Самойлов Фёдор Никитич
Самойлов Фёдор Никитич (24 апрель 1882 йыл — 13 июнь 1952 йыл) — рус революцион эшселәр хәрәкәте эшмәкәре, большевик.
Самойлов Фёдор Никитич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 (24) апрель 1882 |
Тыуған урыны | Гомыленки[d], Ковровский уезд[d], Владимир губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 июнь 1952 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Кратово[d], Раменский районы[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] |
Ҡатнашыусы | ВКП(б)-ның XVII съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Общество старых большевиков[d] |
Самойлов Фёдор Никитич Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәФёдор Никитич Самойлов 1882 йылдың 24 апрелендә Рәсәй империяһының Владимир губернаһы[1] Гомиленок ауылында туҡыусы ғаиләһендә тыуған.
1903 йылдың яҙынан РСДРП (б) ағзаһы, Үҙәк Комитет ағзалығына кандидат (1922—1923). 1906—1908 йылдарҙа ситса баҫмасылары профсоюзының рәйесе. Партия ҡушаматы — «Архипыч»[2].
1912 йылда Рәсәй Империяһының 4-се саҡырылыш Дәүләт думаһына Владимир губернаһының эшселәр курияһы буйынса депутат итеп һайлана, Думаның большевиктар фракцияһына инә.
Владимир губерна жандарм идаралығы начальнигы Петербургка «аңлы эшселәр фекеренсә, Самойлов улар һанлаған эре берәмәк булып иҫәпләнә. Был аңды уларҙа Самойловтың «Правда» эшселәр гәзитенә ҡағылышлы булыуы нығыта, сөнки уның исеменән гәзиттә эшселәрҙең хәле, уларҙың ихтыяждары, талаптары тураһында яҙыла»[3].
1914 йылдың ноябрендә һуғышҡа ҡаршы эшмәкәрлеге өсөн Думаның башҡа большевик-депутаттары менән ҡулға алына һәм 1915 йылда мәңгелеккә Турухан крайына һөрөлә.
Февраль революцияһынан һуң — Иваново-Вознесенск советы рәйесе.
1917 йылдың 3 апреленән 4 апрелгә ҡараған төндә ул В. И. Ленинды Финляндия вокзалында ҡаршы алғандар араһында була, ә икенсе көнө ул Эшсе һәм һалдат депутаттары Советтарының Бөтә Рәсәй йыйылышында Апрель тезистарын тыңлай[4].
1919 йылда Украинала хеҙмәт халыҡ комиссары урынбаҫары; Башҡорт АССР-ы хөкүмәте — Башҡортостан Хәрби‑революцион комитеты эргәһендә ВЦИК-тың вәкиле, Башҡорт АССР-ында 1920 йылғы Ғинуар конфликтында ҡатнашыусы. 1920—1921 йылдарҙа — УССР-ҙа хеҙмәт халыҡ комиссары урынбаҫары.
1922—1928 йылдарҙа Үҙәк Комитетынының Истпарт мөдире урынбаҫары. 1932—1935 йылдарҙа Бөтә Союз ҡарт большевиктар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары була. 1937—1941 йылдарҙа — Революция Дәүләт музейы директоры.
1941 йылдан — персональ пенсионер. 1952 йылдың 13 июнендә Мәскәү өлкәһенең Кратово ҡасабаһында вафат була.
12-се, 14-17-се партия съездары делегат. РКП(б)-ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзалығына кандидат (1922—1923). ВЦИК-тың ағзаһы була.
Хәтер
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Иваново ҡалаһында трикотаж комбинаты («Самойловский текстиль» ААЙ-ы) һәм бер урам Самойлов исемен йөрөтә.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Хәҙер Рәсәй Федерацияһының Иваново өлкәһе Лежнев районы Лежнев ауыл биләмәһе
- ↑ Ҡалып:Книга: Балуков В.А., Большевиков П.К.: Первый Совет рабочих депутатов
- ↑ Депутаты-большевики и легальная рабочая печать
- ↑ Депутаты совета 40(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Самойлов Фёдор Никитич — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- [1], [2](недоступная ссылка), [3], [4]