Сандро Боттичелли

Сандро Боттичелли (итал. Sandro Botticelli, төп исеме исеме Алессандро ди Мариано ди Ванни Филипепи (итал. Alessandro di Mariano di Vanni Filipepi); 1 март 1445 йыл — 17 май 1510 йыл) — Италия рәссамы, Яңырыу дәүеренең иң билдәле оҫталарының береһе, флоренция сәнғәте мәктәбе вәкиле. Рәссамды донъяға билдәле иткән «Яҙ», «Венера менән Марс», шулай уҡ «Венераның тыуыуы» картиналарының авторы.

Сандро Боттичелли
итал. Sandro Botticelli
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ Италия[4]
Тыуған ваҡыттағы исеме итал. Alessandro di Mariano di Vanni Filipepi
Псевдоним di Mariano Filipepi, Alessandro
Исем Sandro Botticello[5], Sandro Botticello[6], Alessandro Botticello[7], Alessandro[8], Sandro[8], Botticello[8] һәм Sandro di Botticello[9]
Тыуған көнө 1445[10][11]
Тыуған урыны Флоренция, Флоренция республикаһы[d][10][11]
Вафат булған көнө 17 май 1510[12][13][14][…]
Вафат булған урыны Флоренция, Флоренция республикаһы[d][15][16][11]
Ерләнгән урыны Церковь Всех святых[d]
Һөнәр төрө рәссам, рәссәм, архитектурный чертёжник, художник-фрескист
Эш урыны Андреа Верроккьо[d][17]
Уҡыусылар Филиппино Липпи[d][18]
Кемдә уҡыған Филиппо Липпи[d][19] һәм Андреа Верроккьо[d]
Әүҙемлек урыны Флоренция[16], Пиза[16], Рим[16] һәм Мантуя[d][16]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1510[16]
Монограмма
Спонсор Күркәм Лоренцо
Сәнғәт йүнәлеше Раннее Возрождение[d][10] һәм Флорентийская школа живописи[d][10]
Жанр портрет[d][2][16], тарихи һынлы сәнғәт[d][2][16], религиозная живопись[d][2], аллегория[d][16], мифологическая живопись[d][16] һәм религиозное искусство[d][16]
Изображается на NARDUS COLLECTION VAN HAM Restitutions[d][20]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Уффици[d], Штеделевский художественный институт[d], Прадо[d], Музей искусств Нельсона-Аткинса[d], Виктория милли галереяһы[d], Милли сәнғәт галереяһы[d], Милли һынлы сәнғәт музейы[d], Национальная галерея Канады[d], Метрополитен-музей[d][21], Санта-Мария-Новелла[d], Церковь Всех святых[d], Виктория һәм Альберт музейы[d], Академия изящных искусств[d], Королевская капелла[d], Шотландия милли галереялар[d], Бодмеровская библиотека[d], Изабелла Стюарт Гарднер музейы[d], Бостон нәфис сәнғәт музейы[d], Государственный музей изобразительных искусств имени А. С. Пушкина[d], Британ музейы[d], Museo degli Innocenti[d], Бавар дәүләт картиналар йыйынтығы[d], Палатинская галерея[d], Государственные художественные собрания Дрездена[d], Лондон милли галереяһы[d], Академия Каррары[d], Сәнғәт галереяһы һәм Келвингроув музейы, Пинакотека Амброзиана[d], Музей Польди-Пеццоли[d], Национальные музей и галерея Каподимонте[d], Берлинская картинная галерея[d], Галерея Курто[d], Фогг художество музейы[d], Гарвард художество музейы[d], Сан-Паулу художество музейы[d], Musée du Petit Palais[d], Музей Феша[d], Филадельфия художество музейы[d], Музей Конде[d], Музей Хорна[d], Кливленд художество музейы[d], Палаццо Паллавичини-Роспильози[d], Балтиморский художественный музей[d], Гравюрный кабинет[d], Рейксмюсеум, Уолтерс художество музейы[d], Чикаго сәнғәт институты[d], Национальный музей в Варшаве[d], Музей Соумайя[d], Индианаполис художество музейы[d], Эрмитаж Дәүләт Музейы[d], Нәфис сәнғәт музейы[d], Музей изобразительного искусства[d], Художественный музей Цинциннати[d], Музей Линденау[d], Йель университетының художество галереяһы[d], Фицуильям музейы[d], Королевские музеи изящных искусств[d][22], Смитсон американ сәнғәте музейы[d][23], Стерлинг һәм Франсин Кларк сәнғәт институты[d], Детройтский институт искусств[d], Барбер нәфис сәнғәт институты[d], Музей Боде[d], Музей фюрера[d], Uffizi Gallery[d], Palazzo Cini Gallery[d], Музей Жакмар-Андре[d], Музей Фабра[d], Biblioteca comunale Classense[d], Галерея Боргезе[d], Вена һынлы сәнғәт академияһы[d], Национальный музей Кардиффа[d], Burrell Collection[d], Bristol City Museum and Art Gallery[d], Музей Ашмола[d], Laing Art Gallery[d], Художественный музей Северной Каролины[d], Musée des Beaux-Arts d'Angers[d], Shipley Art Gallery[d] һәм Сабауда[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Файлы артиста по адресу Berenson Library[d][24], Philadelphia Museum of Art Library and Archives[d][25], Smithsonian American Art and Portrait Gallery Library[d][26] һәм Frick Art Research Library[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Sandro Botticelli
 Сандро Боттичелли Викимилектә

Биографияһы һәм ижады

үҙгәртергә

Боттичелли Флоренцияның Санта-Мария-Новелла кварталында йәшәгән тире иләүсе һәм эшкәртеүсе Мариано ди Джованни Филипепи һәм уның ҡатыны Смеральда ғаиләһендә тыуған. «Боттичелли» (бочонок) ҡушаматы уға мискә кеүек йыуан өлкән ағаһы Джованниҙан күскән.

Оҫталыҡҡа өйрәнеү (1460—1468)

үҙгәртергә
 
«Евхаристия Мадоннаһы»

Боттичелли һынлы сәнғәткә бик тиҙ генә килә алмай: тәүҙә ул алтын эштәре мастеры Антониола ике йыл буйына өйрәнселектә була (бер фараз буйынса, егет уның фамилияһын үҙенә алған[27]). 1462 йылда (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса — яҡынса 1464[28]) Боттичелли һынлы сәнғәткә Фра Филиппо Липпиҙан өйрәнә башлай, уның оҫтаханаһында биш йыл эшләй.

Йәш рәссам "уҡытыусының ижад манераһы йоғонтоһо аҫтында була, шулай уҡ ағалы-энеле Поллайоло — Антонио һәм Пьеро манераларын да үҙләштерә. Пьеро дель Поллайоло менән берлектә Флоренцияның Сауҙа суды залында Яҡшылыҡ аллегориялары өҫтөндә эшләй («Аллегория Силы», 1470)[28].

Липпи Сполетоға күсеп киткәнлеге арҡаһында Боттичелли Андреа Верроккьо оҫтаханаһы күсә.Унан әҙ генә алдараҡ был оҫтаханаға уҡырға Леонардо да Винчи күскән була.

Боттичеллиҙың беренсе үҙаллы төшөргән әҫәрҙәре — мадоннаның бер нисә һыны — картиналар яҙыу манераһы Липпи һәм Мазаччо эштәренә яҡын тора, иң билдәлеләре: «Мадонна с Младенцем, двумя ангелами и юным Иоанном Крестителем» (1465—1470), «Мадонна с Младенцем и двумя ангелами» (1468—1470), «Мадонна в розовом саду» (около 1470), «Мадонна Евхаристии» (около 1470)..

Баштағы эштәре (1470—1480)

үҙгәртергә
 
Йәш ҡатын-ҡыҙ портреты

1470 йылдарҙа Боттичеллиҙың үҙ оҫтаханаһы (уның уҡыусыларының береһе Фра Филиппо Липпиҙың улы — Филиппино)[28] Барлыҡ Изгеләр Сиркәүенән алыҫ тормаған була. 1470 йылдың октябрендә ул яҙған «Аллегория Силы» (Fortitude) картинаһы рәссамдың үҙ стиле барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй. 1470—1472 йылдарҙа Боттичелли Юдифь тарихы тураһында «Возвращение Юдифи» һәм "Нахождение тела Олоферна"диптихын яҙа.

1472 йылда Боттичелли Изге Лука Гильдияһына инә — уның исеме беренсе тапҡыр гильдияның "Ҡыҙыл китаб"ында телгә алына. Шунда уҡ Боттичелли ҡулы аҫтында уның уҡыусыһы Филиппино Липпи эшләй ти телгә алына.

Сандро Боттичеллиҙың «Изге Себастьян» картинаһы был изге хөрмәтенә оло байрамда 1474 йылдың 20 ғинуарында Флоренцияның Санта-Мария-Маджоре[en]сиркәүендәге бер бағанаға урынлаштырыла, шунлыҡтан уның форматы ла һуҙылған формалы.

 
«Әүлиәләрҙең баш эйеүе» (1475 тирәһе)

1475 йылдар тирәһендә рәссам хәлле генә ҡала кешеһе Гаспаре дель Лама өсөн «Әүлиәләрҙең баш эйеүе» картинаһын яҙа, унда Медичи ғаиләһе вәкилдәренән тыш, рәссам үҙен дә һүрәтләгән. Вазари был турала ошолай тип яҙа: «Был әҫәр ысынлап та — бөйөк мөғжизә, колориты, рәсеме һәм композицияһы менән шул тиклем камиллыҡҡа еткерелгән һәм ул әле лә һәр рәссамдың һушын алып тора»[29].

Был ваҡытта Боттичелли портретсы булараҡ табилдәле булған. Иң әһәмиәтле әҫәрҙәре « Өлкән Козимо Медичи миҙаллы билдәһеҙ кеше портреты» (1474—1475), шулай уҡ Джулиано Медичиҙың һәм флоренция ханымдарының портреттары.

1476 йылда вафат Симонетта Веспуччи вафат була — ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең фаразы буйынса, ул бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән Боттичеллиҙың йәшерен мөхәббәте һәм байтаҡ картиналарының моделе була.

Римда йәшәүе (1481—1482)

үҙгәртергә
 
«Мусаның һәләте»

Боттичеллиҙың даны Флоренциянан ситтә лә тиҙ тарала. 1470 аҙағында рәссамға бик күп заказдар яһала… Хатта папа IV Сикст рим һарайында капелла төҙөгәндә Боттичеллиҙы сиркәү биҙәү эштәре башына рәссамды тәғәйенләй[29].

1481 йылда папа Сикст IV Боттичеллиҙы Римға саҡыртып ала. Гирландайо, Росселли һәм Перуджино менән бергә Боттичелли Ватикандағы папа капеллаһы булған Сикстин капеллаһы стеналарын фрескалар менән биҙәй. 1508—1512 йылдарҙа, Юлий II заманында, Микеланджело капелланың түшәмен һәм миһраб стенаһын биҙәгәндән һуң, капелланың даны бөтә донъяны яулай.

Сикстин капеллаһын булдырыу өсөн Боттичелли өс фреска яҙа: «Корея, Дафан һәм Авиронды язалау», «Христостың искушениеһы» һәм «Мусаның һәләте» — шулай уҡ 11 папаның портреттары.

1480-се йылдарҙағы донъяуи әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Боттичелли Күркәм Лоренцоның (Медичи ғаиләһе вәкиле) Платон академияһына йөрөй, унда Фичино, Пико һәм Полициано менән осраша, шуның арҡаһында неоплатонизм йоғонтоһо аҫтына эләгә, был уның донъяуи темалы картиналарында сағылыш таба.

Боттичеллиҙың иң серле һәм иң билдәле әҫәре — «Яҙ» (Primavera) (1482). Боттичеллиҙың был картинаһы уның «Паллада һәм кентавр» (1482—1483) картинаһы һәм билдәһеҙ авторҙың «Мадонна менән Сабый» Лоренцо ди Пьерфранческо де Медичиҙың Флоренциялағы һарайын йәки Лоренцо Пополаноның һарайын биҙәү өсөн тәғәйенләнгән . Рәссамды полотноһын төҙөргә дәртләндереүсе булып Лукрецийҙың «О природе вещей» поэмаһының фрагменты торған:

 
«Яҙ»

«Яҙ» картинаһының аллегориялығы бик күп бәхәстәр тыуҙыра.

Флоренция сауҙагәре Антонио Пуччи 1483 йылда Бокаччоның «Декамерон» әҫәрендәге Настаджо делья Онестиҙың мөхәббәт тарихы тураһында дүрт картина яҙырға Боттичеллиға заказ бирә.

Боттичеллиҙың мөхәббәт темаһына арналған картинаһы «Венера менән Марс» (1485 тирәһе).

 
«Венераның тыуыуы»

1485 йылдар тирәһендә Боттичелли «Венераның тыуыуы» тигән данлыҡлы әҫәрен яҙа.

1480—1490 йылдарҙа Боттичелли Данте Алигьериҙың «Брожественная комедия» әҫәренә иллюстрациялар яҙа[29].

1480-се йылдарҙағы дини картиналары

үҙгәртергә
 
«Мадонна Магнификат»

«Әүлиәләрҙең баш эйеүе» (1478—1482), «Мадонна менән Сабый тәхеттә» (миһраб Барди) (1484), «Благовещение» (1485) картиналары — рәссамдың был осорҙағы юғары ҡаҙанышлы ижади эштәре булып тора.

1480-се йылдар башында рәссам «Мадонна Магнификат» (1481—1485) картинаһын яҙа, рәссам тере сағында уҡ был картина дан ҡаҙана. Бындай түңәрәк формалы картиналар Флоренцияла ҙур популярлыҡ яулаған була, уныңъ ерлегендә «Мадонна китап менән» (1480—1481), «Мадонна Сабый, алты фәрештә һәм Иоанн Креститель менән» (1485 самаһы), "Мадонна Сабый һәм биш фәрештә менән " (1485—1490) картиналары төшөрөлгән.

1487 йыл Боттичелли «Мадонна менән гранат» картинаһын яҙа.

Һуңғы эштәре (1490—1497)

үҙгәртергә
 
«Олоферн палаткаһынан китеүсе Юдифь»

1490 йылда Флоренцияға доминикан монахы Джироламо Савонарола килә, ул үҙенең вәғәздәрендә кешеләрҙе тәүбәгә килергә һәм гонаһлы тормош алып бармаыуҙан баш тартырға өндәй. Савонарола, рәссам Алланы данлау өсөн эшләргә тейеш тип иҫәпләй. Боттичелли элекке стиленәнбаш тартырға һәм дини темаларға картиналар яҙырға мәжбүр була. Тап ошо осорҙа Боттичелли стиле ҡырҡа үҙгәрә, ул бик аскетикка әйләнә, буяуҙарының гаммаларында йыйнаҡ, ҡара төҫтәр өҫтөнлөк итә.

Рәссамдың әҫәрҙәренә яңы ҡарашы барлыҡҡа килеү «Коронование Марии» (1488—1490), «Оплакивание Христа» (1490) картиналарында һәм сабый балалы мадонна һүрәттәрендә яҡшы сағылыш таба. Был ваҡытта рәссам эшләгән портреттарҙа, мәҫәлән Данте портретында (яҡынса 1495 йыл), бер ниндәй ҙә пейзаж йәки интерьер фоны юҡ.

Бигерәк тә стиленең һиҙелерлек үҙгәреше «Олоферн палаткаһынан китеүсе Юдифь» (1485—1490) картинаһында бик асыҡ күҙәтелә.

1491 йылда Боттичелли Санта-Мария-дель-Фьоре соборы фасадының проектын тикшереү комиссияһы эшендә ҡатнаша.

Рәссамдың берҙән-бер һуңғы донъяуи картинаһы булып «Клевета Апеллеса» (яҡынса 1495) тора.

Иң һуңғы эштәре (1498—1510)

үҙгәртергә
 
«Мистик Раштыуа»

1498 йылда Савонароланы тоталар, һәм көфөрлөктә ғәйепләп, үлемгә хөкөм итәләр. Был ваҡиғаны Боттичеллиҙы тәрән тетрәндерә.

1500-сө йылдарҙа ул «Мистик Раштыуа» әҫәрен ижад итә — был уның берҙән-бер ҡултамғаһы һәм датаһы ҡуйылған әҫәре; унда рәссам грек телендә былай тип яҙып ҡуйған: «Мин, Алессандро, был картинаны, 1500 йылдың аҙағында Италиялағы аңлашмаусылыҡтар ваҡытында, ун беренсе Иоаннда әйтелгәнсә, шайтан өс йыл ярымға азатлыҡҡа сыҡҡаны арҡаһында тыуған икенсе Апокалипсис ҡайғыһы тураһында яҙҙым. Һуңынан шайтан, ун икенсе Иоаннға ярашлы сылбырҙар менән сырмалған; беҙ уны ошо ҡиәфәтендә ерҙә ятҡан итеп, картинамда күрәбеҙ».

Рәссамдың һуңғы осорҙағы аҙ һанлы эштәре араһында — рим ҡатын-ҡыҙҙары Виргиния һәм Лукреция тарихынан иллюстрациялар, шулай уҡ Изге Зиновий тормошонан өҙөктәр .

Комиссия рәссамдар эштәре 1504 йыл рәссам Микеланджелоның «Давид» әҫәрен ҡуйыу өсөн урын һайлаусы рәссамдар комиссияһы эшендә ҡатнаша.

Боттичелли «бик ныҡ ҡартая һәм шул тиклем бөлгөнлөккә төшә, эштән китә, әгәр ҙә уның әле тере булғанлығы тураһында Лоренцо де Медичи иҫкә алмаһа, уны бөтөнләй иҫләмәҫтәр ҙә ине һәм ул аслыҡтан һәләк булған булыр ине»[29]. 1510 йылдың 17 майында, 66-сы йәш менән барғанда Сандро Боттичелли вафат була. Рәссам ФлоренцияныңБарлыҡ Изгеләр Сиркәүе янындағы зыяратта ерләнә.

Галереяһы

үҙгәртергә

Боттичелли хөрмәтенә Меркурий планетаһындағы кратер аталған.

Фильмдар

үҙгәртергә
  • Сандро Боттичелли «Тайны фламандцев» фильмы персонажы 1974 йыл.
  • 2009 — Яҙ серҙәре Боттичелли / I Segreti Primavera della / I Misteri Primavera della (реж. Алессандр Джигант / Gigante Alessandra)
  • Сандро Боттичелли «Күркәм Медичи» (2018) сериалында Себастьян де Соуз башҡарыуында һүрәтләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title) — 2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Union List of Artist Names (ингл.)
  3. Deutsche Nationalbibliothek Record #118514008 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. https://www.mutualart.com/Artist/wd/19C78C7716CB94A3 — 2008.
  5. Vasari G. Vies des peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / L. LeclanchéParis: 1841. — Vol. 3. — P. 240.
  6. Vasari G. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / C. WeissParis: 1903. — Vol. 1. — P. 401.
  7. Vasari G. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / C. WeissParis: 1903. — Vol. 1. — P. 462.
  8. 8,0 8,1 8,2 Vasari G. Les Vies des meilleurs peintres, sculpteurs et architectes (фр.) / C. WeissParis: 1903. — P. 461.
  9. Vasari G. Lives of the Most Excellent Painters, Sculptors, and Architects (ингл.) / E. FosterHenry George Bohn, 1850. — Vol. 1. — P. 411.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Lightbown R. W. Sandro Botticelli / Italian painter / Also known as: Alessandro di Mariano Filipepi // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  11. 11,0 11,1 11,2 Grove Art Online (ингл.) / J. Turner[Oxford, England], Houndmills, Basingstoke, England, New York: OUP, 1998.
  12. https://www.artnet.com/artists/sandro-botticelli/past-auction-results — 1998.
  13. Sandro Botticelli // AGORHA (фр.) — 2009.
  14. Вазари Д. https://www.projekt-gutenberg.org/vasari/renaissa/chap016.html / под ред. F. Schillmann — 1948.
  15. Union List of Artist Names (ингл.) — 2018.
  16. 16,00 16,01 16,02 16,03 16,04 16,05 16,06 16,07 16,08 16,09 16,10 RKDartists (нидерл.)
  17. Florence and its Painters: From Giotto to Leonardo da Vinci, Florenz und seine Maler: Von Giotto bis Leonardo da Vinci — Б. 20.
  18. Florence and its Painters: From Giotto to Leonardo da Vinci, Florenz und seine Maler: Von Giotto bis Leonardo da Vinci — Б. 21.
  19. Schumacher A. Florence and its Painters: From Giotto to Leonardo da Vinci, Florenz und seine Maler: Von Giotto bis Leonardo da Vinci — Б. 20.
  20. http://web.archive.org/web/20210129034305/https://www.van-ham.com/en/about-us/van-ham-restitutions/nardus-collection.html
  21. Метрополитен-музей — 1870.
  22. https://www.fine-arts-museum.be/nl/de-collectie/artist/botticelli-sandro-1
  23. https://americanart.si.edu/collections/search/artist/?id=6358
  24. http://id.lib.harvard.edu/alma/990114515260203941/catalog
  25. https://pacscl.exlibrisgroup.com:48994/F/?func=find-b&request=000133416&find_code=SYS
  26. https://library.si.edu/art-and-artist-files
  27. Боттичелли, Сандро // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  28. 28,0 28,1 28,2 Энциклопедия «Искусство». Часть 1. А-Г (с иллюстрациями), Электронная библиотека книг iknigi.net. 11 август 2018 тикшерелгән.
  29. 29,0 29,1 29,2 29,3 Джорджо Вазари. Жизнеописания наиболее знаменитых живописцев, ваятелей и зодчих. — М.: АЛЬФА-КНИГА, 2008.