») иҫәптә булған кешеләр араһына индерә. Ленин дә уны, Цюрупа, Брюханов һ. б. менән рәттән, «яуаплы совет хеҙмәткәрҙәре» исемлегенә индерә, әммә уның объективлығында ҡайһы бер икеләнеүҙәрен йәшермәй.

1923 йылдан алып һул оппозицияға ҡарай, РКП (б) Үҙәк комитеты Политбюроһына «46 ғариза»һына ҡул ҡуя, шуның өсөн 1927 йылда партиянан сығарыла һәм 1928 йылдың башында Усть-Вымьгә һөргөнгә ебәрелә. 1929 йылда ҡулға алына һәм Суздаль политизоляторына урынлаштырыла.

30-сы йылдар уртаһында Ырымбурҙа һөргөндә була. 1936 йылда ҡабаттан ҡулға алына һәм йөҙләп башҡа оппозиционерҙар менән берлектә Севвостлагка ебәрелә. 1936 йылда Магаданда сәйәси тотҡондарҙың ризаһыҙлыҡ белдереүен һәм аслыҡ иғлан итеүен ойоштороусыларҙың береһе була. 1937 йылдың 19 сентябрендә Дальнострой УНКВД янындағы «тройка» тарафынан «контрреволюцион троцкист эшмәкәрлеге өсөн» ғәйепләнеп, атылыуға хөкөм ителә һәм 27 ноябрҙә атып үлтерелә.

Аҙаҡҡы хөкөм буйынса 1956 йылдың 23 ноябрендә реабилитациялана.

Оппозицияға уның улдары — Виктор (1899 — 01.03.1938), Иосиф, шулай уҡ ҡыҙы Вера ла — инә. Виктор Ухпечлагта Воркутала атып үлтерелә, Иосиф түберкулездан бик иртә вафат була.

БиблиографияҮҙгәртергә

  • Воспоминания Э. Кадомцева: ЦДООСО, фонд 221, опись 2, № 350 и 350а
  • Ленинский сборник, т. 37, с. 94
  • В. И. Ленин, Полное Собрание Сочинений, изд. 5, т. 54, с. 423
  • В. И. Ленин: Биографическая хроника, т. 6: с. 35, 39, 180, 393; т.7: с.291, 306; т. 8: с. 18, 19, 57, 117, 379, 429.
  • В. И. Ленин и Башкирия, Уфа, 1984, с. 78, 79, 183, 188, 199, 208, 216.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә